Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 208


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАПАЙТЫУ
бер өй генә, йоҡламай. 3. Биишева. Ғүмеренең ҡап яртыһын Баймаҡта, әле егерме ике йыл Йылайыр районының Яманһаҙ ауылында йәшәп ижад иткән яҙыусы, ике китап авторы һәм биш бала әсәһе Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева үҙәк район китапханаһында «Хыялға илтер һуҡмаҡ» китабының исем туйын үткәргәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, «һаҡмар», 28 май 2012. Зал тулы кеше, ә Тимер ағай ҡап уртала ултыра. «Йәшлек», 27 март 2010.
♦ Ҡап уртаһына баҫыу һүҙ-хәбәрҙең айышына төшөнөп, асылын дөрөҫ кенә билдәләү. □ Попасть в точку.
ҠАПАЙТЫУ (ҡапайт-) (Р.: вздувать; И.: inflate; T.: kabartmak) ҡ.
Ҙур итеп тупайтыу; кәпәйтеү. □ Вздувать. Эсте ҡапайтыу. ■ Беҙҙең старшина Сергей Хитрое.. күпкән ҡорһағын ҡапайтып, тура баҫырға тырышып ҡына торҙо, ти.
3. Биишева.
ҠАПАЙЫУ (ҡапай-, ҡапая) (Р: вздуваться; И.: bulge out; T.: kabarmak) ҡ.
1. Ҙур булып тупайып, ҡалҡып сығыу; кәпәйеү, тазрайыу. □ Вздуваться, выпячиваться. Ҡапайып сығыу. Ҡапайып китеү. Ҡапайып тороу. Эсе ҡапайған. ■ Ҡара айғыр өҫтөндәге ҡуржындың ике күҙе лә бүҫелерҙәй булып ҡапайып тора. Ә. Хәкимов.
2. күсм. Маҡтаныу, эреләнеү. □ Важничать, хорохориться, чваниться. Ҡапайып йөрөү. Ҡапайырға яратыу.
ҠАПАҠ I (ҡапағы) (Р.: бука; И.: bogy; Т.: umacı) и.
1. миф. Балаларҙы ҡурҡыта торған уйҙырма йән эйәһе; бапаҡ. □ Бука (фантастическое существо). Ана, ҡапаҡ килә. Ҡапаҡтан ҡурҡыу. Ҡапаҡ менән ҡурҡытыу.
2. күсм. Йәмһеҙ нәмә, ҡарасҡы. □ Пугало, чучело. ■ Батыр егет йөрәге ҡоро ҡапаҡтан өркмәҫ. «Аҡбуҙат».
3. диал. Шап-шоп килеп тауышланып ашаған, күп һөйләгән кешегә ҡарата әйтелә. □ Шлёпающий, чавкающий; болтун. Ул, ҡапаҡ, һөйләр инде.
ҠАПАҠ II (Р: большеротый; И.: big, large mouthed; T.: ağzı büyük) с. диал.
1. Ҙур ауыҙлы (кешегә ҡарата). □ Большеротый (о человеке). Ҡапаҡ ҡына ҡыҙ. Ҡапаҡ егет. Ҡапаҡ бала.
2. Маҡтансыҡ, ҡупым. □ Чванливый, кичливый. Ҡапаҡ егет. Ҡапаҡ кеше. Ҡапаҡ кейәү.
ҠАПАҠ III (Р: подходящий; И.: suitable; T.: uygun) с. һөйл.
Килешле, йәтеш, матур. □ Подходящий, приличный. Ҡапаҡ ҡына кейем. Ҡапаҡ ҡына күлдәк. ■ Мин, тәржемә эштәре менән арыу ғына кәсеп итеп була, тип уйлап, был әлкәлә тәүге аҙымдар яһарға, күнегеүҙәр үткәрергә булдым. Ҡапаҡ ҡына килеп сыға. С. Кулибай.
ҠАПАҠАЙ (Р.: болтушка; И .: tattler; Т.: geveze) с. диал.
Күп һөйләгән, ләпелдәк. □ Болтушка, болтун. Ҡапакай бала. Ҡапакай ҡыҙ. Ҡапаҡай ҡатын.
ҠАПАҠАЙЛАНЫУ (ҡапакайлан-) (Р: болтать; И.: tattle; T.: dedikodu) ҡ. диал.
Күп һөйләү, ләпелдәү. □ Болтать, много говорить. Ҡапаҡайланып тороу. Ҡапакай-ланма, эшеңде эшлә.
ҠАПАҠ АУЫҘ и. ҡар. ҡапаҡ I, 3. Ҡапаҡ ауыҙ, күп һөйләй.
ҠАПАҠЛАНЫУ (ҡапаҡлап-) (Р: идти, быть к лицу; И.: fit; T.: yakışmak) ҡ.
Килешле матур булып тороу. □ Идти, быть к лицу, подходить, гармонировать. Ҡапаҡланып тороу. Ҡапаҡланып торған күлдәк. Ҡейеме ҡапаҡланып тора.
ҠАПАҠЛАУ (ҡапаҡла-) (Р: угрожать; И.: threaten; T.: tehdit etmek) ҡ.
1. Ҡурҡытыу, янау. □ Угрожать. Ҡапаҡлап алыу. Ҡапаҡлап ҡуйыу. ■ Хәҙер үк шулай ҡапаҡлап ултырғас, һеҙгә килен булып төшһәм, һин мине өйөңдән дә сығармай бикләп тоторһоң. Р. Өмөтбаев.
2. диал. Ҡурҡытыу, өркөтөү. □ Запугивать. Малды ҡапаҡлап йөрөмә. Тауыҡтарҙы ҡапаҡлау.
208