ҠАПЛАТЫЛЫУ
Б. Бикбай. Йәше-ҡарты, бала-сағаһы, бисә-сәсәһе, хатта, килен-киләмәһе, бәхәс тиһәң, ҡаплана ла китә. М. Кәрим.
8. Төп яғы, аҫты-өҫкә әйләнеү; түңкәрелеү. □ Перевёртываться, опрокидываться, падать ничком. Йылғаны сыҡҡанда кәмә ҡапланды. ■ Ә йылғала һаҡһыҙҙарға һәр ҡарыш һайын тоҙаҡ. Бына ҡапыл .. һиҙмәй ҡалдым кәмәнең ҡапланғанын. Ш. Бикҡол.
9. Бөтә кәүҙә менән ышыҡлау. □ Заслонять, загораживать собой что. Ишеккә ҡапланыу. Тәҙрәгә ҡапланыу. ■ Голйоҙом, тәҙрәгә ҡапланып, йотолоп ҡарай башланы. Һ. Дәүләтшина. Кешеләр йә тәҙрәгә ҡапланып, йә ҡапҡа төбонә сығып баҫҡан көйө ҡарап ҡалды уны [Мәрәһимде]. М. Кәрим. Әллә түреңә лә уҙҙыраһың килмәй инде? Ишеккә ҡапланып һөйләшәһең. Ф. Иҫәнғолов.
10. Бәйләнеү, ташланыу. □ Придираться, кидаться. Балаларға ҡапланма.
11. Асыуланыу, йән көйөү, ҡабарыныу. □ Сердиться. Миңә ҡапланып торор, ти, әбей.
12. мыҫҡ. диал. Үлеү, йән биреү. □ Умереть, сдохнуть. Ҡапланған бит теге.
♦ Ҡапланғыры (ҡапланып киткер) ҡарғау һүҙе. □ Чтоб (ты) пропал, сгинул (заклинание, зложелание).
ҠАПЛАТЫЛЫУ (ҡаплатыл-) ҡ. төш. ҡар. ҡаплатыу, страд, от ҡаплатыу. М Аллағол иһә эйәһеҙ ары-бире һуғылып йөрөгән ялбыр яллы, бик елле туры атты тотоп менгән. Хужаһы, моғайын, драгун булғандыр: түшлек һәм ҡойошҡан ҡайыштарына ла, йүгәненең маңлайҙағы арҡыс-торҡос тартмаларына ла еҙ төймәләр ҡаҙалған, эйәр ҡашы ялтыр тимер менән ҡаплатылған. Н. Мусин.
ҠАПЛАТЫУ (ҡаплат-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡаплау, понуд. от ҡаплау. ■ [Карабай] арғымаҡтарҙың береһен боронғо Бохар оҫталары эшләгән эйәр менән эйәрләтә, эйәр өҫтөнә аҡ тула сәкмән, ҡама бүрек һалып, ике аҫыл келәм менән ҡаплата; икенсеһенә, юл аҙығы итеп, бер турһыҡ ҡымыҙ, ҡорот,
май аҫтыра. «Ҡуҙыйкүрпәс». Атаһы иҫән саҡта Өрҡиәгә нисектер ҡырыныраҡ ҡарап йөрөгән Таһир хәҙер уға бигерәк тә кеселекле, әйтерһең, шул ваҡыттағы ғәйебен яҡшылыҡ менән ҡаплатырға теләй. Н. Мусин.
ҠАПЛАУ (ҡапла-) (Р.: закрывать; И.: close; cover; T.: kapamak) ҡ.
1. Берәй нәмәгә нимәнелер йәки берәй нәмәне нимә менәндер өҫтән ябыу. □ Покрывать, закрывать. Ҡаплап ҡуйыу. ■ Сәғиҙә,.. түшәгенә ауып,.. юрғанын башынан аша ҡапланы. М. Тажи. Хәлфетдин өндәшмәне, боттарын һуҙып ергә ултырҙы ла устары менән йөҙөн ҡапланы. М. Кәрим. Юрған өҫтөнә ҡыптыр тунын да ҡаплап ятҡан Сөләймән таңға табан өшөп уянды 3. Ураҡсин. • Ил ауыҙына иләк ҡаплап булмай. Әйтем.
2. Йәшереү, ышыҡлау өсөн ябыу. □ Закрывать. Ауыҙҙы ус менән ҡаплау. Ҡаплап тороу. П Ҡатындар һыу буйына барып еткәндә, Сәғиҙә усы менән битен ҡаплап илап тора ине. М. Тажи. Сәбилә алпан-толпан килгән Гөлмәрйәм артынан, яулыҡ осо менән ауыҙын ҡаплай-ҡаплай, өҫкә күтәрелде. Т. Ғарипова. Бесәй моронон ҡаплап ятһа, көн һыуыта, һынамыш.
3. Кейемде өҫкә һалыу, ябыу. □ Накрывать, закрывать. Башҡа яулыҡ ҡаплау. Ҡолаҡты ҡаплап кейеү.
4. Нимәнелер өҫтән тотош ябып, күрен-мәҫлек итеү. □ Покрывать, закрывать. ■ Кистән генә бер нәмә лә юҡ ине, тон урталарында, әйтерһең, йылға, ҡапыл уянып, арҡаһын турайтты һәм өҫтөн ҡаплап ятҡан боҙҙо, ҡалҡынып, ҡап урталай ярып, ярҙарына һыймай, ташып китте. Б. Бикбай. Алыҫта, байтаҡ ҡына алыҫта, донъяны ҡаплап алған ап-аҡ ҡар өҫтөндә бер-ике ҡарасҡыл күренде. Ғ. Дәүләтшин. Сатнап торған һалҡын, ел ҡотора, буран ҡаплай юлсы санаһын. М. Хәй. Ерҙең өҫтөн һыу ҡаплап, ҡоро ере бөткән һуң,.. үлемгә иш ҡалманы, эшләргә эш булманы. «Урал батыр».
5. Күп булыу, күп булып сығыу, үҫеү һ. б.; баҫыу. □ Покрывать, распространяться, покрывать, занимать. Ҡаплап алыу. ■ Ваҡ
216