Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 215


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАПЛАНЫУ
ған урын. □ Шов с накладкой. Ҡапламалы йөй һалыу.
ҠАПЛАМА ЯПРАҠ (япрағы) (Р.: лист кроющий; И.: special kind of leaf; T.: yaprak türü) и. бот.
Ҡуйынында бөрөһө булып, үренде йә сәскә үҫеп сыҡҡан япраҡ төрө. □ Лист кроющий. Бәрәләр тулышһа, ҡаплама япраҡ асыла.
ҠАПЛАН (Р.: барс; И.: panther; Т.: pars) и. зоол.
Бесәйҙәр ғаиләһәнә ингән ҡара сыбар төҫтәге имеҙеүсе йыртҡыс йәнлек. □ Барс, леопард. / Барсовый, леопардовый (лат. Panthera pardus). Сыбар ҡаплан. Ҡаплан тиреһе. М һарай ишегенә барып еткәс, һине ашарға торған ҡапландар, башыңды өҙә сабырға торған айбалталы һаҡсылар булыр. Әкиәттән. Ҡуп тырышҡандан һуң, йыйылышырға мөмкинлек асылып, арыҫланды рәйес, ҡапланды сәркәтип итеп һайланылар. М. Ғафури. Ҡара урмандағы тымыҙыҡ ояла ҡаплан, юлбарыҫтар табыла. М. Буранғолов.
ҠАПЛАНДЫРЫУ (ҡапландыр-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡапланыу, понуд. от ҡапланыу. Йөҙ тубән ҡапландырыу. Ҡапландырып һалып ҡуйыу.
ҠАПЛАНЫУ (ҡаплан-) ҡ.
1. төш. ҡар. ҡаплау, страд, от ҡаплау. К Шулай итеп, был тирәләге тауҙар ҙа кусерелеп бөткән, урманы ҡырылған ер йәм-йәшел ағас менән ҡапланған, ә ер аҫты диңгеҙенән йәйге эҫелә йылынмай, ҡышҡы ҡаты һыуыҡта ла туңмай торған йылға ағып сыҡҡан. Халыҡ ижадынан. Өйҙөң турендә бик матур ҙур һандыҡ, уның өҫтө яҡшы балаҫ, кейеҙ менән ҡапланған. Т. Хәйбуллин. Булмәнең турендә һырлы аяҡлы, өҫтө йәшел буҫтау менән ҡапланған ҙур өҫтәл. С. Агиш. Кулдең аръяғында ҡарағай, ҡарағастар менән ҡапланған Ирәндек тауҙары кугәреп куренә. «Алдар менән Зөһрә».
2. ҡайт. ҡар. ҡаплау, возвр. от ҡаплау. Ҡапланып ятып йоҡлау. ■ Тушенә баҡыр миҙал ҡаҙағас, ҡамалы тунға ҡапланғас,
Ҡолморҙа ла кеше булды, ти. Т. Хәйбуллин. Ишеген ябырға иткәйне, уныһы, Батырҙы көтөп тормайынса, шарт итеп ҡапланып та ҡуйҙы. Н. Ғәйетбаев.
3. Йөҙ менән нимәгәлер ятыу, йөҙҙө нимәгәлер ҡуйыу, йәшереү. □ Скрываться, прятать лицо, уткнуться лицом. Я Тик бер тапҡыр, ниндәйҙер соҡорҙо төшкән саҡта санаһы салыу лап, ҡарға сумып барып төшкәс кенә, егет аҙыраҡ һыуына бирҙе һәм, көскә атты ҡыуып етеп, саналағы бесән өҫтөнә ҡапланып ятты. Б. Бикбай. Ҡапыл ойоҡһоп кутәрелгән ел, тоҙ туҙанын өйөрөлтөп һауаға кутәрҙе. Насир йөҙө менән ергә ҡапланып өлгөрҙө. 3. Ураҡсин. Бары йөҙ тубән әйләнеп ятырлыҡ ҡына көсөм ҡалған. Ҡурҡып, ергә ҡапландым. М. Кәрим.
4. Кемгәлер йәки нимәгәлер табан киҫкен хәрәкәт яһау, ташланыу. □ Бросаться на кого, что. М Арыҫлан, ҡот осҡос ялын тырпайтып, ҡойроғо менән янбаштарына һу-ға-һуға, батырға табан аҡрын ғына килә башлай; яҡынлашҡас, бер һикереуҙә уның [Ҡарабайҙың] өҫтөнә ҡапланып, өҙгәләп ташламаҡсы була. «Ҡуҙыйкүрпәс». Тороу менән ашауға ҡаплана. Экспедиция материалдарынан.
5. Йөҙ түбән йығылыу, йөҙ менән ауыу. □ Падать лицом вниз. Ҡапланып барып төшөу. М Был икәуҙе айырып алыу өсөн Сәреу менән Кәрим, уларға ҡушылып Маһи ҙа бутала башлағайны, сауҙагәр Сәйфетдиндең ҡул биленә һөрлөгөп ергә ҡапланып төштө. Т. Хәйбуллин. Ҡалҡты ысын ҡояш, кипте йәш, ҡапланды ҡара көс йөҙ тубән. Ш. Бабич. • Һайланған — һаҙға, ҡапланған баҙға. Мәҡәл.
6. Инә малға ятыу (иркәк малдарға ҡарата). □ Случаться (о животных). Бейәгә ҡапланыу.
7. кусм. Кем йәки нимә менәндер ныҡ мауығыу, бөтә күңелен, иғтибарын йүнәлтеү. □ Погружаться, окунаться. Китапҡа ҡапланыу. ■ [Янһаров] тағы китабына ҡапланды, ләкин уҡый алманы, һаман шул билдәһеҙ уртаҡлыҡ тураһында уйланы ла уйланы.
215