Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 234


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАРА БАРҠЫЛДАҠ
йылғаһын быуып, быуаһында суртан, табан, ҡарабалыҡ урсетте. Б. Бикбай.
ҠАРА БАРҠЫЛДАҠ (барҡылдағы) (Р.: чёрный дрозд; И.: blackbird; T.: karatavuk, kara bakal) и. зоол.
Кәүҙәһе ҡара, суҡышы, күҙ ҡабаҡтары сағыу һарғылт ҡыҙыл төҫтәге, урмандарҙа һәм ҡыуаҡлыҡтарҙа йәшәүсе күсмә ҡош. □ Чёрный дрозд (лат. Turdus merula). Ҡара барҡылдаҡтар йылы яҡҡа осто. Ҡара барҡылдаҡтар осоп килде. Ш [Ҡара барҡылдаҡтың] һайрау ы моңло һыҙғырыуҙан тора. Э. Ишбирҙин.
ҠАРАБАТ (Р: ласкательное слово, употребляемое по отношению к девушкам; И.: darling; T.: canım) и. диал.
1. Ҡыҙ балаға ҡарата яратып әйтелә торған һүҙ. □ Ласкательное слово, употребляемое по отношению к девушкам. Ана, минең ҡарабашым килә. Ҡарабашым, кил әле бында. Ҡарабашымды һағындым.
2. Яҡынлыҡ, туғанлыҡ. □ Родство, близость. Ҡарабаш булыу.
Ҡ АРАБ АУ ЫР (Р: хомяк; И.: hamster; Т.: hamster) и. зоол. диал.
Игенгә һәм баҡса емештәренә зыян килтереүсе ала төҫтәге, өңдә йәшәй торған кимереүсе йәнлек; ирлән. □ Хомяк (лат. Cricetus cricetus). Ҡарабауыр кимергән. Ҡара-бауыр эйәләгән. Ҡарабауыр килеп сығыу.
ҠАРА БАУЫР (Р: коварный; И.: perfidious; T: hain) с.
Мәкерле, аҫтыртын, яуыз уйлы. □ Коварный, зловредный. Ҡара бауыр бит ул. Н Дошман, ҡара бауыр, аяу көтмә, рәхим уйлама. Т. Морат. [Хәмзә] кешеләрҙе бер-береһенә һөсләтә. Ҡулынан килһә, бер-береһенең уңәсен сәйнәшер ине уларҙың, ҡара бауыр. Яр. Вәлиев.
ҠАРАБАШ I (Р: кровохлёбка лекарственная; И.: burnet; T.: şifalı kırmızı çayır düğmesi) и. бот.
1. Роза сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған күп йыллыҡ дарыу үләне. □ Кровохлёбка лекарственная (лат. Sanguisorba officinalis).
Ҡарабаш япрағы. Ҡарабаш йыйыу. Ҡарабаш япрағы төнәтмәһе.
2. диал. ҡар. екән. Ҡарабашлы кул. Ҡамыш ҡарабашы. Ҡөрән ҡарабаш.
ҠАРАБАШ II (Р: черноголовый; И.: dark-haired; black-headed; T.: kara başlı) c.
Ҡара төҫтәге башлы, сәсле (ҡайһы бер зоологик атамалар составында килә). □ Черноголовый (в составе сложных зоологических терминов). Ҡарабаш турғай. Ҡарабаш тебейек. Ҡарабаш килейек.
ҠАРАБАШ Ш (Р: прислуга; И.: maid; T.: hizmetçi kadın) и. диал.
Хеҙмәтсе ҡатын-ҡыҙ. □ Служанка. Ҡарабаш тотоу. Ҡарабашҡа йөкмәтеу. Хужалыҡ эштәрен ҡарабаштары башҡара.
ҠАРА БАШ (Р: одинокий; И.: single person; loner; T.: yalnız kimse) и. һөйл.
Япа-яңғыҙ кешегә ҡарата әйтелә. □ Одинокий, несчастный человек. Ҡара башым тороп ҡалдым. Ҡара башы йәшәп ята. Ҡара башына куп кәрәкмәй.
♦ Ҡара башыңа булғыр! ҡарғағанда әйтелә. □ Пропади ты пропадом (проклятие).
ҠАРАБАШ АҠСАРЛАҠ (аҡсарлағы) (Р: чайка черноголовая; И.: Mediterranean gull; T.: Akdeniz martısı) и. зоол.
Каспий диңгеҙендә, Ҡаҙағстанда һәм Урта Азиялағы күлдәрҙә йәшәй торған, ҡара көрән башлы эре аҡсарлаҡ. □ Чайка черноголовая (лат. Ichthyaetus melanocephalus). Ҡарабаш аҡсарлаҡ ҡанаты. Ҡарабаш аҡсарлаҡтар оса. Яр ситенә ҡарабаш аҡсарлаҡ осоп килеп төштө.
ҠАРАБАШ КИЛЕЙЕК (килейеге) (Р: черноголовая славка; И.: Eurasian blackcap; T.: karabaş ötleğen) и. зоол.
һорғолт-көрән төҫтәге, башында ҡара табы булған, урмандарҙа, ауыл-ҡалаларҙа йәшәүсе күсмә ҡош; ағас ботаҡтарында һәм ҡыуаҡтарҙа һикергеләп йөрөй. □ Черноголовая славка (лат. Sylvia atricapilla). Ҡарабаш килейектәр осоп килгән. Ҡарабаш килейек балаһы. ■ [Ҡарабаш килейек]
234