ҠАНҺЫРАУ
бын). Ҡанһөйәрҙәр шәжәрәһе. Ҡанһөйәрҙәр аймағы башҡорто.
ҠАН ҺУРЫУ (ҡан һур-) (Р.: высасывать кровь; И.: suck blood; T.: kan içmek) ҡ.
1. Тәнгә йәбешеп, ҡан тамырынан ҡан эсеү (һөлөккә ҡарата). □ Высасывать кровь (о пиявках). // Высасывание крови. ■ Ас һөлөктәр тәнгә йәбешә лә ҡан һура башлай, һ. Дәүләтшина. Ете һөлөк мөлкөлдәтеп ҡан һура. Әкиәттән.
2. кусм. Теңкәне ҡоротоу, хәлде алыу.
□ соотв. Выжимать соки, высасывать сок из кого. Ҡанымды һура бит ошо мыжыҡ up.
3. кусм. Кеше көсө иҫәбенә йәшәү.
□ Жить за чужой счёт. Ҡеше ҡанын һурып көн итеу. Ҡан һурып йәшәу.
ҠАНҺЫҘ I (Р.: бескровный; И.: bloodless; T: kansız) с.
Тәнендә ҡаны булмаған, ҡаны юҡ. □ Бескровный. Ҡанһыҙ тереклектәр. М Бер аҙ ваҡыт уткәс, шомло өрәк тағы килеп мейес алдына ҡанһыҙ кәуҙә кеуек ҡатып ҡалды. М. Ғафури. • Һуғыш ҡанһыҙ булмай. Әйтем.
ҠАНҺЫҘ II (Р: жестокий; И.: blood-minded; T: kansız) с.
Ҡаты бәғерле, шәфҡәтһеҙ. □ Жестокий, бесчеловечный, бессердечный. Ҡанһыҙ кеше. Ҡанһыҙ етәкселәр. ■ Ҡолой кантон да бик ук ҡанһыҙ, бер ҙә юҡҡа ҡылыс ҡармалай. Йырҙан.
ҠАНҺЫҘЛАНДЫРЫЛЫУ (ҡанһыҙ-ландырыл-) ҡ. төш. ҡар. ҡанһыҙландырыу. понуд. от ҡанһыҙландырыу. Ҡанһыҙлан-дырылған ит. ■ Боронғо дәуерҙәрҙә ук әҙәмгә хайуандарҙың фәҡәт ҡанһыҙлан-дырылған итен генә ашарға рөхсәт ителә. «Ағиҙел», № 10, 2010.
ҠАНҺЫҘЛАНДЫРЫУ (ҡанһыҙлан-дыр-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡанһыҙланыу II. понуд. от ҡанһыҙланыу II. Тормош бәғзе кешеләрҙе ҡанһыҙландыра.
ҠАНҺЫҘЛАНЫУ I (ҡанһыҙлан-) (Р: обескровливаться; И.: become drained of blood; T: kansız kalmak) ҡ.
Берәй сирҙән йәки күп ҡан юғалтыуҙан ҡан әҙәйеү. □ Обескровливаться, стано
виться бескровным. Ауыр сирҙән ҡанһыҙланыу. Ҡанһыҙланып ауырыу. ■ Йыһан уҙенең ҡанһыҙланып көйгән иренен тешләне, нимәлер һөйләргә теләһә лә тыйылды. Ғ. Хәйри.
ҠАНҺЫҘЛАНЫУ II (ҡанһыҙлан-) (Р: становиться жестоким; И.: become blood-minded; T: kansızlanmak) ҡ.
Ҡаты бәғерлегә, шәфҡәтһеҙгә әйләнеү; шәфҡәтһеҙләнеү. □ Становиться жестоким, бесчеловечным, бессердечным. Ҡеше-ләр ҡанһыҙлана баралар. Ҡанһыҙлана төшөу. Ҡанһыҙланып китеу.
ҠАНҺЫҘЛЫҠ I (ҡанһыҙлығы) (Р: малокровие; И.: anaemia; T: kansızlık) и. мед.
Аҙ ҡанлылыҡ. □ Малокровие. Ҡанһыҙлыҡты булдырмау саралары. Ҡанһыҙлыҡтан препараттар.
ҠАНҺЫҘЛЫҠ II (ҡанһыҙлығы) (Р: жестокость; И.: cruelty; T: kansızlık) и.
Аяуһыҙлыҡ, шәфҡәтһеҙлек. □ Жестокость, бессердечие, бесчеловечность, кровопийство. М Ҡайҙан килә ул Солтандағы ҡанһыҙлыҡ? 3. Ураҡсин. Ҡанһыҙлыҡ, бәғерһеҙлек курһәткәндәргә ҡарап, был бәндәне кем тәрбиәләне икән, тигән һорау ҡуябыҙ. «Көнгәк», 4 октябрь 2012.
ҠАНҺЫРАТЫУ (ҡанһырат-) (Р: обескровить; И.: drain of blood; T.: kansızlandırmak) ҡ.
Ҡанын күп ағыҙып, ҡанһыҙландырыу. □ Обескровить, делать бескровным кого. Йыртҡыс табышын ҡанһыратып һалып ҡуйған. Ҡанһыратып бөтөу. Ҡанһыратып ҡуйыу.
♦ Йөрәкте ҡанһыратыу күңелде борсоп әрнетеү (берәй ауыр хискә ҡарата). □ Терзать душу. ■ Аҡҡан һыуҙар ҡайтмай кире, ярҙам итмәй утенестәр: ҡанһырата йөрәктәрҙе укенестәр, укенестәр. Т. Ғәниева.
ҠАНҺЫРАУ (ҡанһыра-) (Р: обескровливаться; И.: bleed white; T: kansız kalmak) ҡ.
1. Күп ағыуҙан ҡан әҙәйеү; ҡанһыҙланыу. □ Обескровливаться, истекать кровью. // Обескровливание, истекание кровью. Яра ҡанһырау. Ҡанһырап китеу. Ҡанһырап
199