ҠАПҠА
3. диал. Яҡлау, ҡурсыу. □ Заступаться. Ҡапаҡлап тороу. ■ Артыҡ ҡапаҡламай эстән генә ярата ошо улын Иҫәкәй. Н. Мусин.
4. диал. Әүрәтеү, ылыҡтырыу. □ Развлекать, завлекать. Ҡапаҡлап алыу. ■ Буре өйөрөндә лә, һауаларҙа осҡан ҡош туптарында ла, һыуҙа йөҙгән балыҡтар араһында ла бутәндәрҙе өркөтөп тә, ҡурҡытып та, ҡапаҡлап та уҙ артынан эйәртеуселәр була. Н. Мусин.
ҠАПАҠТАР (Р.: название родового подразделения башкир; И.: name of Bashkir cla-nal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Бер башҡорт аймағының исеме. □ Капактар (название родового подразделения башкир). Ҡапаҡтар аймағы башҡорто. Ҡапаҡтарға ҡарау. Ҡапаҡтар шәжәрәһе.
ҠАПАРТЫУ (ҡапарт-) (Р: раздуться; И.: become inflated; T.: kabarmak) ҡ. диал.
Ҡабарып сығыу. □ Раздуться (о волдыре). Ҡапартып тороу. Ҡапартып сығыу. Усым ҡапартҡан. Ҡөрәк тотоп йөрөп, усым ҡапартып сыҡҡан.
ҠАПАРЫНЫУ (ҡапарын-) (Р: важничать; И.: put on airs; T.: kurumlanmak) ҡ. диал.
Кәпәренеү, маҡтаныу, маһайыу. □ Важничать. Ҡапарынып йөрөу. Ҡапарынып ки-теу. ■ Сәмсел, ҡайһы саҡта ҡапарынып алырға ла яратҡан Иҫәкәй тархан уҙ воло-сынан да, курше волостарға ла сапҡындар ебәреп, бик куп итеп ҡунаҡтар саҡырып, оло байрам уткәрҙе. Н. Мусин.
ҠАПАРЫУ (ҡапар-) (Р: важничать; И.: put on airs; T.: kurumlanmak) ҡ. диал.
Кәпрәйеү, маҡтаныу, маһайыу. □ Важничать, чваниться. Ҡапарып китеу. Ҡапарып алыу. Ҡапарып йөрөу. Егет ҡапарып китте.
ҠАПАСАҠ (ҡапасағы) (Р: первый шейный позвонок (у животных)', И.: first vertebra; T.: atlas, birinci boyun omuru) и. анат. диал.
Салыу һөйәге. □ Первый шейный позвонок (у животных). Ҡапасағынан салып ебәреу. Ҡапасаҡ һөйәге. Мал салған кешегә ҡапасағын бирәләр.
ҠАПАШАЛАЙ (Р: огромный; И.: huge, towering; T.: kocaman) с. диал.
Алаптай, уҫлаптай. □ Огромный (о человеке). Ҡапашалай ир. Ҡапашалай егет. Ҡапашалай булып ултыра.
ҠАП БӘЛЕШЕ (Р.: свадебные пироги; И.: wedding pie; T.: düğün böreği) и. этн.
Туй бәлеше. □ Свадебные пироги. Ҡап бәлеше бешереу. Ҡап бәлеше ашатыу. Ҡап бәлеше ашау.
ҠАП ИТЕҮ (ҡап ит-) (Р.: издавать звуки хлопанья при ударе по плоскому предмету; И.: plop, flop; T: şak etmek) ҡ.
Яҫы, тигеҙ нәмәгә һуҡҡандағы тауыштар сығарыу. □ Издавать звуки хлопанья при ударе по плоскому предмету. Ҡап итеп ҡалыу. Ҡап иткән тауыш сығыу. Ҡап итеп килеп төшөу. Ҡап итеп барып ятыу.
ҠАПҠА (Р: ворота; И.: gates; T: kapı) и.
1. Ишек алдына, кәртә-ҡураға, баҡса һ. б. инеп-сығып йөрөү өсөн махсус эшләнгән ҙур ишек рәүешендәге ҡоролма. □ Ворота. Араталы ҡапҡа. Арт ҡапҡа. Бәләкәй ҡапҡа. Инлеҡ ҡапҡа. Ел ҡапҡа. Оло ҡапҡа. Тутә ҡапҡа. Шаҡарма ҡапҡа. ■ Бикләнделәр тимер ҡапҡалар, асылырлыҡ ту гел ҡаҡһалар. М. Кәрим. Дейеу, ер йоторҙай булып асыуланып, ҡапҡаны ауҙара тибеп ебәргән, ти. Әкиәттән. [Мөхәмәтша] араталы ҡапҡаны асып, эскә утте. М. Хужин. Ҡапҡа яғына боролғас, Зифа икеләнеп туҡтаны, әйтерһең, тағы бер-ике аҙым атлаһа, уның артында ниндәйҙер кәртә уҫеп сығасаҡ һәм уны ҡабат бынан ебәрмәйәсәк. Н. Мусин. Бер мәл ҡаланың көнсығыш ҡапҡаһынан, солтан ебәргән буләктәрҙе тейәп, дөйә каруаны килеп керҙе. Ә. Хәкимов. Сәмиғулла урамына ингәндә аҙбар ҡапҡаһында бер эйәрле ат бәйле торғанын курҙе. Ж. Кейекбаев. • Кеше ҡапҡаһын асһаң аяҡ менән, уҙеңдекен ҡағырҙар таяҡ менән. Әйтем. Ҡыҙлы кешенең ҡапҡаһына ҡырҡ ат бәйләнер. Әйтем. Куршеләргә ҡунаҡ килһә, һин дә ҡапҡаң асып ҡуй. Әйтем. Ишектән сыҡһаң, илле төрлө, ҡапҡанан сыҡһаң, ҡырҡ төрлө уй төшә. Әйтем.
209