ҠАПШАУ
син. Арынбаҫаров халатының төймәләрен ҡаптырҙы, башына аҡ ҡалпағын кейҙе. Д. Бүләков.
ҠАПТЫРЫУ III (ҡаптыр-) (Р.: ловить;
И.: angle; T.: kapamak) ҡ.
1. Ҡармаҡҡа эләктереү. □ Ловить кого (на удочку). Балык ҡаптырырға киттем. ■ Был батшаның ерендә, диңгеҙ буйында бер балыҡсы йәшәгән. Ул көн дә ике балыҡ ҡаптыра икән. Әкиәттән. [Ирек:] Бына улар, минең ҡармаҡтар. Былар менән, маҡтанып әйтмәйем, теләһә ниндәй балыҡты ҡаптырырға була. Ф. Әсәнов. Тимер уның [Ғәләү] менән Ҡойо буйында күпме йыуа йыйҙы, Аҡселәндә ҡомай, сабаҡ ҡаптырҙы. Б. Бикбай. Былтыр яҙ Аҡманайҙа икәү балыҡ ҡаптырғанда, быға [Сәфәрғәлигә] ни эшләптер аҙашып, ҙур һыла килеп эләкте. М. Кәрим. Малайҙар йә еләк ашайҙар, йә йылғала ҡармаҡ һалалар. Шунан ағас төбөндә ут яғып, ҡаптырған балыҡтарын өтәҫләргә тотоналар, ағас төбөндә һөйләшеп ултыралар. Ж. Кейекбаев.
2. Ау ҡоралына эләктереү. □ Ловить кого (на капкан, силок и т. п.). Ҡапҡанға ҡуян ҡаптырыу. М Шул саҡ бер ҡапҡан [айыуҙың] алғы тәпәйен ҡаптырып та алды. Г. Яҡупова.
3. күсм. Матҡып тотоу, эләктереү. □ Поймать, зацепить, вцепляться. Ҡаптырып тотоу. Ҡаптырып алыу. Ҡаптырып тотоп алыу.
4. күсм. Ҡулға төшөрөү; эләктереү, тотоу. □ Подцеплять, поймать, хватать кого. М [Буранбай:] Ҡаптырһалар, тағы ла ябып тоторҙар ҙа тағы ла фронтҡа ебәрерҙәр. Д. Юлтый. [Яҡуп:] Әммә мин дә төшөп ҡалғандарҙан түгел, ҡаптырырмын үҙҙәрен. Б. Бикбай. [Тәвкилев:] Әгәр Вәлит тә бөрйән яғында халыҡты үҙенә ҡаратһа, мулла ла Ҡараһакалды ышандырып, ҡулға килтереп ҡаптырһа, боланы баҫабыҙ. Б. Рафиҡов.
5. күсм. Кешене яуапһыҙ ҡалдырырлыҡ итеп әсе һүҙ әйтеү, төрттөрөү. □ Сказать
острое слово, поддеть. ■ Ах! Ҡайҙан килеп ҡаптырҙы бит! Ғ. Лоҡманов.
♦ Ҡармаҡҡа ҡаптырыу кешене берәй хәйлә менән үҙ ҡулыңа төшөрөү. □ соотв. Поймать на удочку. Ҡармаҡҡа ҡаптырҙым бит тегене.
ҠАПТЫРЫУ IV (ҡаптыр-) (Р: проверить остроту лезвия; И.: check (feel) blade’s edge; T.: bıçak kenar kontrolü) ҡ.
Ҡоралдың үткерлеген һынау өсөн ҡулды тейҙереү. □ Проверить остроту лезвия (пальцем). Ҡаптырып алыу. Балтаны ҡаптырып ҡарау.
ҠАПТЫРЫУ V (ҡаптыр-) (Р: зажигать; И.: ignite; T.: yakmak) ҡ.
Тоҡанып яныуға килтереү, янып китеүгә сәбәпсе булыу; ҡабыҙыу, тоҡандырыу. □ Зажигать, поджигать (огонь). Ут ҡаптырыу. Ҡаптырып ебәреү. Ҡаптырып алыу.
ҠАПУ и. иҫк. ҡар. ҡапҡа. Ҡапуны асыу. Ҡапу төбө.
ҠАПШАЛЫУ (ҡапшал-) ҡ. төш. ҡар. ҡапшау, страд, от ҡапшау. Ҡеҫәләр ҡапшалды. Ҡапшалған ерҙәрҙе лә яңынан ҡарап сығыу.
ҠАПШАНҒЫЛАУ (ҡапшанғыла-) (Р: пощупывать; И.: feel (a litle); T: biraz yoklamak) ҡ.
һирәк-һаяҡ ҡапшап алыу. □ Пощупывать. Ҡапшанғылап йөрөү. ■ һарыҡтар ҙа, йәй көнөндәге кеүек, таралып китеп, рәхәтләнеп ашамайҙар. Ялҡау ғына ҡапшанғылап, өйөрөлөп йөрөй бирәләр. Ә. Вәли.
ҠАПШАНЫУ (ҡапшан ) ҡ. ҡайт. ҡар. ҡапшау 1. возвр. от ҡапшау 1. Ҡапшанып эҙләү. М Ҡалтыранған ҡулдарым менән ҡапшанып эҙләй башланым. Н. Мусин. Егет, ҙур асыу менән тешен ҡыҫып, ҡапшанды: «Ах, — тине, — гранаталарым бөткән икән ташланып». М. Тажи.
ҠАПШАТЫУ (ҡапшат-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡапшау 1. понуд. от ҡапшау 1. Ҡеҫәңде малайҙарҙан ҡапшатып торма. Бурҙарҙан әйбереңде ҡапшата күрмә.
ҠАПШАУ (ҡапша-) (Р: щупать; И.: feel; touch; T: yoklamak) ҡ.
225