Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 200


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАНҺЫРАШЫУ
тороу. Ҡанһырай төшөу.Ш [Бесәй] алдында яңы ғына йәне сыҡҡан ҙур ҡомаҡ ҡанһырап ята. Ф. Иҫәнғолов. Кинәт егет ауҙы... Ҡанһырауҙан уның һуңғы тамсы ҡаны тамһа ла, .. уйы ҡалды һаман да. Ғ. Сәләм. Яраланып, ҡанһыраһа тәндәрем, үлерменме, ҡалырмынмы, — белмәйем. К. Кинйәбулатова.
2. кусм. Аслыҡ, бөлгөнлөк кисереп, күп ҡорбан биреп, хәлһеҙләнеү. □ Обессилеть. Аслыҡтан ҡанһырау. Ҡанһырап ятыу. Ҡанһырап бөтөу.
3. кусм. Аяуһыҙланыу, шәфҡәтһеҙлә-неү. □ Становиться жестоким. ■ Баҫып торам бер һурәткә ҡарап... Йөрәк таң ҡала, йөрәк ғорурлана, йөрәк нәфрәтләнә, ҡанһырай. X. Ғиләжев.
4. кусм. Ҡан, ҡорбан теләү. □ Жаждать крови. Дошман ҡанһыраған. ■ [Урал — Шулгәнгә:] Ҡанһыраған йөрәгең яҡшылыҡҡа баҫа алмаҫ. «Урал батыр». Миңлегөл килеп етеп, ике яҡтан ҡыҫымға алғас, буре, хәле мөшкөллөгөн һиҙеп, ары-бире ташланды, .. туҡтап ҡалып, ҡанһыраған тештәрен ыржайтты. Н. Мусин.
ҠАНҺЫРАШЫУ (ҡанһырат-) ҡ. урт. ҡар. ҡанһырау, взаимн. от ҡанһырау. Ҡан-һырашып ятыу. ■ Бына яңыраҡ ҡына кәртәлә торған малға төндә айыу һөжум иткән. Малҡайҙар бик йәл. Ҡанһырашып яталар. «Йәшлек», 5 октябрь 2012.
ҠАНҺЫУ (Р.: кровавый; И.: bloody; Т.: kanlı) с.
Ҡан төҫөндәге, ҡан кеүек алһыу. □ Кровавый, цвета крови. Ҡанһыу таң. ■ Беҙҙә бына яҡын дауылдарҙан хәбәр биреп ҡанһыу көн бата. X. Ҡунаҡбай. Юл туҙаны — ул да ап-алһыу икән, куктең йөҙө — ҡан төҫлө ҡанһыу икән. Й. Солтанов.
ҠАНҺЫУЛАУ (ҡанһыула-) (Р.: алеть;
И.: redden; flush; T.: kan rengine girmek) ҡ.
Ҡанһыу төҫкә инеү, алһыуланыу. □ Алеть, обретать кровавый цвет. Офоҡ ҡанһыулап тора. ■ Кук ситтәрен уртәп ҡыҙыл нурға, ҡояш сыға көлөп, ҡанһыулап. С. Ҡудаш.
ҠАНШЫРЫҠ (ҡаншырығы) (Р: жабры; И.: gills; T.: solungaç) и. диал.
1. Балыҡтың тын алыу ағзаһы; айғолаҡ.
□ Жабры. Балыҡ ҡаншырығы. Ҡаншырык аша тын алыу.
2. Ауыҙ ҡыуышлығын танау ҡыуышлығынан айырып тороусы һөйәк бүлге; ҡаты аңҡау. □ Твёрдое нёбо. Ҡаншырығым беште. Ҡаншырығымды ауырттырҙым.
ҠАНЪЯҒА (Р: торока; И.: strap; T.: tasma) и.
Төрлө нәмә бәйләү өсөн эйәрҙең ҡапталына тағылған ике армытлы ҡайыш бау.
□ Торока. Эйәргә ҡанъяға бәйләү. ■ Киң арҡанан ҡанъяғаһына сәрмәләрен, муртайҙарын таҡҡан, уҡ-һаҙағы менән әҙернә-янын биленә аҫҡан бер һыбай һунарға китеп бара. Ш. Шәһәр. [Әбей — Ҡарабайға:] Һин толпарың менән диңгеҙгә барып еткәс, ҡанъяғаңа ике тирмәндәй таш бәйләп ал. Әкиәттән. Ҡорттарҙың ҡыҙыу айыра башлаған сағында Баһау бай һыбай ҡанъяғаһына ҡайыш кирәмдәрен бәйләп, биләм ҡарай сығып китте. Ж. Кейекбаев. • Сөймәгә бирһәң, ҡарсыға бир — ҡанъяғаңды буш итмәҫ. Мәҡәл.
♦ Ҡанъяғаң буш булмаһын һунарсыға әйтелгән теләк. □ Пусть не будет пустой твоя торока (пожелание охотнику). Ҡанъяғаһы ҡаты күмәк һунарҙа, ҡанъяғаһына йәнлек аҫыр нәүбәте еткәндә, йәнлек таба йәки ала алмай торған кешегә ҡарата әйтелә. □ Невезучий на охоте. Исламдың ҡанъяғаһы ҡаты уның, куп ваҡыт һунарҙан буш ҡул менән ҡайта.
ҠАНЪЯҒАШ (Р: подарок родственников жениха родственникам невесты; И.: bridegroom’s gift to the bride’s kinsmen; T: düğün hediyesi) и. этн.
1. Егет яғынан килгән ҡоҙалар тарафынан ҡыҙҙың ағаларына бирелгән бү-ләк. □ Подарок родственников жениха родственникам невесты. Ҡанъяғаш биреу. Ҡанъяғаш таратыу.
2. Егеттең туғандары тарафынан туйға килтерелгән күстәнәс йәки мал. □ Гостинцы
200