ҠАПШАШТЫРЫУ
1. Ҡул менән тотҡолау, һыйпау; һәрмәү.
□ Щупать, ощупывать, нащупывать, шарить. Ҡапшап ҡарау. Ҡапшап алыу. Я Тағы тәмәкеһен алды Фәтих, Игнат та кеҫәләрен ҡапшаны, әммә булмай сыҡты. А. Мағазов. Бәҙретдин ағай, .. нимәнелер хәтерләргә теләгәндәй, ике ҡаш араһын ҡулы менән ҡапшап ҡуйҙы. Ғ. Байбурин. Ләкин уның [Зәйтунәнең] ҡулы, тыңлауһыҙға һалышып, шул кеҫәгә тығылды, бармаҡтары хатты ҡапшаны. Ғ. Ибраһимов.
2. кусм. Йомшаҡ ҡына итеп өҫтән йөрөтөп тейеү (ел, һауаға ҡарата). Я Гладить, обдавать. Я Ҡуянтубыҡ соҡоп йөрөгән ҡыҙҙарҙың бөксәйгән арыҡ арҡаларын берсә эҫе ҡояш ҡыҙҙырҙы, берсә еуеш, һалҡын ел ҡапшаны. 3. Биишева.
3. кусм. Ситләтеп белергә тырышыу; тикшереү. □ Прощупать. Дошманды ҡапшау. Ҡапшап ҡарау. Ҡапшай биреу.
4. кусм. Ҡараш менән эҙләү, ентекләп күҙәтеү. □ Щупать, внимательно наблюдать, искать взглядом. Ҡуҙем менән мөйөштө ҡапшай башланым. Ҡапшап алыу. Ҡапшап сығыу.
ҠАПШАШТЫРЫУ (ҡапшаштыр-) (Р.: нащупывать; И.: grope (for, after), feel about (for); T.: yoklaştırmak) ҡ.
Ҡапшаныу, ҡапшап эҙләп ҡарау. □ Нащупывать, щупать. Ҡапшаштырып алыу. Я Ҡарт, дилбегәһен ҡулына тотҡас, нимәлер иҫенә төшкәндәй, бер аҙ уйланып торҙо ла, әһә тип, кеҫәләрен ҡапшаштыра башланы. М. Тажи. Ҡуптән һағындырған ҡояш нурҙарының беленер-беленмәҫ таҫмалары кушеккән алыҫ урмандарҙы, төҫһөҙ тау итәктәрен ҡапшаштыра башланы. Д. Исламов.
ҠАПШАШЫУ (ҡапшаш-) ҡ. урт. ҡар. ҡапшау 1. взаимн. от ҡапшау 1. Ҡеҫәләрен ҡапшаштылар. Ҡапшашып алыу. Ҡапшашып ҡарау.
ҠАПЫЛ I (Р.: резко; И.: suddenly; abruptly; T.: hızla) р.
1. Етеҙ, киҫкен хәрәкәт менән; кинәт.
□ Резко, быстро. Ҡапыл боролоу. Ҡапыл
һелтәп ебәреу. Я Ҡорбанов башҡа бер һуҙ әйтмәй, ҡапыл артына боролоп, ишекте шартлатҡансы ябып сығып китте. Б. Бикбай. • Ағасты ҡапыл эймә, һыныр. Әйтем.
2. Көтмәгәндә, уйламағанда, иҫкәрмәҫтән. □ Внезапно, неожиданно, вдруг. Ҡапыл килеп сығыу. Ҡапыл ташланыу. Я Төн урталары еткәс, ҡапыл ел-дауыл кутәрелеп, ағас баштары шаулай башлаған, ҡая таштар, шарлауыҡтар укергән, кук йөҙөн ҡуйы ҡара болот ҡаплап алған, ти. Әкиәттән. Ул йылды бик ҡапыл, ете төн уртаһында, ҡотороп ташып китте шул Аҡселән. Б. Бикбай. Һәубән шым ғына барған да ҡапыл теге ҡыҙҙың сәсенән урап тотҡан. «Аҡбуҙат». Ә бер саҡты, ҡапыл таң алдынан, елме, кемдер тәҙрә шаҡыған. Ғ. Сәләм.
3. Бик ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә, бик тиҙ, кинәт. □ Сразу, немедленно. Ҡапыл бирешеу. ■ Бая уҡ тамырлана башлаған болоттар, бергә уҡмашып, тотош кукте ҡаплап алдылар, көн ҡапыл ҡараңғыланды. Б. Бикбай. Ә Йомағол ҡапыл ғына яуап ҡайтарманы. М. Тажи.
ҠАПЫЛ II (Р: пылкий, вспыльчивый; И.: irascible; T: sinirli) с.
Тиҙ генә ҡабынып, ҡыҙып китеүсән.
□ Пылкий, вспыльчивый. Ҡапыл бала. Ҡапыл кеше. Ҡапыл ҡатын.
ҠАПЫЛҒАРА р. ҡар. ҡапыл-ҡара. Я Гәрәй ҡапылғара яуап бирә һалманы. Б. Бикбай. Ҡапылғара яуап тапмай, Емеш ҡыҙарынып тик торҙо. 3. Биишева.
ҠАПЫЛДА (Р: сразу; И.: at once; T: hemen) р.
1. Шул уҡ мәлдә, тиҙ генә. □ Сразу, немедленно. Ҡапылда аңламаны. Ҡапылда төшөнөп етмәне. Я Халыҡ ҡапылда таралманы. Береһе бер һуҙ әйтмәне, былай. Яр. Вәлиев.
2. Көтмәгәндә, уйламағанда; ҡапыл.
□ Внезапно, неожиданно. Ҡешегә айыу ҡапылда һуғылмай. Ҡапылда ҡар яуып ебәрҙе. Ҡапылда һыуытып ебәрҙе.
226