Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 212


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАПҠАН СИРТКЕҺЕ
Ҡапҡанға эләктереү. □ Ловить, поймать на капкан кого. Ҡуян ҡапҡанлау. Төлкө ҡапҡанлау. Йәнлек ҡапҡанлау.
ҠАПҠАН СИРТКЕҺЕ (Р.: язычок капкана; И.: detail of a trap; T.: kapanın kilidi) и.
Иләккә эләктереп, ҡапҡанды ҡора торған бик. □ Язычок капкана. Ҡапҡан сирткеһен эләктереу.
ҠАПҠАНСЫ (Р.: охотник-капканщик; И.: trapper; T.: kapan ile tutan avcı) и.
Ҡапҡан менән йәнлек тотоусы. □ Охотник-капканщик. Ҡапҡансылар һунары. Ҡапҡансы табышы. Ҡапҡансы урманға китте.
ҠАПҠАН СЫНЙЫРЫ (Р: цепь капкана; И.: chain in a trap; T.: kapanın zinciri) и.
Ҡапҡанды нығыта торған сынйыр. □ Цепь капкана. Ҡапҡан сынйырын тарттырыу. Ҡапҡан сынйыры менән нығытып ҡуйыу.
ҠАПҠАН СЫРМАУЫ (Р: обёртка капкана; И.: detail of a trap; T.: kapanın bağı) и.
Иләккә сырмалған бау. □ Обёртка капкана, пришитая к основанию. Ҡапҡан сыр-мауын ыскындырыу. Ҡапҡан сырмауын урап ҡуйыу.
ҠАПҠАН ТҮШӘМЕ и. ҡар. ҡапҡан сырмау ы. Ҡапҡан тушәме сырмау.
ҠАПҠА ОРСОҒО и. миф. ҡар. ҡапҡа бағанаһы 2. ■ Ерҙән тейенгән ауырыу булһа, әпсенләп ҡоро кон ҡапҡа орсоғона һыу ҡоялар, төкөрөк, сәс тә һалалар. Башҡорт мифологияһынан.
ҠАП-ҠАП оҡш. ҡар. ҡап-ҡоп. Ҡап-ҡап һуғыу.
ҠАП-ҠАП КИЛЕҮ (ҡап-ҡап кил-) ҡ. ҡар. ҡап-ҡоп килеү. Ҡап-ҡап килеп һуғыу.
ҠАП-ҠАРА с. артыҡл. дәр. ҡар. ҡара I. превосх. степ, от ҡара I.
Ныҡ ҡара. □ Чёрный-пречёрный, совершенно чёрный. Я Ә кулдең ситендә, ҙур бер яҫы таш өҫтөндә, һыу ҡыҙы алтын тараҡ менән уҙенең ҡырҡ ҡолас оҙонлоғо ҡап-ҡара сәсен тарап ултыра. Халыҡ ижадынан. Тау яғынан ҡап-ҡара болоттар ағыла башланы. Б. Бикбай.
ҠАП-ҠАРАҢҒЫ (Р.: совершенно тёмный; И.: pitch dark; T.: kapkaranlık) с. артыҡл. дәр. ҡар. ҡараңғы I. превосх. степ, от ҡараңғы I.
Ныҡ ҡараңғы, дөм ҡараңғы. □ Совершенно тёмный. Ҡап-ҡараңғы булмәлә ни эшләп ултыраһың? Я Ҡап-ҡараңғы төн, вә куктә ай ҙа юҡ, йондоҙ ҙа юҡ. Ш. Бабич.
ҠАПҠАС (Р: крышка; И.: lid; T.: kapak) и.
1. Ниҙеңдер ауыҙына ҡаплай торған япма. □ Крышка, покрышка; колпак, колпачок, клапан. Ҡапҡас менән ҡаплау. Я Тимер мейестә дөрләп ут яна, уның өҫтөндә ҡапҡасын дыңғырлатып сәйнук ҡайнай. Н. Мусин. Усаҡ аҫтында ут та һурелде, баҡырсаның ҡапҡасы ла куптән инде дерелдәмәй. Т. Ғарипова. • Сөйөнә ҡурә туҡмағы, силәгенә ҡурә ҡапҡасы тәгәрәтһәң дә, тугелмәҫ. Әйтем. Һәр һауытҡа бер ҡапҡас. Әйтем.
2. Ишек һымаҡ итеп эшләнгән күгәнле ябыу. □ Дверка, дверца; створка, ставня, ставни. Я Шул ваҡыт келт итеп сәғәт өҫтөндәге бәләкәй ҡапҡас асылды ла, унан кәкук сыҡты, һәм ул .. ете рәт ҡысҡырҙы. Б. Бикбай. Урман яҡ ситтәге умарталар араһында башын һелккеләгән бер айыу тора. Курәһең, ҡапҡасы асылып ташланған умартаның ҡорттары уны һырып алған, айыу умартаға табан бер-ике атлап ҡуя ла кире сигенә. Н. Мусин. Мин кеҫәмдән көмөш сылбырға тағылған семәр ҡапҡаслы сәғәт сығарҙым. Ш. Бикҡол. Солоҡ ҡапҡасын асыр-асмаҫтан осоп сыҡҡан бал ҡорттары, геуләшеп, бер тирәлә өйрөлдө. Я. Хамматов. Тәҙрә ҡапҡастары иҫ китмәле һырҙар менән һырылған, ҡарап торһаң, быны эшләгән оҫталарҙың туҙеменә, маһирлығына иҫең китә. Т. Ғарипова.
3. диал. Мейестең мөрйәһен яба торған ябыу; йүшкә. □ Заслонка. Я Ә Мәғсум, яңынан ҡанатланып, шат йылмая-йыл-моя, арбанан келә, мөрйә ҡапҡасы, йушкәләр тартып сығарырға тотондо. А. Абдуллин. Баланың эсе ауыртһа, уның эсенә мейес ҡап
212