Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 224


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАПТЫРМА БИЛҒАУ
Кейем ҡаптырмаһы. Ҡаптырманан элеп ҡуйыу.
ҠАПТЫРМА БИЛҒАУ (Р.: ковровый, бархатный или шёлковый пояс; И.: velvet sash; T: kemer) и. этн.
Ҡашлы ҡаптырма, затлы таштар менән биҙәлгән яҫы билбау; ҡәмәр. □ Ковровый, бархатный или шёлковый пояс шириной 6-7 см, украшенный драгоценными камнями, серебряными бляхами. Ҡаптырма билғау быуыу. Ҡаптырма билғау тағыу. Ҡаптырма билғауын ысҡындырҙы.
Ҡ АПТЫРМ АЛ АТЫУ ( ҡаптырмалат- ) ҡ. йөкм. ҡар. ҡаптырмалау, понуд. от ҡаптырмалау. Ҡайышты ҡаптырмалатып эшләу. Билғауҙы ҡаптырмалатып алыу. Ҡаптырмалатып тектереу.
ҠАПТЫРМАЛАУ (ҡаптырмала-) (Р.: делать с пряжкой; И.: make with a clasp; T.: tokalı yapmak) ҡ.
Ҡаптырма (I, 1, 3) ҡуйыу, ҡаптырмалы итеү. □ Делать с пряжкой что-л. Ҡайышты ҡаптырмалап эшләу. Билғауҙы ҡаптырмалап тегеу.
ҠАПТЫРМАЛЫ (Р: с застёжкой; И.: with a clasp; T.: tokalı) с.
1. Ҡаптырмаһы (I, 1, 3) булған. □ С застёжкой. Ҡаптырмалы ҡайыш. ■ Аҡъял, яуап эҙләгәндәй, маңлайын сырыштырып, ҡарашын тушәмгә йунәлтте, унан өҫтәлдә ятҡан сәхтиән тышлы, көмөш сыртлаҡ ҡаптырмалы китаптарға кусерҙе. Ә. Хәкимов.
2. Ҡаптырыу, эләктереү өсөн төймә, һиҙәп ҡуйып тегелгән. □ С пуговицами. Ҡаптырмалы ең. Ҡаптырмалы яға.
ҠАПТЫР ТУН (Р: нагольная шуба из •невыделанной, неокрашенной шкуры; И.: fur coat made of raw skin; T: kürk manto) u.
1. Эшкәртелмәгән тиренән тегелгән тышһыҙ тун. □ Нагольная шуба из невыделанной, неокрашенной шкуры. ■ Бара торғас, Аҡмырҙа юл буйында бер әбей менән бабайҙың һуғышып ятҡанын кургән. Уларҙың икәуһенә бер ҡаптыр тун икән. Әкиәттән. Ҡайныһы мөйөштә ҡаптыр тунын ябынып
йоҡомһорап ята, ҡәйнәһе нуҡта ишергә ҡыл шөйкәләп ултыра ине. һ. Дәүләтшина. Ҡаптыр тунлы ауыл малайын яңы көндәр ялмап алдылар. Ғ. Амантай.
2. Йүнәтеп тегелгән иҫке тун. □ Перешитая в подборку старая шуба. Ҡаптыр туны бар. Ҡаптыр тун кейеп йөрөу.
ҠАПТЫРЫЛЫУ (ҡаптырыл-) ҡ. төш. ҡар. ҡаптырыу II. страд, от ҡаптырыу II. Төймәләре ҡаптырылған. Ҡаптырылған ҡайыш. Ҡаптырылып бөтөу.
ҠАПТЫРЫУ I (ҡаптыр-) (Р: положить в рот; И.: put in one’s mouth; T.: ağzına koymak) ҡ.
Ниҙелер кемдеңдер ауыҙына ҡабырға биреү. □ Положить в рот что кому. Балаға бутҡа ҡаптырыу. Ауырыуға дарыу ҡаптырыу. ■ Сәмреғош уңға ҡараһа, Айыуғолаҡуға ит ҡаптырған, һулға ҡараһа, һөт ҡаптырған. Әкиәттән. Ишмырҙа, боролоп, уның [боландың] ҡупшы, шыма яңаҡтарынан һыпырҙы, кеҫәһенән бер һыныҡ икмәк сығарып ҡаптырҙы. Н. Мусин.
♦ Сәйнәп ҡаптырыу кешегә уйланырға, үҙенә эшләргә урын ҡалдырмай тамам әҙер итеп, аңлатып биргәндә әйтелә. □ соотв. Разжевать и в рот положить. ■ Яҙыусының [һ. Дәуләтшинаның] бөтә уңышы ла шунда, ул алдан алынған әҙер ҡарашты уҡыусыларға сәйнәп ҡаптырмай, ә курһәтә, уҙҙәре ышанырлыҡ картиналар аша һурәтпләй. Б. Бикбай.
ҠАПТЫРЫУ II (ҡаптыр-) (Р: застёгивать; И.: clasp; T.: kapamak) ҡ.
Төймә, ҡаптырма, элгес кеүек нәмәне эләктереү. □ Застёгивать, пристёгивать. Кулдәктең төймәләрен ҡаптырыу. Ҡаптырып ҡуйыу. Ҡаптырып сығыу. М Ярай, киттек, — тине Тимер, ҡапыл тороп, тунының элмәктәрен ҡаптыра башланы. Б. Бикбай. [Егет] асыҡ иҙеуенең төймәләрен ҡаптырҙы. Я. Хамматов. Пальтомдың төймәләрен дә уҙем ҡаптыра беләм. Ф. Рәхимғолова. Юламанов, уның [Рәзиләнең] тағы ла ни ҙә булһа әйтеуен көтөп, пальто төймәләрен юрамал оҙаҡ ҡаптырып маташты. Н. Му
224