Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 232


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАРА
рып ҡына алғандар. Экспедиция материалдарынан.
ҠАРА VII (Р.: человек; И.: person; T.: kişi) и. һөйл.
Кеше, әҙәм. □ Человек. Ҡаранан ҡараға йөрөй ул ҡатын. Ҡараға куренеуе оят. Ҡаранан йәшенеп ҡөн итеу.
ҠАРА VIII (Р.: название родовых подразделений башкир; И.: name of Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡыпсак, тамъян, эй, мең, тәлтем, юрматы, байулы-бөрйән ырыуҙарына ҡараған башҡорт аймаҡтары исеме. □ Кара (название родовых подразделений башкир). Ҡара аймағы башҡорто. Ҡара аймағынан булам. Ҡара аймағынан сығыу.
ҠАРА IX (Р: в сочетании с некоторыми словами образует существительные со значением собирательности; И.: ...like; T.: sevir) киҫ.
1. Ҡайһы бер исемдәргә ҡушылып, йыйнау мәғәнәһен бирә; фәлән, маҙар. □ В сочетании с некоторыми словами образует существительные со значением собирательности. Ҡеше-кара. Ҡейем-кара. Турә-ҡара. Мал-ҡара. Нәмә-ҡара. И Миҙхәт тороп, тышҡа сыҡты, мал-ҡараға бесән һалды. Н. Мусин. Бер генә турә-ҡара ла туй ниғмәтенән ауыҙ итмәй ҡалманы. Ф. Иҫәнғолов. Дала, осо-ҡырыйы юҡ тип-тигеҙ дала. .. һис бер ауыл, кеше-ҡара куренмәй. И. Көҫәпҡол.
2. Ҡайһы бер һүҙгә ҡушылып, уның мәғәнәһен көсәйтә. □ В сочетании с некоторыми словами усиливает их значение. Ҡапыл-ҡара. Оло-ҡара эш эшләу. Оло-ҡара ҡаҙан. ■ Тынмаусылар ҡапыл-ҡара ни әйтергә белмәй һуҙһеҙ тынып ҡалды. 3. Биишева. Батша [егеттең һуҙенә] ҡапыл-ҡара ышанып етмәй. Әкиәттән.
ҠАРА X (Р: смотри; И.: behold!; T.: bak) ымл.
i, Ғәжәпләнеү, һоҡланыу, аптырау һ. б. хисте белдергәндә әйтелә. □ Смотри, смотри-ка. Ҡара, оялмай ҙа. ■ Ҡара, ниндәй кәттә ыңғырсаҡ булды. Б. Бикбай. Ҡара,
беҙҙең ҡашҡа быҙау, ҡара, ҡалай уйынсаҡ! һикерә йөрөп уйнар ине, уңайһыҙлай муйынсаҡ. Ғ. Амантай.
2. Киҫәткәндә, иҫкәрткәндә әйтелә. □ Смотри. Ҡара, һуңрап килмә. Ҡара, иҫеңдә тот. М [Роза:] Ҡара, Сәлих, .. башҡаларға куҙеңде төшөрмә, мәьмәй итермен. С. Агиш. [Ғаббас:] Ҡара, Тәнзилә еңгә, һинең ауыҙыңда һуҙ тормай торған. Был хаҡта теләһә кемгә сәсеп йөрөмә. М. Тажи.
ҠАРА АҒАС (Р: карагач; И.: kara-ogatch, black elm; T.: karaağaç) и. бот.
Ҡара төҫтәге ҡаты тропик ағас. □ Карагач, вяз малый (лат. Ulmus campestris). Ҡара ағас — киң сатырлы ағас. Ҡара ағас ҡырҡыу. Ҡара ағас ҡайыры.
ҠАРА АҘЫҠ (аҙығы) (Р: постная пища; И.: Lenten food; T: yağsız yemek) и.
һөт-ҡатыҡһыҙ, майһыҙ аҙыҡ. □ Постная пища. Ҡара аҙыҡҡа кусеу. Ҡара аҙыҡ менән туҡланыу. Ҡара аҙыҡ диетаһы.
ҠАРА АЙЫУ (Р: чёрный медведь; И.: North American black bear; T: Amerikan kara ayısı) и. зоол.
Башлыса Төньяҡ Америкала таралған ҡара төҫтәге айыу. □ Чёрный медведь, барибал (лат. Ursus americanus). Ҡара айыуҙың йөнө йылҡылдап тора. Ҡара айыу балаһы. Ҡара айыу укерә.
ҠАРА АҠҠОШ (Р: лебедь чёрный; И.: black swan; T: kara kuğu) и. зоол.
Ватаны Австралия булған, ҡайһы саҡта беҙҙең илдә осрай торған аҡҡош. □ Лебедь чёрный (лат. Cygnus atratus). Ҡара аҡҡош ҡанаты. Кулдә ҡара аҡҡоштар йөҙә. Ҡара аҡҡоштар һыу уҫемлектәре һәм ылымыҡтар менән туҡлана.
ҠАРА АҠСАРЛАҠТАР (Р: поморники; И.: great skuas; T: korsan martıgiller) и. зоол.
Күпселеге тундрала һәм Төньяҡ океан яр буйҙарында балыҡтар һәм башҡа диңгеҙ хайуандары менән туҡлана торған, ҡара төҫтәге йыртҡыс аҡсарлаҡтар; диңгеҙ аҡсарлаҡтары. □ Поморники (лат. Sterco-rarius). Ҡара аҡсарлаҡтар оса. Ҡара аҡсар-
232