Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 230


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАРА
улан тәрбиәләрҙе алмаҡтан мәхрум ҡалмыш заттарҙыр. Р. Фәхретдинов. Йөҙ<ө> кара ҡойолоу асыуҙан ҡара яныу. □ Почернеть от злости. Йөҙө ҡара ҡөйолоп ултыра. Йөҙө<ң> ҡара 1) асыуланғанда әйтелгән әрләү, хурлау һүҙе. □ Презренный, проклятый. М У-ух, йөҙө ҡара, тағы саба, — тине Мөхәмәтулла бабай, — өйгә еткәс, йунле әҙәм һыуындыра атты. Ә. Вахитов; 2) еңелсә генә орошоп, һоҡланыу белдергәндә әйтелә. □ Слово, выражающее восторг, изумление. ■ Сәруәр шул егерме биштәр тирәһендә булдымы икән? Бик сибәр ине, йөҙө ҡара! С. Кулибай. Ҡара биҙәктәр менән (күрһәтеү, һүрәтләү) кит. насар яҡтарҙы ғына күрһәтеү, һүрәтләү. □ (Обрисовать) чёрными красками, (показать) в чёрных тонах, (видеть, представлять) в чёрном цвете. ■ Ҡайһы саҡта (гәзит) сенсация менән мауыға һәм райондың тормошон ҡара биҙәктәр менән генә курһәтә башлай. Картотека фондынан. Ҡара гүргә инеү донъянан китеү, үлеү. □ Умереть. ■ [Әшрәф:] Әй, Миңзифа... Йәш кенә көйөңә ҡара гургә индең — һис шуға кундерә алмай яфаланам куңелемде. Г. Яҡупова. Бахыр Гөлйыһан, хатта Закир ағайҙың улеуенә ышанмай, ти. Сәруәретдин мәғзумгә барғансы, ҡара гургә инәм, тип әйтә лә ҡуя, ти. 3. Биишева. Ҡара йөҙлө уҫал уйлы, оятһыҙ, битһеҙ. □ Злой. Ҡара йөҙлө кеше. Ҡара йөрәк<ле> ҡаты күңелле, бәғерһеҙ, яуыз. □ Злой, коварный. Ҡара йөрәкле әҙәм. Ҡара йәштән иртә йәштән. □ С ранних лет. Ҡара йәштән эшкә өйрәнеу. Ҡара көйөү 1) ҡарайып сығыу. □ Почернеть, потемнеть. ■ [Линараның] эсе тулы ҡайғы-хәсрәт: уҫеп ултырған уләнгә тынын бөркһә, йәшел улән ҡара көйөп сығыр ине. Л. Якшыбаева. Был арала Яҡуп бер аҙ тартыла төшкән. Маңлайы ҡара көйөп кугәргән, сикәләре, яңаҡтары ҡутырлап бөткән. М. Кәрим; 2) кусм. Ҡайғыһы йөҙөнә сыҡҡансы ҡайғырыу. □ Мрачнеть, почернеть от переживаний. ■ Бына бөгөн дә уның [Жәлилдең] китап нәшриәтенән
ҡара көйөп ҡайтып килеуе. Л. Якшыбаева. Ҡара көн ауыр аслыҡлы ваҡыт. □ Чёрный день. • Ҡара көнөңә ҡара икмәгең булһын. Мәҡәл. Ҡара күкрәк үтә уҫал, яуыз. □ Злой, коварный. Йәш кейәу бигерәк ҡара кукрәк. Ҡара ҡайғы ҙур бәхетһеҙлек, бәлә. □ Большое горе. ■ Киләһе йылына беҙҙе тағы ҡара ҡайғы баҫты: Смоленск йунәлешендәге ҡаты һуғыштарҙың береһендә атайыбыҙҙың һәләк булыуы тураһында хәбәр алдыҡ. «Киске Өфө», № 18, 2012. Ҡара ҡорһаҡ ашау-эсеүгә талымһыҙ кеше хаҡында. □ Неприхотливый в пище человек. М [Марс:] Беҙҙең ише ҡара ҡорһаҡ эшсегә ошолай ҙа батамы? Ә. Хәкимов. Ҡаралай көйөү ҡар. ҡара көйөү. Ҡаралай көйөп ултырыу. Ҡаралай яныу ҡар. ҡара көйөү. М Бер ваҡыт кугәрсен ҡыҙҙар ҡайтып ингәндәр ҙә: «Келәтте, һандыҡты, шкафты ниңә асып ҡараның, уҙең ҡаралай янғанһың!» — тинеләр, ти. Әкиәттән. Тышҡынайым уйнап-көлһә лә, эскенәйем яна ҡаралай. Халыҡ йырынан. Ҡара мөһөр хурлыҡлы исем. □ Запятнанная репутация. Ъ Донъя куләмендә йөҙҙәренә [хәсистәр] ҡара мөһөр баҫты уҙҙәре. Б. Вәлид. Ҡараң ҡалһын ҡарғау һүҙе. □ Будь проклят. Ҡараң ҡалһын, башҡа килеп йөрөмә. Ҡара саңы әйләнеп ятыу йәшел үләнһеҙ булыу. □ Подниматься (о пыли). М Элекке ваҡытта ҡара саңы әйләнеп ятҡан урамдар ҙа ҡаҙ уләненә, алабутаға кумелгән. Т. Хәйбуллин. Ҡара таҡта хурлыҡ билдәһе итеп кешенең насар эш-ҡылығын яҙа торған махсус таҡта. □ Чёрная доска (доска позора). Ҡара таҡтаға яҙыу. Ҡара таҡтаға эләгеу. М [Фазуҡ:] Атайым бөгөн дә нормаһын утәмәгән, уны бөгөн дә ҡара таҡтаға яҙғандар. С. Агиш. Ҡара тап оят килтерерҙәй, хур итерҙәй нәмә; кер. □ Позор. М Үҙендәге ҡара тапты уҙе йыумаған кеше ниндәй ир булһын. Н. Мусин. Ҡара тартыу нәҙек итеп буйға һыҙыу. □ Красить, подводить брови. Ҡашҡа ҡара тартыу. Ҡашына ҡара тартып ултыра. Ҡара тиргә төшөү (батыу) бик ныҡ көс түгеп, хәлдән
230