Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 228


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАПЫСЛАУ
ҠАПЫСЛАУ с. диал. ҡар. ҡапыс 1. Ҡапыслау куҙ. Ҡапыслау куҙле. ■ Ул [Вәлишә] иҙерәйеп ниҙер ҡысҡырып әйтте лә .. ҡапыслау куҙен асыу менән уйнатып, урынына китте. һ. Дәүләтшина.
ҠАР (Р.: снег; И.: snow; T.: kar) и.
1. Болоттан ап-аҡ булып, төрлө кристаллик формала ойошоп яуа торған яуым-төшөмдөң бер төрө. □ Снег. / Снежный, снеговой. Тәуге ҡар. Йәш ҡар. Ябалаҡ ҡар. Ҡар бөртөктәре. Аҙау ҡар. Ҡар һыуы. Ҡарға кумелеу. Ҡар яуыу. ■ Ҡайҙа ҡарама, куҙҙе ҡамаштырып, йәш ҡар ялтырай. Б. Рафиҡов. Ниндәй матур Уралымдың ҡышы! Аҡ сәскәләр булып ҡар яуа. Ғ. Рамазанов. • Йоҡлағандың өҫтөнә ҡар яуыр. Әйтем. Ҡалған эшкә ҡар яуа. Әйтем. Ҡара ергә ҡар яуһа, ҡарҙы куреу — бер зауыҡ, ҡара ерҙән ҡар китһә, ерҙе куреу — бер зауыҡ. Әйтем.
2. Ергә ятҡан шул кристалдар. □ Снег. Ҡар һыҙаты. Ҡар өйөмө. Я Алдымда аҡ ҡар йәйелгән, ялтырап ап-аҡ булып. Ш. Бабич. Ә Ҡайынлы ауылынан алыҫта, ҡалын урмандар төпкөлөндә ултырған кукшел тауҙарҙа ҡар ҡалын ята әле. Б. Бикбай. Тышта һалҡын ел сыҡҡан, йәйәуле буран башланған. Урамдағы юлдарҙы ҡар баҫып киткән. Ф. Әсәнов. Ҡар куп булһа, иген уңыр. һынамыш. Ҡар ҡояш менән китһә, бойҙай уңыр. һынамыш. Ҡары ҡалын ҡыштың уләне ҡалын булыр. һынамыш. • Уңғандың яланын ҡар баҫыр, уңмағандың аранын ҡар баҫыр. Әйтем. Уңған ҡатын ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр. Әйтем.
♦ Ҡабаҡҡа ҡарыш ҡар яуҙырыу төҫкә асыу сығарыу. □ Проявлять на лице гнев. Юҡ ҡына нәмә өсөн ҡабаҡҡа ҡарыш ҡар яуҙырыу. Ҡар күҙе асылыу {йәки тишелеү) тамсы тамып, ҡар ирей башлау. □ Наступление оттепели. М Ҡар куҙе асылыу менән, халыҡ яланға йөрөй башланы. Р Низамов. Ҡыҙыл ҡар яуғас бер ваҡытта ла булмаясаҡ нәмәгә ҡарата әйтелә. □ соотв. Когда рак на горе свистнет. Ҡыҙыл ҡар яуғас барырҙар.
ҠАРА I (Р: чёрный; И.: black; T.: kara) с.
1. Ҡором, күмер төҫөндәге; киреһе — аҡ. □ Чёрный. Ҡара буяу. Ҡара төтөн.
М Ҡара ғына ҡашлы матур егет урман юлҡайынан көн дә уҙа. Йырҙан. Әгәр [Нәфисә] шоморт ҡара куҙҙәрен бер төбәп ҡараһа, .. һары май һымаҡ ирейем дә китәм.
3. Биишева.
2. Күкһелгә тартым ҡара төҫтәге (йылҡы төҫөнә ҡарата). □ Воуюпт (масть лошади). Ҡара айғыр. Ҡара тай. ■ Елмәрҙәккәй тауҙың көн битендә тибен генә тибә ҡара айғыр. Йырҙан.
3. Төрлө төҫтөң үҙенә бер төрлө ҡоңғорт төҫмөрөн белдерә. □ Тёмно-, чёрно-. Ҡара йәшел. Ҡара кук. Ҡара ҡыҙыл. Ҡара ала. Ҡара буҙ. Ҡара көрән. Ҡара сыбар. Ҡара туры.
4. Ғәҙәттәге йәки төп төҫкә ҡарағанда ҡуйыраҡ төҫтә булған. □ Чёрный, тёмный. ■ Төшлөктән тубәнгә һарҡҡан ҡояшты ҡалын ҡара болоттар ҡаплап алғайны. Һ. Дәүләтшина. Һауаға торбаланып ҡара саң кутәреп бер нисә йөҙләгән кәзә, һарыҡ көтөуе ҡураларға ҡыуылалар. Т. Хәйбуллин.
5. Бик иртә йәки бик һуң. □ Поздний (или ранний), глубокий. Ҡара кискә тиклем. Ҡара көҙгә хәтле. Ҡара таңдан. Ҡара яҙҙан ҡара көҙгә тиклем. ■ Йәй көнө ҡара төнгә саҡлы урамда уйнайһың. Т. Йәнәби. [Бикҡужа: ]Декабрь етте. Һаман ҡара көҙ булып, тутлап тик ята. Бер бөртөк ҡар төшһә, исмаһам. Т. Килмөхәмәтов. • Ҡара көҙҙөң ҡары ятмаҫ. Мәҡәл.
6. Тәне аҡ булмаған йәки ҡояшта янып аҡлығын юғалтҡан. □ Тёмный, смуглый (о человеке). Ҡара егет. Ҡара малай. • Ҡара кешенең тире сыҡҡансы, аҡ кешенең йәне сығыр. Әйтем.
7. Ҡар булмаған, асыҡ ятҡан ер; ҡарһыҙ. □ Чёрный, бесснежный. Ҡара туң. Ҡара туңғаҡ. ■ Ҡөҙгө ямғырҙар у теп, ҡара һыуыҡтар башланды. Н. Мусин. • Ҡара һыуыҡ ҡарҙан яман, яман кеше яуҙан яман. Әйтем.
8. Керле, бысраҡ. □ Чёрный, грязный. Ҡара ҡулдар. • Ҡаҙанға яҡын барһаң, ҡараһы йоғор, яманға яҡын барһаң, бәләһе йоғор. Әйтем.
228