ҠАПЛАУ
ҡыуаҡтар ҡаплаған һәм көртө билгә еткән соҡор төбөндә, аяҡтары йыуан арҡан менән маталап ташланған килеш, Аҡҡола ята ине. Б. Бикбай. Юл бер һырттан төшә лә икенсеһенә менә, араларында ваҡ-ваҡ ҡына йылғалар, ҡамыш ҡаплаған кулдәр һуҙыла. 3. Ураҡсин. Тауҙарҙы шыршы, ҡарағай ҡаплаған, һөңгөләрен күккә төбәп ултырған ҡараһыу йәшкелт ағас араһында имән, ҡайын матурлыҡҡа тағы йәм өҫтәй. Р. Солтангәрәев.
6. Күп булып киң арауыҡҡа таралыу, күп урынды биләү. □ Распространяться. ■ Шунан һуң хан: «Егет, мин һине көтөусе итеп алырға ризамын, бына ошо яландағы йылҡыларымды көтөрһөң», — тип, ҙур яланды ҡаплап алған өйөр-өйөр йылҡыларҙы курһәтте, ти. Әкиәттән.
7. Ышыҡлау, һаҡлау. □ Закрывать, загораживать. Май шәмде елдән ҡул менән ҡаплау. Я Ундай иптәш өсөн уҙеңде ҡорбан итергә була. Ҡыҙғаныс, шул саҡта мин дә булмағанмын, булһам, мин һине лә уҙ кәүҙәм менән ҡаплар инем, — тине Ҡадир. Б. Бикбай.
8. Ышыҡлап, ябып, нимәгәлер ҡамасаулау, томалау. □ Загораживать. Ишекте ҡаплап тороу. ■ Ныязғол ишек төбөн ҡаплап алған әзмәүерҙәй мыҡты егеттәргә, мейес янында, иҙәндә тулып торған башҡа кешеләргә ҡарап, уларҙың берәуһенең дә уҙенән бер тамсы ла ҡурҡмаясаҡтарын һәм уны тыңламаясаҡтарын төшөндө. һ. Дәүләтшина. Өҫтән яуған ҡуйы, эре ҡар бөртөктәре елгә ыуалып, ергә төшмәҫ борон уҡ буран бөртөктәренә әйләнәләр ҙә, йәй көнөндәге ҡом бураны кеуек тын юлына инеп, һулышты ҡаплайҙар. Ғ. Дәүләтшин. Мәмерйәгә инеу юлын тамыры бер яҡтан ҡупҡан дәу ҡарағас ҡаплаған. Т. Ғарипова.
9. Ябыу, солғап алыу (ҡараңғылыҡ, болот һ. б. ҡарата). □ Покрывать, окутывать, застилать, заволакивать (о темноте, тучах и т. д.). Ерҙе ҡуйы томан ҡапланы. ■ Ауыл өҫтөн һалынҡы ҡара болоттар ҡаплап алды. Ф. Әсәнов. Тон урталары еткәс, ҡапыл
ел-дауыл күтәрелеп, ағас баштары шаулай башлаған, ҡая таштар, шарлауыҡтар үкергән, кук йөҙөн ҡуйы ҡара болот ҡаплап алған, ти. Әкиәттән. Бая уҡ тамырлана башлаған болоттар, бергә уҡмашып, тотош күкте ҡаплап алдылар. Б. Бикбай. Ауылды тулған ай яҡтыһы ҡаплаған. Һ. Дәүләтшина. Ҡапыл тирә-яҡты эңер ҡараңғылығы ҡапланы. Ә. Хәкимов. Бөтә яланды төтөн, туҙан, ялҡын ҡапланы. М. Кәрим.
10. кусм. Күңелде, иғтибарҙы тотош биләү. ■ Овладевать (чувствами, мыслями). ■ Быға тиклем һис таныш булмаған әллә ниндәй көслө тойғолар Гөлйөҙөмдөң бөтә барлығын ҡаплап алдылар. Һ. Дәүләтшина.
11. кусм. Етешһеҙлек, хаталарҙы һ. б. йәшереү, һиҙҙермәү. □ Скрывать. Ғәйепте ҡапларға тырышыу.
12. Тотонолған сығымды ҡайтарыу.
□ Покрывать, возмещать (убытки). Зыянды ҡаплау. Сығымдарҙы ҡаплау. Я Келәттә етмәгән игенде бөгөн төндә ук ҡапларға кәрәк. Б. Бикбай.
13. Инә малды аталандырыу; ҡасырыу (иркәк малдарға ҡарата). □ Случать (животных). һыйырҙарҙы ҡаплау.
14. Һауыт кеүек нәмәнең аҫтын-өҫкә өйләндереү; түңкәреү. □ Перевёртывать, опрокидывать (нижней стороной кверху).//Пе-ревёртывание, опрокидывание. Күнәкте ҡаплау. Сеүәтәне ҡаплау. Я Ысынлап та кеше килгәнен күреп, ул [Ғариф] ашъяулыҡтың ситен өйләндереп сынаяғын ҡапланы ла, ҡабаланып, һикенән төшөп китте. Ж. Кейекбаев. Уҡ, Йүгерек батырҙың башына ҡаплаған сүлмәккә барып тейеп, селпәрәмә килтергән. Әкиәттән.
15. һауытты әйләндерел эсендәге шыйыҡлыҡты бер юлы ҡойоу; түңкәреү.
□ Выпить залпом. Я Фәруҡша уҙе лә һиҙмәҫтән стаканын ауыҙына ҡапланы. М. Ху-жин.
16. Нимәнеңдер тауышын баҫыу, ишеттермәү. □ Покрывать, накрывать, прикрывать, заглушать. Оркестр һөйләшкән тауышты ҡапланы.
217