ҠАРАБАЛЫҠ
лак балаһы. Ҡара аҡсарлаҡтар яр буйҙарында оялай.
ҠАРА АҠҺАҠ (аҡһағы) (Р.: суставной ревматизм (у лошади)', И.: joints rheumatism; T.: eklemsel romatizma) и.
Быуын ревматизмы (аттың). □ Суставной ревматизм (у лошади). Ҡара аҡһаҡ булыу. Атыбыҙ ҡара аҡһаҡ булған. Ҡара аҡһаҡҡа әйләнеү.
ҠАРА АҠЫЛ (Р: (жизненный) опыт; И.: (practical) experience; T.: tecrübe) и.
Белемдән түгел, тормош тәжрибәһенән килгән фекер. □ (Жизненный) опыт. Ҡара аҡыл буйынса фекер йөрөтөү. Ҡара аҡылға таяныу. Ҡара аҡыл менән эш итеү.
ҠАРА АЛАБУТА (Р: лебеда чёрная; И.: saltbush; T.: adi karapazı) и. бот.
Баҫыуҙарҙа, картуф, сөгөлдөр араһында үҫеүсе, һабағы ботаҡланып торған, ҡараһыу көрән орлоҡло сүп үләне. □ Лебеда чёрная, лебеда раскидистая (лат. Atriplex patula). Ҡара алабута йолҡоу. Ҡара алабута баҫыу. Баҡсаны ҡара алабута баҫҡан.
ҠАРА АЛАСЫҠ (аласығы) (Р: летняя кухня без печной трубы; И.: outhouse kitchen; T.: yaz mutfağı) и.
Йәй көнө ашау урыны өсөн эшләнгән мөрйәһеҙ мейесле аласыҡ. □ Летняя кухня без печной трубы. Йәй көнө ҡара аласыҡта ашайбыҙ. Ҡара аласыҡҡа сығыу. Ҡара аласыҡта йоҡлап йөрөү.
ҠАРА АЛТЫН (Р: чёрное золото; И.: gold alloy; T: kara altın) и.
1. Ювелир әйберҙәрҙе биҙәү өсөн алтынға башҡа металдар ҡушып эшләнгән ҡара төҫтәге ҡатышма. □ Чёрное золото. Ҡара алтындан эшләнгән әйберҙәр. Ҡара алтын ялатылған алҡалар. Ҡара алтын менән биҙәү.
2. күсм. Нефткә бирелгән атама. □ Нефть. Ҡара алтын табыу. Ҡара алтын сығарыу. V Донъя баҙарында нефть һәм газ менән элек тә һатыу иттек, киләсәктә лә итәсәкбеҙ, сөнки ҡара алтын менән зәңгәр яғыулыҡ — беҙҙең йәшәү сығанағыбыҙ. «Киске Өфө», №40, 2012.
ҠАРАБАЙ I (Р: название родовых подразделений башкир; И.: name of Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Бөрйән, ҡатай ҡәбиләләренә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Карабай (название родовых подразделений башкир). Ҡарабай аймағы башҡорто. Ҡарабай аймағынан булыу. Ҡарабай аймағына ҡарау.
ҠАРАБАЙ II и. зоол. диал. ҡар. йылан балыҡ. Ҡарабай — ағыулы балыҡ, уны ашарға ярамай. Был йылғала ҡарабай күп. Ҡарабайҙар йөҙөп йөрөй.
ҠАРА БАЙ (Р: скупой богач; И.: stingy rich man; T.: cimri) и. һөйл.
Һаран бай. □ Скупой богач. Ҡара байҙан нимә алып булһын. Ҡара бай булып китеү. Ҡара байға хеҙмәт итеү.
ҠАРА БАҠА (Р: название родового подразделения башкир; И.: name of Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡыпсаҡ ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Кара бака (название родового подразделения башкир). Ҡара баҡа аймағына ҡарау. Ҡара баҡа аймағынан булыу. Ҡара баҡа аймағынан сыҡҡан кешеләр.
ҠАРА БАЛТЫР (Р: название родового подразделения башкир; И.: name of Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Тамъян ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Кара балтыр (название родового подразделения башкир). Ҡара балтыр аймағы башҡорто. Ҡара балтыр аймағына ҡарау. Ҡара балтыр аймағынан булыу.
ҠАРАБАЛЫҠ (ҡарабалығы) (Р: линь;
И.: tench; T: kadife balığı) и. зоол.
һаҙандар ғаиләһенә ҡараған, һырт буйы йәшкелт төҫтәге, ҡанаты түңәрәк йылға, күл балығы. □ Линь (лат. Tinea tinea). ■ Бынау тын көндө, иртәнге сәғәттә, ҡарабалыҡ эләгә, йә ҡыҙылғанат, йә булмаһа ҡорбан. К. Мәргән. Зариф ҡарт, Муйыллы
233