ҠАПТЫРМА
буйлы ҡарағайҙар икенсе ағастарға бәрелә-һуғыла йығылған саҡта, ҡаршылағы тау битләуендәге солоҡ башында ылыҫ супләусе һуйырҙар, ҡурҡышып, ҡаптыр-ҡоптор осоп китәләр. Н. Мусин.
ҠАПТЫР-ҠОПТОР II с. ҡар. ҡаптырлаҡ. ■ Ҡаптыр-ҡоптор туныңды ҡаптырлатып кейерһең. Йырҙан.
ҠАПТЫР-ҠОПТОР ИТЕҮ (ҡаптыр-ҡоптор ит-) ҡ. ҡар. ҡаптырлау. Туны ҡаптыр-ҡоптор итеп тора.
ҠАПТЫР-ҠОПТОР КИЛЕҮ (ҡаптыр-ҡоптор кил-) ҡ. ҡар. ҡаптырлау. Ҡаптыр -ҡоптор килеп торған тун. Кейеме ҡаптыр-ҡоптор килеп тора.
ҠАПТЫРЛАҠ (Р.: шуршащий; И.: rustling; T.: hışırdayan) с.
Ҡаптырлап торған, ҡаптырлап тора торған. □ Шуршащий. Ҡаптырлаҡ тун. Ҡаптырлаҡ кейем. Ҡаптырлаҡ тауар.
ҠАПТЫРЛАТЫУ (ҡаптырлат-) (Р.: шуршать чем\ И.: rustle (with); T.: hışırdatmak) ҡ.
Ҡаптыр-ҡоптор иттереү. □ Шуршать чем, издавать шорох. Тирене ҡаптырлатыу. Тунын ҡаптырлата.
ҠАПТЫРЛАУ (ҡаптырла-) (Р: шуршать; И.: rustle; T.: hışırdamak) ҡ.
Ҡаптыр-ҡоптор килеү, ҡаптыр-ҡоптор тигән тауыш сығарыу. □ Шуршать. Бейәләй ҡаптырлай. Я Көҙгө урман шып-шым, һыуыҡ төшкәнлектән, ябалаҡ менән ярғанаттың да ҡаптырлап осоп уткәндәре ишетелмәй, ағас ҡыуышына боҫҡандар, курәһең. Н. Мусин.
ҠАПТЫРЛАШЫУ (ҡаптырлат-) ҡ. урт. ҡар. ҡаптырлау, взаимн. от ҡаптырлау. Ҡаптыр тундарын кейеп, ҡаптырлашып сығып киттеләр. Ҡаптырлашып китеп баралар.
ҠАПТЫРМА I (Р: разукрашенная пряжка, застёжка; И.: fastener; T.: tutturmalık) и.
1. Ике яғын яҫы итеп, көмөш менән биҙәкләп, семәрләп эшләнгән элгес (камзул, кәзәкей кеуек кейемдә һәм ҡәмәрҙә була). □ Разукрашенная пряжка, застёжка. ■ Урындыҡҡа тушәлгән ап-аҡ кейеҙ
ҙәр, әйләндереп һалынған йәшелле-кукле юрғандар, купертеп өйөлгән эре мендәрҙәр араһында ҡара бәрхәт кәзәкейе, балыҡ һурәтле көмөш ҡаптырмалары, йондоҙло ҡара бәрхәт таҡыяһы менән ул [Ныязғол] уҙен тәхеттәге хан кеуек хис итеп ултыра. һ. Дәүләтшина. Бишмәтемдә биш төймә, алтынсыһы — ҡаптырма. Йырҙан.
2. Ирҙәр күлдәгенең ең осона ҡуйыла торған баулы ҡуш төймә. □ Запонка. Ҡаптырманы эләктереу.
3. диал. Ҡайыш, айыл кеүек нәмәләрҙең башына ҡуйылған тимер эләктергес; ҡайыш тимере; таралғы. □ Пряжка. Айыл ҡаптырмаһы. Ҡайыш ҡаптырмаһы.
4. диал. Тәңкә суҡлы муйынса. □ Ожерелье с подвесками из монет. К Ҡаптырманың ҙур аҡығы, аҡыҡ аҫтында ҙур тәңкәләре була, суҡлы була ул. Экспедиция материалдарынан.
5. диал. Ҡатын-ҡыҙҙың уртаға ҡаш ҡуйып, өс буй тәңкә тояҡ төшөрөп яһаған биҙәүесе (сәсурмескә, ҡашмауға тағыла); сулпы. □ Подвеска. Ҡаптырмалары сылтырай.
6. Сәс ҡыҫтырғыс. □ Заколка. ■ Кисен Мәулиҙә килеп китте, усына аҡса йомдорҙом, иҫтәлеккә сәсемдән алып ҡаптырма буләк иттем — көмөш төҫөндә ялтыраған шул биҙәуескә куҙе ҡыҙа ине гелән. Г. Яҡупова.
7. ҡар. төймә. й Бәҙри туҡтаны, тунының өҫкө ҡаптырмаһын ғына ысҡындырып, ҡалын шарфын тартып сығарҙы ла, яғаһын кутәреп, тыштан бәйләп ҡуйҙы. Д. Исламов.
ҠАПТЫРМА II (Р: маленькая сумка охотников; И.: hunter’s pouch; T.: avcı çantası) и.
Аусылар йөрөтә торған бәләкәй сумка. □ Маленькая сумка охотников. Аусылар ҡаптырмаға бәке, беҙ, эҫкәк кеуек нәмәләр һалып йөрөтә.
ҠАПТЫРМА III (Р: петля, вешалка для одежды; И.: noose; T: ilmik) и.
Кейем елкәһенә тағылған элгес. □ Петля, вешалка для одежды. Ҡаптырма тегеу.
223