Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 219


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАПМА-ҠАРШЫЛЫҠЛЫЛЫҠ
боронғо «Урал батыр», «Заятуләк менән һыуһылыу» кеуек ҡобайырҙарының эпик традициялары менән шаҡтай уртаҡ икәнен дә самалап була. Н. Зарипов.
2. Ниҙеңдер тапҡырындағы. □ Противоположный. Ш Ер шарының бөтөнләй ҡапма-ҡаршы яғындағы, беҙҙә тон булғанда унда көн булған урындағы тәулек әйләнешенең сәйерлектәренә лә кунеккән бар. Р. Бикбаев. Атым иһә Нажар бабай артынан тугел, бөтөнләй икенсе яры атланы. Теҙгенемде һулға тартҡайным, ул киҫкен рәуештә шулай боролдо ла ҡапма-ҡаршы яҡҡа ыңғайланы. Н. Мусин. Алда саң болото кутәрелде. Ҡойон уйнайҙыр, тиһәк, меңәрләгән антилопаны гепардтар өйөрө баҫтыра икән. Баҫтырыш нисек тамамланғандыр — аңғарманыҡ, сөнки ҡырҡа ғына ҡапма-ҡаршы яҡҡа ҡайырылдыҡ. «Ағиҙел», № 9, 2009.
ҠАПМА-ҠАРШЫ II (Р.: против; И.: towards, against; T.: karşıt) р.
1. Кире фекерҙә, ҡаршы мәғәнәлә.
□ Против. Ҡапма-ҡаршы һөйләу. Ҡапма-ҡаршы уйлау. Мин уның тәҡдименә ҡапма-ҡаршы фекерҙә торам. М Сырайына сыҡҡан ҡыуаныс билдәһе Ғатаның болоҡһоу кәйефенә ҡапма-ҡаршы ине. Ә. Хәкимов.
2. Ҡара-ҡаршы, йөҙгә-йөҙ килеп. □ Лицом к лицу, друг против друга. Ҡапма-кар-шы ултырып барыу. К Ҡафеға инеп ҡапма-ҡаршы ултырғас, ул [Инсаф]урелеп Дилбәрҙең ҡулын усына алды ла куҙҙәренә ҡараны. Г. Ғиззәтуллина. Хисмәтулла, төрлө уйға сумып, эштән ҡайтышлай ҡабаҡҡа инеп барғанда, ҡапма-ҡаршы Сәйфетдингә тап булды. Я. Хамматов. Ижад процесындағы шәхси башланғыс бигерәк тә таҡмаҡтарҙы ҡапма-ҡаршы әйтешкән урындарҙа асыҡ сағыла. М. Мәмбәтов.
ҠАПМА-ҠАРШЫЛЫҠ (ҡапма-ҡаршылығы) (Р: противоположность; И.: contrast; T.: karşıtlık) и.
Ҡапма-ҡаршы булған хәл, күренеш.
□ Противоположность, контраст; противоречие. Аҡыл хеҙмәте менән физик хеҙмәт араһындағы ҡапма-ҡаршылыҡты еңеу.
Ҡапма-ҡаршылыҡтарҙың берҙәмлеге һәм көрәше. Фекерҙәрҙең ҡапма-ҡаршылығы. К Тормош ҡапма-ҡаршылыҡтарҙың көрәше -нән ғибәрәт. К. Әхмәтйәнов. Эпизодтар, ғәҙәттә, көтөлмәгән ҡапма-ҡаршылыҡҡа нигеҙләнеп, уҙ-ара сәбәп-һөҙөмтә бәйләнешендә һурәтләнә, сюжет уҫеше ҡатмар-ланғандан-ҡатмарлана бара. Н. Зарипов. Юлда барғанда, ул [Куҙыйкурпәс] хуш куңелле һәм дуҫтарса мөғәмәлә итеусе хан менән тәкәббер һәм рәхимһеҙ Сарыбай тураһында баш ватып, шул саҡлы ҙур ҡапма-ҡаршылыҡ нилектән була икән, тип уйлай: аҡһөйәк хандан килбәтһеҙ һәм яман холоҡло Айҡара тыуған, һәм, киреһенсә, ябай холоҡло, саф куңелле гузәл Маянһылыу шул тиклем ҡараһөйәк Сарыбайҙан тыуған. «Ҡуҙыйкүрпәс». Шәжәрә байрамдары — ҡан-ҡәрҙәштәребеҙҙең уҙ милли тамырҙарын табыуы, тормошобоҙҙағы ҡапма-ҡаршылыҡтарға, ауырлыҡтарға бирешмәуе, теленә, диненә һәм еренә тоғро ҡалыуы, халҡыбыҙҙың милли уҙаңы уҫешенең асыҡ сағылышы. «Ағиҙел», № 7, 2010.
ҠАПМА-ҠАРШЫЛЫҠЛЫ (Р: противоречивый; И.: contradictory contrast; T.: karşıtlık) с.
Бер-береһенә ҡапма-ҡаршы булған, кире ҡаҡҡан. □ Противоречивый, полярный. Ҡапма-ҡаршылыҡлы уйҙар. Ҡапма-ҡаршылыҡлы фекерҙәр. Ҡапма-ҡаршылыҡлы ҡараштар. ■ Ҡапма-ҡаршылыҡлы мәғәнәһеҙ уйҙарға кумелеп көбө артында ята торғас, Мифтахетдиндың куҙҙәре йомол-до. Ә. Хәкимов. Ул кисте Гөлбаныу ҡапма-ҡаршылыҡлы хистәр менән көтөп алды. Т. Ғарипова. Башына ҡапыл килеп тығылған ҡатмарлы, ҡапма-ҡаршылыҡлы фекерҙәрҙе тәртипкә килтереп, теҙеп һөйләр хәлдә тугел ине ул [Шәһурә]. Н. Мусин.
ҠАПМА-ҠАРШЫ ЛЫҠ Л Ы Л ЫҠ (ҡапма-ҡаршы л ыҡлы лығы) (Р: противоречивость; И.: polarity; T.: karşıtlık) и.
Бер-береһенә ҡапма-ҡаршы булыу. □ Противоречивость, полярность. Фекерҙәр ҡапма-ҡаршылыҡлылығы. Ҡараштар
219