ҠАП
аңҡау. □ Твёрдое нёбо. Ҡаңырығым беште. Ҡаңырығым ауырта.
ҠАП I (ҡабы) (Р.: коробка; И.: box; T: kutu) и.
1. Ниҙер һалырға йәтешләп эшләнгән һауыт; ҡумта. □ Коробка, коробочка. Бер ҡап сәй. Шырпы ҡабы. ■ Әсхәт кеҫәһенән ике шырпы ҡабы ҙурлығы өлөш икмәк сығарҙы тегеңә. М. Ғиләжев. Сәй ҡабына иғтибар менән ҡараһағыҙ, уның сифатлы булмауын тиҙ аңларға була: хаҡы ғәҙәттән тыш арзан, ә ҡабы ябай, ялтырауыҡһыҙ ҡағыҙҙан эшләнгән була. «Йәшлек», 3 ғинуар 2009.
2. Ҡын, һауыт. □ Чехол, футляр. Ҡылыс ҡабы. Телефон ҡабы. Күҙлек ҡабы.
3. Ҡағыҙ һауыт. □ Куль, кулёк. Бер ҡап шәкәр. • Күркәмгә күмер ҡабы ла килешә. Мәҡәл.
4. Йүкәнән һуғылған ҙур тоҡ. □ Лыковый мешок. М Күстәнәс тулы ҡапты арбаһына һалып, арбаға ҡолоҡай бейәне егеп, балаһын алып, килен ай яҡтыһы менән юлға сығып китте, ти. Әкиәттән. Ҡапты йүкәнән ике кеше һуға. Экспедиция материалдарынан.
5. диал. Ҙур киндер тоҡ. □ Конопляный мешок. Капҡа һалыу. Кап үреү. Ҡап ташыу. Капҡа тултырыу.
6. диал. Ҡойола, сәселә торған ваҡ нәмәләрҙе һ. б. һалып һаҡлау һәм бер урындан икенсе урынға ташыу өсөн тупаҫ туҡыманан йәки ҡағыҙҙан бер башы ғына асыҡ ҡалдырып тегелгән һауыт; тоҡ. □ Мешок. Бер ҡап картуф. Бер ҡап кишер. Бер ҡап һуған. Бер ҡап ҡом. Бер ҡап йөн. Ҡап бушатыу. Ҡап ташыу. Ҡап күтәреү.
7. диал. Теткән һалабаш йүкәһенән һуғылған эре туҡыма; септә. □ Рогожа. Ҡап һуғыу. Ҡап менән ябыу. Ҡап менән ҡаплау.
8. диал. Бала тапҡандан һуң төшә торған инә ҡарынындағы бала ятҡыһы; һуңғылыҡ. □ Послед. М Кендек әбейе бала тыуырға тейеш өйгә киләлә: «Миңә ҡап кәрәк, тиҙерәк ҡап бир!» — тип һамаҡлай. Башҡорт мифологияһынан.
9. диал. һөтимәр хайуандарҙың ҡарынындағы яралғының көбө. □ Оболочка плода (млекопитающих). ■ Мал да ҡабы менән тыуһа, ярып алаһың. Атыу биш минутта үлә, тонсоға. Экспедиция материалдарынан. Йылҡы малы йәйгеһен ҡолонлаһа, ҡолондоң ҡабын йырта алмай тонсоғоп үлеүе бар. Ҡап йәйгеһен ҡалын була. Шуның өсөн ҡарауыллап ҡолонлатырға кәрәк. Экспедиция материалдарынан.
10. диал. Мендәр-яҫтыҡтың йөн-мамыҡ тултырылған эске тышы; кәпрән. □ Наперник. Яҫтыҡ ҡабы. Ҡап тегеү. Капҡа йөн тултырыу.
11. диал. Ҡайһы бер үҫемлектәрҙең орлоҡтарын эсенә йомоп торған оҙонса көп; ҡуҙаҡ. □ Стручок. Борсаҡ ҡабы.
12. диал. Күҙ ҡабағы. □ Веко. Күҙ ҡабым йомолоп бара.
13. диал. этн. Туй оҙатҡанда ҡыҙҙы арбаға ултыртҡас та килен алып ҡайтыусылар тарафынан ишек алдына йыйылыусыларға таратылған бүләк. □ Гостинцы, раздаваемые женихом во время проводов невесты. Ҡап таратыу. Ҡап сисеү.
♦ Ҡап ҡорһаҡ йыуан ҡорһаҡлы кеше.
□ Толстопузый. ■ Йыуан булһаң, ҡап ҡорһаҡ, тиҙәр, нәҙек булһаң, йылан йотҡан еп ҡорһаҡ, тиҙәр. Экспедиция материалдарынан.
ҠАП II (Р.: подражание звуку хлопанья при ударе по плоскому предмету; И.: flop; Т: şak)оҡш.
Яҫы, тигеҙ нәмәгә һуҡҡанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку хлопанья при ударе по плоскому предмету. Ҡап тигән тауыш сығарыу. Ҡап тип килеп төшөү. Ҡап тип барып ятыу.
ҠАП III (Р: как раз; И.: just; T: tam) р.
Урталыҡ төшөнсәһен көсәйтә; тап, нәҡ.
□ Как раз, точно, ровно. Ҡап яртыһын бүлеп алдым. Ҡап уртаға киҫеү. Ҡап урталай бүлеү. Я Тик бер ой генә, ауылды ҡап уртаға айырып үткән йырындың йылғаға ҡараған яры башында бейек алабуталар, әремдәр араһынан саҡ ҡына күренеп ултырған кескәй
207