Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 229


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАРА
9. Ҡайһы бер ауырыу исемдәре менән килеп, уның көсәйгәнен белдерә. □ Непроходящий, очень сильный, чёрный (о тяжёлой форме некоторых болезней). Ҡара ҡылау. Ҡара һырҡау. Ҡара сәсәк. Ҡара һары. Ҡара аҡһаҡ.
10. Ҡайһы бер зоологик һәм ботаник атамалар составында килә. □ Чёрный (как обозначение родового различия в некоторых сложных зоологических, ботанических терминах). Ҡара айыу. Ҡара ерек. Ҡара ҡайын. Ҡара төлкө. Ҡара дельфин. Ҡара ҡарағат. Ҡара сәпсәу. Ҡара торна. Ҡара тумыртҡа. Я Урман буйлап ярылып ята ҡара һыуһар эҙҙәре. Б. Ишемғол. Ҡара бөркөт маҡтанһа, ҡаянан ҡуян типтем, тир. Ҡобайырҙан.
11. Топонимияла төньяҡ мәғәнәһен белдерә. □ В топонимии встречается в значении «северный». Ҡариҙел (Ҡара Иҙел) — төньяҡ йылға, Ағиҙел — көньяҡтағы йылға.
12. Көслө, төп. □ Сильный, неистовый, основной. Ҡара башҡорт. Ҡара табын. Ҡара ҡыпсаҡ.
13. кусм. Айырым оҫталыҡ, квалификация талап итмәгән, күберәк ҡул көсөнә, физик эшкә бәйле булған. □ Чёрный, неквалифицированный, подсобный (о работе, труде и т. д.). Ҡара эш. Ҡара эштә эшләу. Я Әллә ниҙә бер ҡайтҡан кешене ҡара эшкә [ер ҡаҙырға] ҡушыу оҡшамаҫ. Б. Бикбай. Данлы көсөң му йырылғас, ҡара көсөңә ҡалдың. Туй йырынан.
14. иҫк. Революцияға тиклемге Рәсәйҙә түбәнге ҡатламға ҡараған, ябай халыҡҡа мөнәсәбәтле. □ Простой, незнатный. Ҡара мужик. Ҡара эшсе.
15. кусм. Культураһыҙ, артта ҡалған, наҙан. □ Тёмный, непросвещённый, необразованный. Ҡара халыҡ. Ҡара халыҡты иҙеу. Ҡара халыҡ араһында ағартыу эштәре.
16. кусм. Ҡыуанысһыҙ, ҡайғылы, ғазаплы, ауыр. □ Злой, злостный; мрачный, чёрный, безрадостный, тяжёлый. Ҡара бәхет. Ҡара тәҡдир. Ҡара яҙмыш. Ҡара көндәр. ■ Иң хәтәр минуттарҙа ла улемде
ҡотолғоһоҙ ҡара яҙмыш итеп куҙ алдына килтермәй һалдат. Ғ. Әхмәтшин.
17. кусм. Күңел бысраҡлығынан килгән; яуыз, мәкерле. □ Чёрный, тёмный; злой, злостный; мрачный. Ҡара ҡотҡо. Ҡара ниәт. Ҡара уй. Ҡара асыу. Ҡара йөрәк. Ҡара көс. Ҡара ҡарғыш. Я Ҡара бул, зәһәр бул дошманға, сер бирмә һыналған дошманға. Ш. Бабич. • Ҡара уйлының йөҙө лә ҡара. Мәҡәл.
18. кусм. Үҙе эйәреп килгән исемдәрҙең мәғәнәһенә ҙур кимәл, көслө дәрәжә төҫмөрө бирә. □ Очень сильный, непроходящий. Ҡара аслыҡ. Ҡара тир. Ҡара ямғыр. Ҡара һыуыҡ. Ҡара яу. Я Аттар менһәм, йән-фарманға саптым, атым төштө ҡара тир-ҙәргә. М. Басыров.
19. миф. Ҡайғыны, яуызлыҡ символын белдереүсе төҫ. □ Чёрный (мифологизированный цвет, цвет горя, величия, зла). Ҡара көс. Я Төштә ҡара кейем кейһәң, ҡайғыға була. Р. һаҙыева. Гел ҡара кейем кейергә ярамай, куңел ҡараңғылана. Башҡорт мифологияһынан.
20. миф. Имләүҙә ҡулланылған өс төҫтөң береһе (ҡыҙыл, аҡ, ҡара). □ Чёрный (один из трёх цветов (красный, белый, чёрный), применяемых в лечебной магии). Я Нәҫтә ҡағылғанда өс төҫтәге (ҡыҙыл, ҡара, аҡ) еп менән ауырыуҙың буйын улсәгәндәр. Йола фольклорынан.
♦ Аҡты кара тиеү (итеү) үҙ файҙаңдан сығып, дөрөҫтө ялған итеп аңлатыу. □ Выдавать за чёрное. Я Ҡескәй йөрәгемә шик-шом һалып, ниңә аҡты ҡара тинеләр? Р. Ғарипов. <Йөҙгә> кара яғыу хурлыҡҡа төшөрөү, оятлы итеү. □ Очернить, оклеветать. соотв. Бросать тень на кого, что, втаптывать в грязь кого, что, обливать грязью кого. Н Бар балағыҙ дан булһын, йөҙгә ҡара яҡмаһын. Йырҙан. Йөҙ ҡараһы хурлыҡ. □ Позор, стыд. Я Зира милләт бәләһе вә өммәт (милләт) йөҙ ҡараһы улан беҙҙең диндәш вә нәҫелдәштәрҙең таш аҫтарынан, урман араларынан сыҡмыш заттар улмай, бәлки кәнде арамыҙҙа тыуып уҫмеш, ләкин ғаиләсә алынмаһы лазем
229