ҠАПҠА АУЫҘЫ
2. Йорт һанын иҫәпләү берәмеге. □ Ворота (единица измерения количества домов). ■ Байымдар йөҙ ҡапҡа инеләр, тарала башланылар. Экспедиция материалдарынан. Бөтә йәмәғәткә урғыстар, һуҡҡыстар алырға тип көҙ көнө ҡапҡа башынан аҡса йыйғайнылар бит. М. Кәрим.
3. диал. Йорт, хужалыҡ. □ Хозяйство. Ҡапҡаһында малы туп-тулы. Ҡапҡаһында нимәһе генә юҡ.
4. тех. Һыуҙың кимәлен билдәле бер кимәлдә тотоу өсөн асып йәки ябып ҡуя торған ҡулайлама. □ Ворота. Ҡапҡаны асыу. Ҡапҡаны ябыу. Шлюз ҡапҡаһы.
5. спорт. Футбол, хоккей кеүек уйындарҙа тупты ҡыуып индереүҙән команда тарафынан һаҡлана торған махсус билдәләнгән урын. □ Ворота. ■ Өсөнсө осорҙоц етенсе минутында Владимир Антипов, Кирилл Кольцов менән йәшен тиҙлегендәге комбинация башҡарып, шайбаны Георгий Гелашвили-ҙың ҡапҡаһына оҙатты. «Торатау», 7 апрель
2011.
6. кусм. шиғр. Нимәгәлер юл асҡан символик нәмәгә ҡарата. □ Ворота. ■ Эй, тау, етер инде һицә йәшеренеп ятыуы, ас мәғдән ҡапҡаларыңды, кутәр халыҡтарыңды. Ш. Бабич. Дан йортоноң ҡапҡаларын ҡараным ҡағып, әйттеләр: «һин йәйәулегә тормайбыҙ асып!» М. Өмөтбаев. [Назар Нәжми поэмаһында] ҡапҡа төшөнсәһе конкретлыҡтан (баҫыу ҡапҡаһы, йорт ҡапҡаһы, ауыл ҡапҡаһы) абстрактлыҡҡа (белем, дуҫлыҡ, куңел ҡапҡалары) табан уҫә һәм шул юл менән әҫәрҙең композицион те-уәллегенә булышлыҡ итә. К. Әхмәтйәнов. Тау ҡәҙәре эштәр атҡармайса асылырмы йәннәт ҡапҡаһы? Р. Бикбаев. Бикле торһон әле көҙ ҡапҡаһы — һөйөнәм кук кукрәуенә! М. Ғәли. Ҡыш ҡапҡаһын шығырлата асып, килде тағы ғинуар уртаһы. X. Назар.
7. миф. Ниндәйҙер бер хәүефле донъя сиген бедереүсе символ. □ Ворота (в мифоло-гии граница освоенного и неосвоенного опасного мира). В Яман көстәр килмәһен тип, ҡапҡа төбөнә буре йәки эт башы кумгәндәр.
Башҡорт мифологияһынан. • Каланың ҡапҡаһы ҡырҡ. Әйтем.
ҠАПҠА АУЫҘЫ (Р.: место перед воротами (снаружи)', И.: place in front of gates; T.: kapı önü) и.
Ҡапҡа алды (тыш яҡтан). □ Место перед воротами (снаружи). ■ Бөгөн иртук тороп сыҡһам, [Төлкөсураның] менеп киткән аты ҡапҡа ауыҙында тора, уҙе юҡ. Н. Мусин. • Капҡа ауыҙына ҡоҙа килһә, ҡабам менән орсоғом. Әйтем.
ҠАПҠА БАҒАНАҺЫ (Р.: столб ворот; И.: gate pole; T.: kapı direği) и.
1. Ҡапҡа беркетеп ҡуйыла торған бағана.
□ Столб ворот. ■ Юламан аһ-уһ килеп ҡайтып етһә, егеуле ат уның ҡапҡа бағанаһына бәйләуле тора. Ә. Хәкимов.
2. миф. Башҡорт мифологияһында донъя ағасын кәүҙәләндереүсе урын. □ Столб ворот (в мифологии выполняет роль мирового дерева). ■ Ямғыр яумаһа, ҡапҡа бағанаһына, баҫыу ҡапҡаһы бағанаһына һыу һибеп сығалар ине. Башҡорт мифологияһынан.
ҠАПҠА КЕНДЕГЕ и. миф. ҡар. ҡапҡа бағанаһы. ■ Һыу буйында йығылғайным, ауырыным. Шунан ҡотолоу өсөн бер туҫтаҡ һыуға кумер һалып өс мәртәбә һулаҡайға әйләндерҙем дә өйҙөң ҡапҡа кендегенә туктем. Башҡорт мифологияһынан.
ҠАПҠАҠ I (ҡапҡағы) (Р.: дверца у колодочного улья; И.: special beehive shutter; T.: kovanın kapısı) и.
1. Түмәр умартаның, солоҡтоң ҡапҡасы.
□ Дверца, створка, крышка у колодочного улья, борти. Солоҡ ҡапҡағы. Умарта ҡапҡағы. ■ Ҡәҙермәт .. солоҡтоң ҡапҡағын нисегерәк асырға — бөтәһен дә өйрәтеп сыҡты Шәһурәгә. Н. Мусин.
2. диал. һауыт-һаба ҡапҡасы. □ Крышка. Кәструл ҡапҡағы. Тәпән ҡапҡағы. Баҡырса ҡапҡағы.
3. диал. Түңәрәк йүшкә. □ Круглая вьюшка. Мейес ҡапҡағы.
ҠАПҠАҠ II (ҡапҡағы) (Р: название родового подразделения башкир; И.: name of
210