ҠАП ТА ҠОП
ҠАП ТА ҠОП оҡш. ҡар. ҡап-ҡоп. Ҡап та ҡоп һуғыу. Ҡап та ҡоп һоғоноу.
ҠАП ТА ҠОП КИЛЕҮ (ҡап та ҡоп кил-) ҡ. ҡар. ҡап-ҡоп килеү. Ҡағыҙ тоҡ ҡап та ҡоп килеп тора.
ҠАПТАЛ (Р.: ленчик; И.: saddle tree; T.: eyerin bir parçası) u.
1. Эйәр-ыңғырсаҡтың ат арҡаһына ята торған ике ҡанаты. □ Ленчик (часть седла). Эйәр ҡапталы. ■ Ҡатындар эйәренең ҡапталы бешәу ағастан соҡоп эшләнгән булған. Ә ирҙәр эйәренең ҡапталы ике таҡтанан тороп, ҡапталдар араһына яҫы ҡайыш ҡуйылған. Экспедиция материалдарынан. Эйәрҙең ҡапталы, алғы һәм артҡы ҡашы, ҡанъяға .. төрлө биҙәктәр менән айҙа-ландырылған. Ғ. Хөсәйенов.
2. Ат арҡаһының эйәр-ыңғырсаҡ ята торған урыны. □ Часть спины лошади, куда ставится седло и седёлка. Ҡапталға эйәр һалыу. Ҡаптал тәңгәле.
ҠАПТАЛАН ДЫРЫУ (ҡапталандыр-) (Р.: торопить; И.: hasten; T.: acele ettirmek) ҡ. диал.
Ҡабаландырыу, ашыҡтырыу. □ Торопить. Мине ҡапталандырма. Ҡапталанды-рып алып сығып китеу.
ҠАП ТАРАТЫУ (ҡап тарат-) (Р: обряд раздачи гостинцев при проводах гостей со свадьбы; И.: give presents out at a wedding; T.: düğünde hediye vermek) и. этн. диал.
Туй оҙатҡанда бүләк таратыу; бүләк биреү йолаһы. □ Обряд раздачи гостинцев при проводах гостей со свадьбы. Ҡап таратыу ваҡыты етте. Ҡоҙалар ҡап таратты.
ҠАПТЫР I (Р.: подражание звуку шуршания; И.: rustling sound imitation; T: hışırtı) оҡш.
Ҡатыраҡ йоҡа нәмәне йомарлағанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку шуршания. Ҡаптыр тип тороу.
ҠАПТЫР II с. ҡар. ҡаптырлаҡ. Ҡаптыр ыштан. Ҡаптыр фуфайка. Ҡаптыр көпө.
ҠАПТЫР III и. ҡар. ҡаптыр тун. ■ Ат, һыйырлы булып, оя ҡороп, ҡаптырымды яңы ташланым. Д. Юлтый.
ҠАПТЫРҒА I (Р: привешиваемая к поясу кожаная сумочка; И.: kind of leather bag; T: deri çanta) и.
1. Аҫып йөрөмәле күн моҡсай. □ Привешиваемая к поясу кожаная сумочка. Ҡаптырға аҫып алыу. Ҡаптырға тағыу. Ҡаптырғаға һалып алыу.
2. диал. Уҡ һалып, аҫып йөрөтә торған һауыт; ҡалъян. □ Колчан. Н Ҡаптырғаға боронғолар көмөш сапҡан, дошман килһә уғы берлә йөрөп ятҡан. Ш. Әминев.
3. Күн һандыҡ. □ Кожаный сундук. Ҡаптырғаға һалыу. Ҡаптырға тегеу.
ҠАПТЫРҒА II (Р: ременной пояс с тиснённым узором; И.: belt with a pattern on; T: kabartma bezekli kayış) и. этн.
1. Семәр баҫылған бил ҡайышы. □ Ременной пояс с тиснённым узором. ■ Ләкин уның ҡарашына, бөтәһенән элек, ҡаршыһындағының уҡ-һаҙаҡтары, ҡаптырғаһына таҡҡан ҡылысы, кукрәгендә ялтырап торған ғәмәләте ташланды. Ғ. Ибраһимов.
2. диал. ҡар. ҡаптырма I. Тун ҡаптырғаһы. Ҡамзул ҡаптырғаһы.
ҠАПТЫРҒЫС (Р: зацепка; И.: buckle; Т: toka) и.
1. Эләктереү, ҡаптырыу өсөн хеҙмәт иткән ҡулайлама. □ Зацепка, пряжка. Ҡаптырғысты эләктереп ҡуйыу.
2. Билгә тағып йөрөй торған үткер ҡоралдың һауыты; ҡын. □ Чехол. Янды ҡаптырғысҡа тығыу.
ҠАПТЫР ҘА ҠОПТОР оҡш. ҡар. ҡаптыр-ҡоптор I. Ҡаптыр ҙа ҡоптор килеп атлау.
ҠАПТЫР ИТЕҮ (ҡаптыр ит-) ҡ. ҡар. ҡаптырлау. Ҡаптыр итеп тороу. Ҡаптыр итеп торған көпө.
ҠАПТЫР-ҠОПТОР I (Р: подража ние звуку неравномерного шуршания; И.: onomatopoeic word; T.: hışırtı) оҡш.
Ауыр аяҡ кейемен һөйрәп атлағанда, ҡоро үләнде шауҙырлатып йырып барғанда һ. б. сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку неравномерного шуршания. Ш Тәндәрен баҡыр тәңкә ҡаплаған зифа
222