Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 203


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАҢҒЫЛДАУ
ҡунған. Оҙон ҡаңға ҡағылған. Ҡаңға ултыртыу.
2. Ҡарасҡы элеп ҡуя торған ҡолға. □ Шест (для установки чучела). Ҡаңға башы. Ҡацғаға элеу. Ҡаңғала ҡарасҡы эленеп тора.
ҠАҢҒАБИҘӘР и. зоол. диал. ҡар. ҡамҡа II, 1. Ҡаңғабиҙәрҙәр сыҡҡан. Ҡаңғабиҙәрҙәр ҡанаты. Ҡаңғабиҙәрҙәр оса.
ҠАҢҒАҠ I (Р.: ясный; И.: clear; T.: ayaz, açık) с.
1. Оҙаҡ ваҡыттар яуым-төшөмһөҙ, аяҙ һәм ҡоро булып торған; сыуаҡ. □ Ясный, сухой (о погоде). Ҡаңғаҡ көн. Ҡаңғаҡҡа тартыу. Ҡаңғаҡҡа әйләнеу. ■ Ҡайһы ваҡыт һине әсе ел бөрөп ала, ҡайһы ваҡыт эҫе йәйҙең ҡаңғаҡ көнө ҡыуыра. Ғ. Ибраһимов. Ҡаңғаҡ көндөң моңһоу кисен илаһи эңер алмаштыра башлаған мәл. М. Хәйҙәров. Бөгөн шундай матур ҡаңғаҡ көн. Ул куктең зәңгәрлеге — тот та бер уйымтығын йөҙөккә ҡаш итеп ал да ҡуй. Ш. Бикҡол.
2. Ҡоро, дымһыҙ. □ Сухой. Ҡаңғаҡ ел. Ҡаңғаҡ елле көн.
ҠАҢҒАҠ II (Р.: осенняя сухая ясная холодная погода; И.: clear autumn weather; T.: sonbahar ayazı) и.
1. Ҡар яумай туңдырып, аяҡ аҫты ҡоро, көн аяҙ булып торған мәл. □ Осенняя сухая ясная холодная погода. Көҙгө ҡаңғаҡ. Ҡаңғаҡта бесәнде елләтеп алыу.
2. Көҙгө сыуаҡ көн. □ Осенний ясный день. Ҡаңғаҡта уңышты йыйып ҡалырға кәрәк. Ҡаңғаҡта картуфты ҡаҙып алып ҡалырға кәрәк.
ҠАҢҒАҠЛАУ (ҡаңғаҡла-) (Р: становиться ясным, прохладным; И.: become clear (of weather)} T.: ayazmak) ҡ.
Ҡаңғаҡҡа (I) әйләнеү. □ Становиться ясным, прохладным (об осенней погоде). Бөгөн ҡаңғаҡлап тора. Ҡаңғаҡлап китеу. Ҡаңғаҡлап ебәреу. Ҡаңғаҡлай башлау.
♦ Ҡаңғаҡлап тороу асыҡ йөҙ менән ҡаршы алыу. □ Встречать приветливо. Беҙҙең килен алсаҡ ул, барһаң, ҡаңғаҡлап тора.
ҠАҢҒАҠҺЫРАУ (ҡаңғаҡһыра-) ҡ. ҡар. ҡаңғаҡлау. Көн ҡаңғаҡһырап тора. Ҡаңғак-һырап китеу. Ҡаңғаҡһырап алыу.
ҠАҢҒЫ и. диал. ҡар. ҡалъян I. • Ҡыҙ бала — ҡаңғыла ятҡан уҡ. Мәҡәл.
ҠАҢҒЫЛ (Р: сухопарый; И.: gaunt; Т.: zayıf) с.
Ныҡ һимермәй торған, ҡаҡса. □ Сухопарый, сухощавый, худощавый. Ҡаңғыл up. Ҡаңғыл мал. ■ Ҡаңғыл мал да, кеше лә тиҙ ауырымай, ныҡ була. Экспедиция материалдарынан.
ҠАҢҒЫЛДАҠ (Р: гогочущий; И.: cackling; T.: gaklayan) с.
1. Ҡаңғылдап ҡысҡырған. □ Гогочущий; производящий гогот, гоготанье (о гусях, лебедях). Ҡаңғылдаҡ ҡаҙ. Ҡаңғылдаҡ аҡҡош.
2. Яңғырап торған ҡалын (кеше тауышына ҡарата). □ Звонкий (о голосе). Был кеше ҡаңғылдаҡ тауыш менән һөйләй башланы.
3. Бер үк хәбәрҙе тылҡыған. □ Беспрестанно твердящий об одном и том же. Эй, ҡаңғылдаҡ та инде ошо малай.
ҠАҢҒЫЛДАҠ АҠҠОШ (Р: лебедь-кликун; И.: whooper swan; T.: ötücü kuğu) и. зоол. диал.
Өйрәктәр ғаиләһенә ҡараған, аҡ төҫлө, һомғол оҙон муйынлы, яңғырауыҡлы тауышлы һыу ҡошо. □ Лебедь-кликун (лат. Cygnus cygnus). ■ [Ҡаңғылдаҡ аҡҡош] улән, төрлө орлоҡ, иген менән туҡлана.
Э. Ишбирҙин.
ҠАҢҒЫ Л Д АТЫУ (ҡаңғылдат-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡаңғылдау, понуд. от ҡаңғылдау. Ҡаңғылдатып баҫтырыу. Ҡаҙҙарҙы ҡаңғылдашып ҡыуалау.
ҠАҢҒЫЛДАУ (ҡаңғылда-) (Р: гоготать; И.: cackle; whoop; T.: gaklamak) ҡ.
1. Ҡаңҡ-ҡаңҡ итеү, ҡаңҡ-ҡаңҡ килеү. □ Гоготать. Ҡаңғылдай башлау. Ҡаңғылдап ҡуйыу. ■ Ата ҡаҙ, инә ҡаҙҙарға ҡушылып, ҡаңғылдарға тотондо. Р. Низамов. Ҡайҙалыр ҡаҙҙар ҡаңғылдағаны ишетелде, уларға таң әтәсенең яңғырауыҡлы һөрәне килеп ҡушылды. Ғ. Ғүмәр. Үңәстәрен һуҙып, ҡаңғыл
203