Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 214


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАПҠА ЭСЕ
Ҡапҡаһы булмаған. □ Без ворот. Ҡапҡаһыҙ йорт. Ҡапҡаһыҙ кәртә-ҡура.
ҠАПҠА ЭСЕ (Р.: двор; И.: yard; T.: avlu) и.
Ишек алды, йорт алды. □ Двор. Н Ҡапҡа эсенә кергәс, Ғиниәтулла иң алда тәртә араһында уҡ Ҡоланы тышаны, унан һуң туғара башланы. С. Ильясов.
ҠАП-ҠОП (Р.: хлоп, шлёп; И.: clap!; Т.: pat pat) оҡш.
1. Ҡабат-ҡабат ҡап иткәнде белдергән һүҙ. □ Хлоп, шлёп. Ҡап-ҡоп килеү. Ҡап-ҡоп һуғыу. Ҡап-коп килеп төшөү.
2. Ашығып, һоғаланып ашағанды белдергән һүҙ. □ Хоп-хоп. Ҡап-ҡоп ашау.
ҠАП-ҠОП КИЛЕҮ (ҡап-ҡоп кил-) (Р: хлопать; И.: flop, plop; T.: şak etmek) ҡ.
Ҡап-ҡоп тигән тауыштар сығарыу. □ Хлопать, шлёпать. Ҡап-ҡоп килеп тороу. Ҡап-коп килеп барып төшөү.
ҠАПҠЫЛАУ (ҡапҡыла-) (Р: закусывать; И.: bite; have a snack; T.: hafif tertip yemek yemek) ҡ.
1. Әҙ генә ашау, ашап алыу. □ Закусывать, перекусывать. Ҡапҡылап алыу. М [Таиба:] «Асыҡҡанда, ҡоҙаса, ҡапҡыларһың», — тип, ҡорот, ҡаҡ, ҡыҙыл эремсек һалып, төйөнсөк әҙерләне. 3. Биишева. [Вәли:] Мин бик арып ҡайттым да, аҙыраҡ ҡапҡылап алайым, тип ултырғайным. X. Ибраһимов. Алтынсәс йыуынып, өҫ-башын алмаштырып, унан-бынан ғына ҡапҡыланы ла ятырға ашыҡты. Ә. Хәкимов. Миңлеғәле, мәктәптән ҡайтҡас, унан-бынан ғына ҡапҡылап алды ла уйынсыҡ мылтыҡтар яһарға тотондо. Я. Хамматов.
2. һирәк-һаяҡ, әллә ниҙә бер ауыҙға алыу; ҡабыу. □ Изредка брать в рот. В Хан, ысынлап та, бер кәсә ҡымыҙ эсте лә, исем өсөн генә тигәндәй, емеш-еләк ҡапҡыланы. Ә. Хәкимов.
ҠАПҠЫЛАШТЫРЫУ (ҡапҡылаш-тыр-) (Р: закусывать; И.: have a snack; T.: biraz yemek) ҡ.
Әҙ-мәҙ ҡапҡылап алыу. □ Закусывать. Капҡылаштырып алыу. Унан-бынан ҡапҡы-лаштырҙыҡ та дәрескә киттек.
ҠАПЛАМ (Р: покров; И.: covering; Т.: örtü) и.
1. Өҫтән ҡаплаған япма. □ Покров. Ҡар ҡапламы. Ерҙең үҫемлек ҡапламы.
2. диал. ҡар. ҡаплама I. Күлдәк ҡапламы.
ҠАПЛАМА I (Р: планка на грудном вырезе рубашки; И.: shirt plank; T.: gömlek oyuntusunu kapayan kısmı) u.
Күлдәк иҙеүенең өҫтән ҡаплап тегелгән өлөшө. □ Планка на грудном вырезе рубашки. ■ Кинйәбулат өйҙән сығып китә. Яланға сыҡҡас, түштәге ҡапламаның кеҫәһенән ҡара ҡылды ала ла бармағына урай. Әкиәттән.
ҠАПЛАМА II (Р: потолок; И.: ceiling; Т.: tavan) и. диал.
1. Түшәм, түбә таҡтаһы. □ Потолок. Ҡаплама таҡтаһы. Ҡаплама йәйеү. Ҡаплама һалыу.
2. Артҡы күсәр өҫтөндәге яҫтыҡ. □ Подушка на задней оси телеги. Арба ҡапламаһы.
ҠАПЛАМА III (Р: кыстыбый; И.: kind of national pastry dish; T: yerel yemek türü) и. кул. диал.
1. Сөсө йәймә эсенә тары бутҡаһы йәки иҙгән картуф һ. б. ҡыҫтырып әҙерләнгән ашамлыҡ; ҡыҫтыбый. □ Кыстыбый (разновидность пирога, начинённого тонким слоем картофельного пюре или каши). Ҡаплама бешереү. Ҡаплама ашау. Тәмле ҡаплама.
2. Сөсө күмәс. □ Пресная булка. Ҡаплама ҡамыры. Ҡаплама ашау. Ҡаплама бешереү.
ҠАПЛАМА IV (Р: маленькая деревянная посуда; И.: small wooden vessel; T: küçük bir ağaç kap) и. диал.
Тоҙ, шәкәр өсөн бәләкәй ҡапҡаслы ағас һауыт. □ Маленькая деревянная посуда с крышкой для соли, сахара. Ҡапламалағы шәкәр. Ҡапламаға тоҙ һалыу. Ҡапламаны өҫтәлгә ҡуйыу.
ҠАПЛАМАЛЫ ЙӨЙ (Р: шов с накладкой; И.: kind of seam; T: yiv) и. махе.
Иретеп йәбештереү йәки тегеү эшендә өҫтөнә икенсе материал һалып биҙәп ямал
214