Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 202


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАНЫШ
һыу эсә, тик һаман да ҡанмай һыуһыны. Р. Бикбаев.
2. Ҡәнәғәтлек алып, юйылыу, баҫылыу (уй-тойғо, теләккә ҡарата). □ Утоляться, удовлетворяться; вымещать. М [Таңсулпан:] Уй, Аҫылбай, ҡайһылай оҙаҡ торҙом. Ә күңелем ерле ҡанманы. М. Тажи.
ҠАНЫШ (Р.: золовка, возглавляющая проводы невестки к роднику за водой; И.: elder sister-in-law; T.: görümce) и. этн.
1. Киленгә һыу күрһәткән ҡәйенһеңле.
□ Золовка, возглавляющая проводы невестки к роднику за водой. Ҡаныш һыу күрһәтә. Кәләштең ҡанышы.
2. диал. Бажа. □ Свояк. Ҡанышыма ҡунаҡҡа барҙым. Ҡанышым бик һәйбәт кеше.
ҠАН ЭСЕҮ (ҡан эс-) (Р: пить кровь; И.: drink blood; T.: kan içmek) ҡ.
1. Ҡан менән туҡланыу. □ Пить кровь. Серәкәйҙәр ҡан эсә. ■ [Ҡоҙғон:] Мин ҡан эсмәй, ит еймәй, үләкһәнең күҙ майын өс көндә бер соҡомай һис донъяла торолмам. «Урал батыр».
2. күсм. Иҙеп, талап, бик ныҡ йәберләү.
□ Притеснять, угнетать, соотв. Пить, сосать кровь чью, из кого. ■ Арыҫландай ирҙәрҙе йыуаш ҡуйҙай итер хан, .. боғаҙламай эсер ҡаныңды, үлтермәй алыр йәнеңде. Ҡобайырҙан.
ҠАН ЭСКЕС с. ҡар. ҡанескес I. Ҡан эскес батша. Ҡан эскес баяр.
ҠАН ЭСӘР с. диал. ҡар. ҡанхур. Ҡан эсәр батша. Ҡан эсәр әҙәм. Ҡан эсәр кеше.
ҠАНЭСӘР ЯРҒАНАТТАР (Р: кровососы; И.: vampire bats; T: vampir yarasalar) и. зоол.
Американың үҙәгендә һәм көньяғында йәшәй торған, йылы ҡанлы хайуандар ҡаны менән туҡлана торған ярғанат төрҙәре.
□ Кровососы (лат. Desmodontidae). Ҡанэсәр ярғанаттар һөтимәр хайуандарҙың һәм ҡоштарҙың ҡаны менән туҡлана. Ҡанэсәр ярғанаттар кешегә ташлана, башлыса йоҡлап ятҡан кешене тешләй.
ҠАН ӘЙЛӘНЕШЕ и. ҡар. ҡан йөрөшө. Ҡан әйләнеше системаһы. М Тәрән һулыш
үпкәләргә кислород илтә, һөҙөмтәлә ҡан әйләнеше шәбәйә һәм йөрәк тибеше нормалләшә. «Урал», 2 декабрь 2010.
ҠАН ӘПСЕНЕ (Р: заговор против болезней крови; И.: spell against blood deseases; T: kan tedavisindeki büyü) и. миф.
Ҡан ауырыуҙарын дауалау әпсене. □ Заговор против болезней крови. Ҡан әпсене әйтеү. К Ҡан әпсене: «Аҡ таш ағарып ята, күк таш күгәреп ята, ҡара таш ҡан тарата». Башҡорт мифологияһынан.
ҠАН ЮЛЫ и. анат. диал. ҡар. ҡан тамыры. Ҡан юлы киңәйгән. Ҡан юлы өҙөлгән. Ҡан юлы ауырыуҙары.
ҠАН ЯТЫУ (ҡан ят-) (Р.: прекращаться (о пульсе)', И.: discontinue (of pulse beat)', T.: nabzı yok olmak) ҡ.
Ҡан тамырының тибеше туҡтау. □ Прекращаться (о пульсе). // Прекращение пульса. Ҡаны ята башланы.
ҠАН-ЯУ (Р: драка; И.: fight; brawl; T: vuruş) и. йыйн.
Һуғыш, янъял. □ Драка, скандал. Ҡан-яу сығарыу. Ҡан-яу баҫыу. Ҡан-яу асыу. ü [Ҡыҙ — егеткә:] Егет, һүҙең һүҙ булһын, һиңә антым бирәйем, .. ҡан-яу асмай арала һоҡланғаның бирәйем. «Аҡбуҙат». Атаһыҙ үҫкән уҡ юнмаҫ илен ҡан-яу баҫҡанда. «Ете ырыу».
ҠАҢАЛТЫР (Р: тонкий; И.: thin; T.: ince) с.
1. Эйелеп-һығылып торған, йоҡа (ҡалайға ҡарата). □ Тонкий (о жести). Ҡаңалтыр ҡалай. Ҡаңалтыр тимер. Ҡаңалтыр ҡалай менән өй башын ябыу.
2. Йоҡа ғына, келәүек (юлдағы боҙға ҡарата). □ Тонкий (о льде на дороге). Ҡаңалтыр боҙ. ■ Аяҡ аҫты .. төнгө һыуыҡҡа ҡатҡаҡланған. Ҡар һыуҙары [тояҡ эҙҙәрендә] ҡаңалтыр боҙ булып туңған. Һ. Дәүләтшина.
ҠАҢҒА (Р: столб; И.: post; pillar; T: direk) и. диал.
1. Ергә ҡаҙып ултыртылған бүрәнә; бағана. □ Столб. Һайыҫҡан ҡаңға башына
202