Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 206


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАҢҠЫЛДАТЫУ
1. Ҡаңғылдап ҡысҡырған. □ Гогочущий; производящий гогот, гоготанье (о гусях, лебедях). Ҡаңҡылдаҡ ҡаҙ. Ҡаңҡылдаҡ аҡҡош.
2. Яңғырап торған ҡалын (кеше тауышына ҡарата). □ Звонкий (о голосе). Ҡаңҡылдаҡ тауышлы ир. Ҡаңҡылдаҡ тауышлы докладсы.
3. Бер үк хәбәрҙе тылҡыған. □ Беспрестанно твердящий об одном и том же. Ҡаңҡылдаҡ егет. Ҡаңҡылдаҡ бала. Ҡаңҡылдаҡ кеше.
ҠАҢҠЫЛДАТЫУ (ҡаңҡылдат-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡаңҡылдау, понуд. от ҡаңҡылдау. Ҡаңкылдатып ҡыуыу. Эт ҡаҙҙарҙы ҡаңҡыл-датып баҫтыра. К Яҙғы һыу-һул айҙарында киң далала,.. уҙғынсы аҡҡош каруандарын иңендә ҡаңкылдатып, көмөш көҙгөләй ялтырап ятыусан, ә ҡыуан елле йәй ахырында ҡапыл ҡорөп юҡҡа сығыусан һәм шәкәрҙәй аҡ ҡомло төбөнә һәр төрлө халыҡ йыйындарын, атсабыш-бәйгеләрен йәлеп итеусән был сәйер кул .. Бурансы ауылы эргәһендә йылмайып-көлөп ята бит! Й. Солтанов.
ҠАҢҠЫЛДАУ (ҡаңҡылда-) (Р.: гоготать; И.: whoop; T.: vaklamak) ҡ.
1. Ҡаңҡ-ҡаңҡ итеү, ҡаңҡ-ҡаңҡ килеү, ҡаңғылдау. □ Гоготать. // Гогот, гоготанье. Ҡаңҡылдай башлау. Ҡаңҡылдап йөрөу. Ҡаҙҙар ҡаңҡылдай. М Байрас.. йәшел хәтфә улән баҫҡан урам буйлап татыу ғына ҡаңҡыл-дай-ҡыйҡылдай йылғаға китеп барған ҡаҙ көтөуен куҙәтеп торҙо. 3. Биишева. • Ҡарға мең ҡарҡылдаһа ла, яҙ булмаҫ, ҡаҙ бер ҡаңҡылдаһа ла, яҙ булыр. Әйтем.
2. кусм. Ниҙелер ҡат-ҡат әйтеү, тыҡыу. □ Повторять одно и то же. ■ Быйылға бирмәйек, тип ни тиклем ҡаңҡылданым, юҡ, уҙ һуҙен һуҙ итте бит. Һ. Дәүләтшина. Әйтмәй теге, әйтәһең инде, ул йәштәргә туҡтауһыҙ ҡаңҡылдап ҡына тормаһаң. Н. Мусин.
ҠАҢҠЫЛДАШЫУ (ҡаңҡылдаш-) ҡ. урт. ҡар. ҡаңҡылдау, взаимн. от ҡаңҡылдау. М Бала-сағаның сыр-сыу килеуе, аттарҙың кешнәшеуе, бышҡырыуы, һыйырҙарҙың мөңрәуе, ҡуй-кәзәләренең баҡырыуы, тауыҡтарҙың ҡытҡылдауы, ҡаҙҙарҙың ҡаң-
ҡылдашыуы, сусҡаларҙың сырҡылдашыуы менән .. баҙар геуләп тора. Ғ. Дәүләтшин. Ҡош юлдары буйлап төндәрҙә ҡаңҡылдашып ҡаҙҙар осалар. Ғ. Амантай. Ҡапыл, ҡыйғаҡ-ҡыйғаҡ ҡаңҡылдашып, баш осомдан ҡаҙҙар остолар. Т. Ғәниева.
ҠАҢҠЫТЫУ (ҡаңҡыт-) (Р.: подморозить; И.: freeze up; T.: soğutmak, buzlanmak) ҡ. диал.
Ҡар яуырҙан алда ер туңыу; ҡаңғыу.
□ Подморозить (перед выпадением снега). Ҡаңкытып тороу. Ҡаңкытып ебәреу. Бөгөн ҡаңкытып ебәрҙе.
ҠАҢНЫ (Р: название башкирского племени; И.: name of Bashkir tribe; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
1. Бер башҡорт ҡәбиләһенең исеме.
□ Канглы (название башкирского племени). Н Халык кәңәшкә йыйылды, һәр ырыуҙан, ҡаңны һәм ҡыбауҙарҙан башҡа, вәкилдәр килгәйне. Килмәгәндәр яу сығыуға ҡаршы ине. Хикәйәттән. Ҡаранай ауылынан урындағы тарихсы Мөсәуир Ситдиҡовтың сығышы айырыуса оҡшаны. Ул мең башҡорттары тураһында һуҙ алып барһа ла, ҡаңнылар тарихын да яҡшы белә икән. «Ағиҙел», № 2,
2010.
2. Табын ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Канглы (названиеродового подразделения башкир). Ҡаңны аймағына ҡарау. Ҡаңны башҡорто. Ҡаңны егете.
ҠАҢТАР (Р: поздняя осенняя пора; И.: late autumnal season; T.: sonbahar) и.
Көҙгө ҡырпаҡ ҡар миҙгеле. □ Поздняя осенняя пора, первозимье (с устойчивыми морозами и снегом). И Ҡышлауы ауыр буласағы алдан уҡ, ҡаңтар башында уҡ, куренеп тора ине. Ғ. Хәйри. Ҡараса килмәй, көҙ булмаҫ, ҡаңтар килмәй, боҙ булмаҫ, һынамыш. • Ҡаңтарҙа ҡалпаҡ кейеп булмай. Әйтем.
ҠАҢЫРЫҠ (ҡаңырығы) (Р: твёрдое нёбо; И.: hard palate; T.: sert damak) и. анат. диал.
Ауыҙ ҡыуышлығын танау ҡыуышлығынан айырып тороусы һөйәк бүлге; ҡаты
206