Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 211


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАПҠАНЛАУ
Bashkir clanal subdivision; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Үҫәргән ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Капкак (названиеродового подразделения башкир). Капкаҡ аймағына ҡарау. Капҡаҡ аймағынан сығыу. Ҡапҡаҡ аймағы вәкиле.
ҠАПҠАЛЫ (Р.: с воротами; И.: having gates; T.: kapılı) и.
Ҡапҡаһы булған. □ С воротами. ■ Алпамышаның үҙен ер аҫтына, зинданға, атын ете кат тимер ҡапҡалы һарайға бикләп ҡуйҙылар, ти. «Алпамыша». Йәшел ҡапҡалы, йәшел ҡойма менән әйләндерелгән баҡса эсендә Ғарифтың йәшел буяулы йорто ултыра. Ғ. Хәйри. Тимербай, зәңгәр ҡапҡалы, ҡалай башлы ҙур ғына йорттоң алдына килеп еткәс, ҡулындағы сумаҙандарын ергә ҡуйҙы ла мәғәнәле итеп иптәшенә ҡараны. Р. Сол-тангәрәев.
ҠАП-ҠАМТЫ (Р: старики и старухи; И.: the old; T.: ihtiyar adamlar) и. йыйн.
Ҡарт-ҡамҡы, ҡарт-ҡоро. □ Старики и старухи. ■ Ауылда ҡап-ҡамтылар ҡалды. Экспедиция материалдарынан.
ҠАПҠАН (Р.: капкан; И.: trap; Т.: карап) и.
1. Ике тимер дуға һәм сирткенән торған йәнлек аулау ҡоралы. □ Капкан. Капкан ҡороу. Ҡапҡанға эләгеү. ■ Хафиз ҡарттың ҡапҡанын бер урындан икенсе урынға күсереп һалып та ҡараны, төлкө ҡапҡанға яҡын да килмәне, уратып үтеп китте, Тайморзин уның серенә төшөнә алманы. М. Тажи. Ҡапҡан һалдым Ҡараташҡа, күк бүрене алам тип, ҡапҡанымды ҡарағансы, бүре ашаған бейәмде. Халыҡ йырынан. Зөфәр кистән һалып ҡайтҡан ҡапҡан, төндә ҡапҡанға бүре килеп ҡапҡан. Ш. Бикҡол. [Һолтанбай] бәләкәй саҡтан атаһынан ҡалышмай урман тапаны: утын, бүрәнә әҙерләнеләр, солоҡ яптылар, яңғыҙы һуҡыр сысҡанға ҡапҡандар ҡороп та йөрөнө, бесән саптылар, ҡышын — һунар кәсебе. Н. Мусин. Йәш ерек төбөндә ҡанға туҙып, ҡапҡанға һуғылған ҡуян үрһәләнеп ята.
Ә. Хәкимов. Ҡапҡан ғына ҡорҙом күк боҙға, ҡама ғына менән ҡондоҙға, һин дуҫҡайымды оҡшатамын Зөһрә тигән яҡты йондоҙға. Халыҡ ижадынан. • Йыртҡысына күрә ҡапҡаны. Әйтем. Аусы ла ҡапҡанға эләгер. Мәҡәл.
2. күсм. Кемделер алдау, эләктереү өсөн ҡоролған хәйлә. □ Ловушка, западня. S Яуыз ниәт менән һалһаң ҡапҡанды, көт тә тор һин үҙең килеп ҡапҡанды. Н. Иҙелбай. Арғындың үҙенең ҡазаға тарыуы, ә нуғай әмиренең ҡапҡандан ысҡыныу ы билдәле булғас, Боғара ғәскәрендә яман тауыш ҡупты. Ә. Хәкимов.
♦ Ҡапҡанға төшөү кемдеңдер тоҙағына, хәйләһенә эләгеү. □ Попасть в ловушку чью. Ҡапҡан ҡороу (һалыу) кемгәлер ҡарата хәйлә, мәкер уйлау. □ Строить козни, готовить ловушку кому, для кого. Кемгә ҡапҡан ҡораһың?
ҠАПҠАН БЕЛӘГЕ (Р: боковые пружины капкана; И.: side springs of a snare; T: kapanın yaylı demiri) и.
Ҡапҡанды һуҡтыра торған сиртмә. □ Боковые пружины капкана. Капкан беләге ысҡынып китте. Капкан беләген ҡуйыу. Капкан беләгенән тартыу.
ҠАПҠАН ДУҒАҺЫ и. ҡар. ҡапҡан йәйәһе. Капкан дуғаһы йәмшәйгән. Капкан дуғаһына бармаҡты ҡыҫа яҙыу.
ҠАПҠАН ИЛӘГЕ (Р: основание капкана; И.: detail of a trap; T: kapanın alt tabanı) и.
Ҡорған ҡапҡанды ыскындыра торған баҫмаҡ. □ Основание капкана. Капкан иләгенә баҫыу.
ҠАПҠАН ЙӘЙӘҺЕ (Р.: ударник капкана; И.: snare detail; T: kapanın vurucu detayı) u.
Ҡапҡандың ҡыҫып ала торған ике яҡ дуғаһы. □ Ударник капкана. Капкан йәйәһе ҡыҫып алды. Капкан йәйәһенә ҡыҫылыу.
ҠАПҠАН ҠЫҪҠЫСЫ и. ҡар. ҡапҡан йәйәһе. Капкан ҡыҫҡысы ике яҡтан ҡыҫты.
ҠАПҠАНЛАУ (ҡапҡанла-) (Р: ловить на капкан; И.: trap; T: kapana tutmak) ҡ.
211