Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 218


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАПЛАУҒЫС
17. кусм. Күмеү, баҫып алыу. □ Закрыть, заметать. ■ Миндә булған ҡай бер теләктәрҙе уткән ауыр йылдар ҡаплаған. Ғ. Хәйри. Уныц [Ирғәленең] тауышы саҡ-саҡ ҡына ишетелде, ә яңы ғына сикһеҙ шатлыҡ ялмаған йөҙөн моңһоу өмөтһөҙлөк ҡаплап киткәйне. Н. Мусин. • Мең яҡшылыҡты бер яуызлыҡ ҡаплай. Әйтем.
18. Баҫып алыу. □ Захватывать, охватывать. В Һалдарға ултырып һыуға төшөуҙәре булды, дошман уларҙы ут ямғыры менән ҡапланы. Яр. Вәлиев. Бөгөн, илде яу ҡаплап торғанда, бишектәге бала ат менерҙәй булып тирбәнеп ятҡан саҡта, батырҙар ҡәҙерле. Б. Рафиҡов. Көнөн-төнөн яу сапҡан Ҡараһаҡал батыр ҙа яңғыҙланғас, ҡул тартҡас, ил ҡаплаған дошманға яңғыҙ ай ҙа көн булмаҫ. Ҡобайырҙан.
19. диал. Алдау, ялғанлау. □ Подвести. Былар беҙҙе ҡаплап киткәндәр бит.
♦ Ауыҙын ҡаплау {йәки ябыу) өндәш-мәҫлек итеү, өнөн тығыу. □ Заткнуть рот, заставить замолчать. ■ Әллә Торомтайҙың ҡылын тартып ҡарайһымы икән? Ул, йомоҡ, әллә ниндәй ҡаты һуҙҙәр әйтеп, ауыҙыңды ҡабат асмаҫлыҡ итеп ҡаплап ҡуйыуы ла бар. Н. Мусин. Ике күҙҙе май ҡаплау уны-быны күрмәҫ, белмәҫ булыу. □ Не замечать, не видеть. Ҡолаҡҡа кейеҙ ҡаплау әйткәнде ишетмәй, өндәшмәй торған саҡта әйтелә. □ Глухой как валенок. соотв. Глухая тетеря, һуйған да ҡаплаған (һуйып ҡаплағандай) бик ныҡ оҡшаған (кешегә ҡарата). □ Похожи как две капли воды. ■ Теге ҡош телен белеусе егеткә һуйған да ҡаплаған бер егет бик ҙур эштәр курһәтте. Әкиәттән. Атаһына һуйып ҡаплаған кеуек оҡшағайны Таһир. Н. Мусин. Ата-әсә ҡунаҡтан ҡайтып инһәләр, ни куҙҙәре менән курһендәр: бер-береһенә һуйып ҡаплағандай, өс ҡыҙ урындыҡта уйнап ултыра икән. Әкиәттән.
ҠАПЛАУҒЫС (Р.: заслонка; И.: stove cover; T.: kapak) и.
Мейес ҡапҡасы. □ Заслонка. Ҡаплау-ғысты ябып ҡуйыу. Мейескә яңы ҡаплауғыс алыу.
ҠАПЛАУЛЫ (Р: закрытый; И.: covered; T.: kapalı) с.
1. Ҡаплап ҡуйылған, ябылған, көплө.
□ Закрытый. Ҡаплаулы баҙар. ■ XX быуат башындағы фотоларҙан боронғо кейем өлгөләренең һаҡланып килеуен курһәк, тормош рәуешенең ҡырҡа уҙгәреуе кейемдә лә сағылыш таба. Колхоз эшенә йәлеп ителгән ҡатын-ҡыҙ еләнде камзулға алмаштыра, элек елән итәктәре менән ҡаплаулы итәктәргә ҡат һалына башлай. М. Бураҡаева.
2. Түңкәрелгән. □ Опрокинутый. • Ҡаплаулы ҡаҙан ҡаплаулы ҡалһын. Мәҡәл.
ҠАПЛАУЫС (Р: крышка; И.: cover; lid; T: kapak) и.
1. Нимәнелер ҡаплай торған нәмә; ҡапҡас, япма. □ Крышка, покрышка. Банка ҡаплауысы. К Тамсы бөҙрәһендә [ҡыҙҙың] маңлайы ялтырап китә, көнгә ҡараһа, ерҙән тугелдер ул, кәуҙәһенә томандай ҡаплауыс ураған. К. Кинйәбулатова.
2. Күлдәк иҙеүенең ҡапҡасы. □ Клапан на грудной выемке рубашки, платья. Кулдәк ҡаплауысы.
ҠАПМА р. ҡар. ҡап III. Ҡапма уртаһы. Ҡапма яртыһы.
ҠАПМА-ҠАРШЫ I (Р: прямо противоположный; И.: contradictory, just opposite; T: tam karşıt) c.
1. Бер-береһенә бөтөнләй тура килмәгән, оҡшамаған, бер-береһен кире ҡаҡҡан.
□ Прямо, резко противоположный; противоречивый, несовместимый, контрастный. Ҡапма-ҡаршы фекерҙәр яңғыраны. Ҡапма-ҡаршы фекер. Ҡапма-ҡаршы төҫтәр. М Был ваҡытта Сәйф Сарай, ҡапма-ҡаршы ике хистән арына алмайынса, көндәр буйы йә асыҡ тәҙрә төбөндә уйланып ултырыуҙы, йә Нил ярындағы баҡсала аяҡтары талғансы йөрөуҙе ғәҙәт иткәйне. Ә. Хәкимов. Ҡиссаның эпик сюжеты, ҡапма-ҡаршы төркөмдәрҙән торған геройҙары, ҡайһы бер поэтик уҙенсәлектәре буйынса башҡорт халҡының
218