ҠАПҠАҺЫҘ
ҡасы менән баҫҡандар. Башҡорттарҙың им-том китабынан.
ҠАПҠАС АУЫҘ (Р.: подуст; И.: nase; Т.: karaburun) и. зоол. диал.
Түбән ауыҙлы, һорғолт һыртлы, асыҡ төҫтәге ҡабырғалы йылтыр йылға балығы; борош. □ Подуст (лат. Chondrostoma nasus). Ҡапҡас ауыҙ тотоу. Ҡапҡас ауыҙ эләктереү. Ҡапҡас ауыҙ ятыуы.
ҠАПҠАСЛАУ (ҡапҡасла-) (Р.: делать с крышкой; И.: make with a lid; T: kapak koymak) ҡ.
Ҡапҡаслы итеү, ҡапҡас ябыу. □ Делать с крышкой (покрышкой, колпаком, колпачком, клапаном; дверкой, дверцей, створкой, ставней). Тәҙрәне ҡапҡаслау. Йәшникте ҡапҡаслап эшләү.
ҠАПҠАСЛЫ (Р: с крышкой; И.: with а lid; T.: kapaklı) с.
Ҡапҡасы булған. □ С крышкой. Ҡапҡаслы һауыт. Ҡапҡаслы тәҙрәләр. Ҡапҡаслы баҡырса. Ҡапҡаслы күнәк. Ҡапҡаслы кәстрүл. Ҡапҡаслы тәпән.
ҠАПҠАСЫ (Р: вратарь; И.: goalkeeper; T.: kaleci) и. спорт.
Футбол, хоккей кеүек спорт уйындарында ҡапҡала һаҡта торған уйынсы. □ Вратарь. Команданың ҡапҡасыһы. Ш Александр Ерёменко «Салауат Юлаев» клубының саҡырыуын ҡабул итә һәм шул уҡ йылда уның составында ла төп призды яулап, төп ҡапҡасы булып китә. «Йәшлек», 25 февраль 2010.
ҠАПҠАСЫР БАҘАРЫ (Р: большой базар после уборки урожая; И.: large market after harvest; T: hasat bittikten sonra yapılan pazar) и. диал.
Ураҡ тамамланғандан һуң булған ҙур, бай баҙар. □ Большой базар после уборки урожая. Ҡапҡасыр баҙарына әҙерләнеү. Ҡапҡасыр баҙарына барыу.
ҠАПҠАТИМЕР (Р: щеколда на воротах; И.: gate bolt; T.: mandal) и. диал.
Ҡапҡа биге. □ Щеколда на воротах. Ҡап-ҡатимерҙе асыу. Ҡапҡатимер менән бикләп ҡуйыу.
ҠАПҠА ТӨБӨ (Р: подъезд к воротам; И.: place by the gates; T: kapı önü) и.
Ҡапҡа эргәһендәге урын. □ Подъезд к воротам, место у ворот. ■ Юлға сығыр алдынан Мырҙағәле кәртәгә Үтәғол менән Алтынбайҙың инәсәген, ә үҙе ҡапҡа төбөн һаҡлаясағын аңғартты. 3. Ураҡсин. Ҡапҡа төбөндә оҙатып ҡалған ҡунаҡтар түҙемһеҙлек менән сабыштың һөҙөмтәһен көтөргә тотондолар. И. Насыри. Барһам, ҡапҡа төптәрендә Йәноҙаҡ бабай әлеге Нажар тигән кеше менән һөйләшеп тора. Н. Мусин. Беҙ, сәй эсеп, урамға сыҡҡанда, беҙҙең ҡапҡа төбөндә әллә ни тиклем халыҡ йыйылғайны. Д. Юлтый. • Ҡапҡа төбөнә ҡунаҡ килһә, һабам менән турһығым. Әйтем.
♦ Ҡапҡа төбөндә килеп еткән, бик яҡын берәй эш, ваҡиғаға ҡарата әйтелә. □ Очень скоро. • Туйым ҡапҡа төбөндә, орсоҡ-табам ҡайҙа икән? Әйтем.
ҠАПҠА ТЫШЫ (Р: территория за воротами; И.: place outside of one’s gates; T.: kapı dışı) и.
Йорттоң тышҡы яғы. □ Территория за воротами, двором. М Ырыҫҡол дуҫына ҡапҡа тышынан сәләм биреп торманы, атын таҡырлап һеперелгән ишек алдына уҡ тура атлатты. 3. Ураҡсин. Ғәмилә ҡапҡа тышына сығып аҙыраҡ торҙо ла, урамда йөрөгән эттәр өйөрөнән ҡурҡып, кире инде. Я. Хамматов.
ҠАПҠА УРЫНЫ (Р: место, где были ворота; И.: dangerous spot; T: kapı yeri) и. миф.
Элек ҡапҡа булған урын; хәүефле сик. □ Место, где были ворота; опасное место, пограничье. ■ Элекке ҡапҡа урынына өй һалырға ярамай, бәхетһеҙлек килтерә. Башҡорт мифологияһынан.
ҠАПҠА ҺАҠСЫҺЫ и. спорт. ҡар. ҡапҡасы. ■ «Салауаттар» яуға ташланды. Шайба артынан шайба осто. Ҡунаҡтарҙың ҡапҡа һаҡсыһына эш өҫтәлде. «Йәшлек», 2 февраль 2008.
ҠАПҠАҺЫҘ (Р: без ворот; И.: without gates; T.: kapısız) c.
213