Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 220


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАПМА ТУП
ҡапма-ҡаршылыҡлылығы. Идеялар ҡапма-ҡаршылыҡлылығы. Уйҙар ҡапма-ҡаршылыҡлылығы.
ҠАПМА ТУП (тубы) (Р.: лапта; И.: bat; T.: lapta (bir top oyunu) и.
Туп ҡағыш уйыны (уйын майҙансығында бер-береһенән 8-10 м алыҫлыҡта ике сик һыҙылып, ике араға көтөүсе ҡуйыла. Туп һуғыусылар һыҙыҡтың бер яҡ тышында тора. Туп биреүсе билдәләнә. Ул тупты һауаға сөйә; туп ергә төшөп килгәндә, һуғыусыларҙың береһе уны таяҡ менән алыҫҡа һуғып ебәрә лә үҙе икенсе һыҙыҡҡа йүгерә. Шул саҡта көтөүсе тупты тотоп алып, йүгереп барған һуғыусыға бәрергә тейеш. Әгәр тейҙерһә, көтөүсе туп биреүсегә әйләнә, туп биреүсе һуғыусылар сиратына баҫа, ә теге һуғыусы көтөүсе булып ҡала; әгәр көтөүсе тупты һуғыусыға тейҙерә алмаһа, һуғыусы ҡотолған булып иҫәпләнә һәм ул яңынан туп һуға ала). □ Лапта. Ҡапма туп уйнау. Ҡапма туп һуғыу. Ҡапма туп уйыны ҡағиҙәләре.
ҠАПМӘЛДӘ (Р: внезапно; И.: suddenly; T: aniden)/?, диал.
Ҡапыл, кинәт. □ Внезапно, вдруг. Ҡап-мәлдә генә ҡайтып китмәнем, ҡараңғы ла төшөп китте. Ҡапмәлдә башыма бер уй килде. Ҡапмәлдә һуғып осороу.
ҠАПРАЙТЫУ (ҡапрайт-) (Р: вздувать;
И.: inflate; T: kabartmak) и.
1. Ҡапайтыу, ҡабартыу. □ Вздувать. Эсте ҡапрайтыу. Ҡапрайтып ултырыу. Эсен ҡапрайтып ултыра.
2. Кәпәрендереү, маҡтандырыу. □ Допускать, давать возможность чваниться кому. Ҡапрайтып, маҡтап торған була. Ҡапрайтып ебәреү.
ҠАПРАЙЫУ (ҡапрай-, ҡапрая) (Р.: топорщиться; И.: bristle; T.: kabarmak) ҡ. һөйл.
1. Килешле булып ятып, һылашып тормау; ҡабарыу, ҡапайыу. □ Топорщиться, оттопыриваться. Ҡеҫәһе ҡапрайып киткән. Ҡапрайып тороу.
2. күсм. Үҙеңде шәпкә ҡуйыу; маһайыу, ҡупырайыу. □ Важничать, гордиться, чва
ниться. Ҡапрайып йөрөү. Ҡапрайып ултырыу. Ҡапрайып китеү.
ҠАПРАЙЫШЫУ (ҡапрайыш-) ҡ. урт. ҡар. ҡапрайыу. взаимн. от ҡапрайыу. Ҡеҫә-ләре ҡапрайышып тора. Ҡапрайышыпултыралар.
ҠАПРЫҠ (ҡапрығы) (Р: высокорослая непитательная лесная трава; И.: tall forest grass; T: orman bitkisi) и.
1. Урманда, һаҙҙа үҫкән оҙон ашһыҙ үлән. □ Высокорослая непитательная лесная трава. ■ Уныһы [Айрас] урман ситендә аҙ ғына туҡталып, әле бик үк кибеп етмәгән ҡапрыҡҡа ҡарап торҙо ла, борхота тибеп тә ебәрҙе. Ш. Насыров.
2. Былтырғы оҙон ҡыу үлән. □ Перезимовавшая высокая трава. Баҡсаны ҡапрыҡтан таҙартыу. • Арпа еймәҫ арғымаҡ ҡапрыҡҡа моң булыр. Мәҡәл.
3. Ҡапрайып өйөлөп ятҡан ҡоро үлән; сыбыҡ-сабыҡ. □ Куча хвороста. Ҡапрыкка ут төртөү. Ҡапрыҡты яндырыу.
ҠАПСАЙТЫУ (ҡапсайт-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡапсайыу. понуд. от ҡалсайыу. В Ошо өмөт ҡанатландырҙы Гилмиязаны һәм иртәнгелеккә ашап-эскәс үк һүҙ башланы: «Торсон, мине Уралға алып барып ҡайт». Ире уға күҙен ҡапсайтып ҡараны. Н. Мусин.
ҠАПСАЙЫУ (ҡапсай-, ҡапсая) (Р: быть выпуклым; И.: be convex; T: kabartma olmak) ҡ. һөйл.
1. Шешмәкләнеп, ҡабарып һалыныу (күҙ ҡабағы, күҙ төбө, тамаҡ аҫтына ҡарата). □ Быть выпуклым (вздутым, мешкообразным). Ҡапсайып тороу. ■ [Назаровтың] оҙонсараҡ ҙур бите таушалған, күҙ төбөндәге йоҡаҡ тире сырышып, ҡапсайып тора. Н. Мусин.
2. Кәпәйеү, ҡапрайыу. □ Вздуваться (о животе). Эсе ҡапсайған. Йәйендең ашҡаҙаны тамаҡ аҫтында ғына ҡапсайып тора.
ҠАПСАҠ (ҡапсағы) (Р: двугорбый верблюд; И.: Bactrian camel; T: iki hörgüçlü deve) и.
Ике үркәсле дөйә (үркәс араһы яҡын, алғы үркәсе ҙурыраҡ). □ Двугорбый верблюд
220