Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 205


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАҢҠЫЛДАҠ
ҠАҢҒЫРЫШЫУ (ҡаңғырыш-) ҡ. урт. ҡар. ҡаңғырыу, взаимн. от ҡаңғырыу. Ҡаңғырышып, ни эшләргә белмәй йөрөйҙәр. ■ Улай ҙа байтаҡ ваҡыт һүҙһеҙ ҡаңғырышып ултырғас, Искәндәр: «Әллә былай итәбеҙме, Сәлим... — тип абайлап ҡына тынлыҡты боҙҙо. — Мәйтәм, тотабыҙ ҙа урлайбыҙ Гөлнәзирәне!» Ә. Хәкимов.
ҠАҢҒЫТЫУ (ҡаңғыт-) ҡ. ҡар. ҡаңғыу. Ҡаңғытып китеү. Ҡаңғытып тороу. Ҡөн ҡаңғытып китте әле.
ҠАҢҒЫУ I (ҡаңғы-) (Р.: становиться ясным, сухим; И.: become dry and clear; T.: ayaz-mak) ҡ.
1. Ҡаңғаҡҡа әйләнеү; ҡаңғаҡлау. □ Становиться ясным, сухим. Ҡаңғый башлау. Ҡаңғып китеү. Ҡөндәр ҡаңғый башланы.
2. Ҡар яуырҙан алда ер туңыу. □ Подморозить (перед выпадением снега). Ҡаңғып китте. Ҡаңғып тороу. Ҡөн ҡаңғып китте.
ҠАҢҒЫУ II (ҡаңғы-) ҡ. диал. ҡар. ҡаңғырыу. Ҡаңғып бөтөү. ■ Һис донъянан китмәҫһең, алйып, ҡаңғып бөтөрһөң. «Урал батыр». Ҡитер алдынан булған ығы-зығыларҙан, юл аҙаптарынан баш ҡаңғып, йөрәк һуғып тора ине, бына бер йөрөп әйләнеү менән бөтәһе лә Ҡариҙелдең таҙа һыуы менән йыуып алынғандай булды ла ҡуйҙы. Р. Солтангәрәев.
ҠАҢҒЫШЫУ (ҡаңғыш-) (Р: скандалить; И.: kick up a row, brawl; T.: kavga etmek) ҡ. диал.
Ғауғалашыу, тауышланыу. □ Скандалить. Ҡаңғышып китеү. Ҡаңғышып йөрөү. Ҡаңғышып алыу. Минең менән дә ҡаңғыша.
ҠАҢҠ I (Р: подражание звуку гоготания гуся, лебедя; И.: imitation of cackling, whooping; T.: gak) оҡш.
Ҡаҙ, аҡҡош кеүек ҡоштар тауышын белдергән һүҙ. □ Подражание звуку гоготания гуся, лебедя. Ҡаңҡ итеү. М [Аҡҡоштоң] тауышы яңғырауыҡлы: «ҡаңҡ» йәки «ҡаң-ға». Э. Ишбирҙин.
ҠАҢҠ II (Р.: подражание звуку телеги с металлическими колёсами; И.: sound imitating word; T.: güm) оҡш.
Тимер тәгәрмәсле арба тауышын белдергән һүҙ. □ Подражание звуку телеги с металлическими колёсами. Арба ҡаңҡ тигән тауыштар сығарып бара.
ҠАҢҠ А (Р: прясло, изгородь, сделанный из лубков и хворостины; И.: willow fence; T.: ör, çit) и. диал.
Ҡабыҡ, сыбыҡ-сабыҡтан эшләнгән кәртә.
□ Прясло, изгородь, сделанный из лубков и хворостины. Ҡаңка менән уратыу. Йорто ҡаңҡа менән уратып алынған. Ҡаңкаға һөйәлеү.
ҠАҢ-ҠАҢ оҡш. ҡар. ҡаңҡ-ҡаңҡ. Ҡаҙҙар ҡаң-ҡаң тип осоп киттеләр.
ҠАҢҠ-ҠАҢҠ (Р: подражание многократным звукам гоготания гуся, лебедя; И.: sound imitative word; T.: gak gak) оҡш.
Ҡабат-ҡабат ҡаңҡ иткән тауышты белдергән һүҙ; ҡаң-ҡаң. □ Подражание многократным звукам гоготания гуся, лебедя. Аҡҡоштар ҡаңҡ-ҡаңҡ тип тупҡа йыйылалар.
ҠАҢҠ-ҠАҢҠ ИТЕҮ (ҡаңҡ-ҡаңҡ ит ) (Р: гоготать; И.: cackle; T.: gaklamak) ҡ.
«Ҡаңҡ» тигән тауыштар сығарыу; ҡаңҡылдау. □ Гоготать (о гусях, лебедях). Ҡаңҡ-ҡаңҡ итеп ҡаҙҙар оса.
ҠАҢҠ ТА ҠАҢҠ оҡш. ҡар. ҡаңҡ-ҡаңҡ. Ҡаҙҙар ҡаңҡ та ҡаңҡ ҡаңғылдаша.
ҠАҢҠ ТА ҠАҢҠ КИЛЕҮ (ҡаңҡ та ҡаңҡ кил-) ҡ. ҡар. ҡаңҡ-ҡаңҡ итеү. Ҡаңҡ та ҡаңҡ килеп ҡаҙҙар ҡайта башланы.
ҠАҢҠЫҠ (Р: откинутый назад; И.: deficient, not proper; T.: eğrilmiş) с. диал.
Тейешле кимәлдә бөгөлмәгән; һоноҡ.
□ Откинутый назад (о косе). Ҡаңҡыҡ салғы. Ҡаңкык ураҡ. Ҡаңҡыҡ салғы менән бесән сабыу.
ҠАҢҠЫЛ с. диал. ҡар. ҡаңғыл. ■ Шулай йөрөй торғас, ул [Ғиндәлиф] башына сал йүгергән ҡаңҡыл һөйәкле ҡартҡа әйләнә. Т. Килмөхәмәтов.
ҠАҢҠЫЛДАҠ (Р: гогочущий; И.: cackling; T.: gaklayan) с.
205