ҠАПСЫҠЛЫ ҮРСЕМ
(у которого горбы расположены близко, передний горб больше). Ҡапсаҡҡа ултырыу. Ҡапсаҡҡа йөк һалыу.
ҠАПСАЛ (Р.: ущелье; И.: gorge, ravine; T.: (dar) boğaz) и. диал.
1. Ике тау араһындағы тар ҡыҫыҡ; тарлауыҡ. □ Ущелье, теснина. Ҡапсалға килеп сығыу. Ҡапсалда бер ҡайын уҫеп ултыра.
2. Үтеп сыҡҡыһыҙ ҡуйы ағаслыҡ; шырлыҡ. □ Дебри. Этең ҡапсалға инеп китте. Ҡапсалдан килеп сығыу.
3. Ҡумшырыҡ, ҡумрыҡ. □ Подводное углубление в береговом склоне. Ҡапсалға төшөп китеу. Ҡапсалға төшөрөп ебәреу.
4. Йылға һикәлтәһе. □ Порог (на реке). Ҡапсалдан барыу. Ҡапсалда ултырыу.
ҠАП СИСЕҮ (Р.: открывать свадебные гостинцы; И.: untie a sack with wedding presents; T.: hediyeleri kabul etmek) и. этн.
Ҡалымға барғанда килтергән күстәнәстәрҙе ҡабул итеп алыу, туй күстәнәсен асыу, асып ҡабул итеү йолаһы. □ Свадебный обряд, связанный с открытием свадебных гостинцев. Ҡап сисеу йолаһын башҡарыу.
ҠАПСЫҠ I (ҡапсығы) (Р: мешочек; И.: packet; sack; T.: çuval) и.
1. Бәләкәй тоҡ; тоҡсай. □ Мешочек, сумка, рюкзак. Я Бер ҡапсыҡҡа баҡыр аҡсалар тултырып, ауыҙын бәйләмәй генә һандыҡтың өҫтөнә һалып ҡуйылған икән, ти. Әкиәттән. • Ирҙәр мал таба, ҡатындар ҡапсыҡ тегә. Әйтем.
2. диал. Бөртөклө йәки онтаҡ нәмәләрҙе һ. б. һалып һаҡлау һәм бер урындан икенсе урынға ташыу өсөн тупаҫ туҡыманан, ҡағыҙҙан бер башы ғына асыҡ ҡалдырып тегелгән ҙур ҡап; тоҡ. □ Мешок. Я Саф бөртөктәр ыуыла — онға әйләнә, аҡ он менән тула ҡапсыҡтар. Ғ. Мәсғүт. [Һабантуйҙа] берәуҙәр .. сәхнәлә донъяһын онотоп бейей, икенселәре, куҙен бәйләп, көршәк вата, көс һынаша, өсөнсөләре аяҡтарына ҡапсыҡ кейеп йугерешә. Д. Бүләков. • Беҙ ҡапсыҡта ятмай. Мәҡәл.
3. Нимәлер һалыу өсөн яһалған ҡағыҙ йәки полиэтилен тоҡсай. □ Пакет. Өс ҡапсыҡ ҡына содам бар.
4. кусм. Кешенең ниндәйҙер бер сифатына баҫым яһағанда әйтелә. □ В форме притяжения в словосочетаниях обозначает характер, качества человека. Гөнаһ ҡапсығы. Гәйбәт ҡапсығы. Хыял ҡапсығы. Хәсрәт ҡапсығы. Ялған ҡапсығы. Көлкө ҡапсығы. ■ Дәштеләр шунда йәһәннәм ҡарсығын, асты ул иблескә хәйлә ҡапсығын. Ш. Бабич. Заһитов ҡалын иренен ҡымтый, тәҙрәнән юл ситенә ҡарап, башын зыңҡытҡан уйҙарҙан ҡотолорға тырыша. ♦ Тот ҡапсығыңды {йәки ҡапсығыңды киң тот) буш өмөттән көлөп әйтелә. □ Держи карман шире.
ҠАПСЫҠ II (ҡапсығы) (Р: кожура; И.: peel; T.: kabuk) и.
Төрлө нәмәнең тыштан ҡаплап торған көбө; ҡабыҡ. □ Кожура. Картуф ҡапсығы. Сөгөлдөр ҡапсығы. Шалҡан ҡапсығы.
ҠАПСЫҠ КҮҘ (Р: глаза с припухшими веками; И.: eyes with puffy lids; T.: şiş göz) и.
Шешмәк ҡабаҡлы күҙ. □ Глаза с припухшими веками. Капсык куҙле ҡатын. Капсык куҙен буяп ебәргән булған.
ҠАПСЫҠЛАНЫУ (ҡапсыҡлан-) (Р: отвисать мешкообразно; И.: sag, hang down unseemly; T.: sarkmak) ҡ.
1. Ҡапсыҡ һымаҡ формаһыҙ, киң булыу (кейемгә ҡарата). □ Отвисать мешкообразно. Ҡапсыҡланып тороу. Ҡапсыҡланып куренеу. Салбары ҡапсыҡланып тороу.
2. Шешмәкләнеп, ҡабарып тороу (куҙ төбөнә ҡарата). □ Распухать. Ҡуҙ төбө ҡапсыҡланған. Ҡапсыҡланып китеу.
ҠАПСЫҠЛЫ ҮРСЕМ (Р: мешотчатый расплод; И.: kind of bees’ desease; T.: kabukh üreme) и. вет.
Үҫеш осороноң һуңғы мәлендә ашамай, ҡуҙғалмай, көпкә төрөнөп ятҡан үрсеме үҫешмәй зарарланып ҡалыуҙан ғибәрәт булған йоғошло бал ҡорто ауырыуы. □ Мешотчатый расплод. Ҡапсыҡлы урсем башлыса яҙғы һыуыҡтарҙан һуң барлыҡҡҡа килә.
221