ҠАРАБАШ ШАҠЫЛДАҠ
башҡа килейектәрҙән башындағы ҡара табы менән айырыла. Э. Ишбирҙин.
ҠАРАБАШ КҮКСӘЙ (Р.: чайконосная крачка; И.: gull-billed tern; T.: gülen sumru) u. зоол. диал.
Башҡа сарлаҡтарҙан ҡара аяҡтары һәм тауышы менән айырылып тороусы иң ваҡ сарлаҡ; керелдәк сарлаҡ. □ Чайконосная крачка (лат. Gelochelidon niloticd). Кул буйында ҡарабаш куксәйҙәр оса. Ҡарабаш куксәй ҡысҡыра. М [Ҡарабаш куксәй] һыуҙан алыҫта, яландарҙа, далаларҙа туҡлана, купләп бөжәктәрҙе, бигерәк тә сиңерткәләрҙе ҡыра, һирәкләп балыҡ та ашай.
Э. Ишбирҙин.
ҠАРА БАШЛЫ ТУРҒАЙ и. зоол. диал. ҡарабаш турғай 1. Өй алдына ҡара башлы турғайҙар йыйылған. Кара башлы турғайҙар осоп килде. Ҡара башлы турғай балаһы.
ҠАРАБАШ ӨЙРӘК (өйрәге) (Р.: морская чернеть; И.: greater scaup; T.: karabaş patka) и. зоол.
Башы, муйыны, түше, ҡойроғо ҡара, арҡаһы аҡһыл һоро төҫтәге күсмә һыу ҡошо. □ Морская чернеть (лат. Aythya mania). Һыуҙа ҡарабаш ойрәк йөҙә. Ҡарабаш өйрәк йомортҡаһы. ■ [Ҡарабаш өйрәк] ала өйрәктән һоро арҡаһы һәм бурке булмауы менән айырыла. Э. Ишбирҙин.
ҠАРАБАШ САРЛАҠ (сарлағы) (Р.: озёрная чайка; И.: black-headed gull; T.: karabaş martı) и. зоол.
1. Дөйөм төҫө аҡ, һырты буҙ, ҡанат остары ҡара, башы ҡара көрән төҫтәге күсмә һыу ҡошо. □ Озёрная чайка (лат. Lams ridibundus). Ҡарабаш сарлаҡтар йылы яҡҡа осто. Н [Карабаш сарлаҡ] балыҡ, һыу бөжәктәре, төрлө ҡорттар менән туҡлана.
Э. Ишбирҙин.
2. диал. Йылға, күл буйҙарында йәшәүсе сарлаҡ төрө; йылға сарлағы. □ Речная крачка (лат. Sterna hirundo). Ҡарабаш сарлаҡтың суҡышының төбө ҡыҙыл, осо ҡара була. Яр буйында ҡарабаш сарлаҡтар оса. Ҡарабаш сарлаҡ балаһы.
ҠАРАБАШ ТЕБЕЙЕК (тебейеге)
(Р: черноголовая гаичка; И.: marsh tit; T.: bataklık baştankarası) и. зоол.
Һырты көрәнһыу һоро, кәүҙәһенең аҫ яғы һорғолт аҡ, түбәһе, елкәһе һәм тамағы ҡара төҫтәге һирәк осраусы урман ҡошо; ботаҡтан ботаҡҡа һикергеләп йөрөй. □ Черноголовая гаичка (лат. Parus palustris). Ҡарабаш тебейектәр һикерешә. ■ [Ҡарабаш тебе-йек] төрлө бөжәктәр, уларҙың ҡурсаҡтары менән туҡлана. Э. Ишбирҙин.
ҠАРАБАШ ТУРҒАЙ (Р.: большая синица; И.: great tit; T.: büyük baştankara) и. зоол.
1. Турғайҙар ғаиләһенә ҡараған ҡара түбәле, һары түшле һайраусы турғай. □ Большая синица (лат. Parus major). Ҡарабаш турғай балаһы. М Ҡоштар ҡарағай, ҡайын ағастарына ҡунып һайрарҙар, ҡыҙылтуш, ҡарабаш турғайҙар, балан, мышар емешен супләй-супләй, һеҙгә рәхмәт әйтеп, ботаҡтан ботаҡҡа һикерешеп уйнарҙар. М. Тажи. Ҡарабаш турғай ҡарындыҡты ҡуймай. Йырҙан.
2. диал. Ҡарабаш турғайҙан ҙурыраҡ, түбәһе сағыу күк төҫтәге урман ҡошо; күкбаш турғай. □ Лазоревка (лат. Parus coe-ruleus). Ҡарабаш турғайҙың кәуҙәһенең aç яғы һары, уртаһынан өҙөк-өҙөк ҡара һыҙыҡ утә. Ҡарабаш турғайҙар осоп йөрөй. Ҡарабаш турғай ҡанаты.
3. диал. Турғайҙан бәләкәйерәк, түбәһе ҡара, сикәләре аҡ, арҡаһы күкһел һоро, ҡанаттары һәм ҡойроғо күкһел көрән ҡош; бесбесей. □ Московка (лат. Parus ater). Ҡарабаш турғай аралаш һәм ылыҫлы урмандарҙа йәшәй. Ҡарабаш турғай балаһы. Ҡарабаш турғай ағасҡа килеп ҡунды.
ҠАРАБАШ ШАҠЫЛДАҠ (шаҡылдағы) (Р: черноголовый чекан; И.: European stonechat; T: taş kuşu) и. зоол.
Башы, тамағы, арҡаһы, ҡанаттары һәм ҡойроғо ҡара, турғайҙан бәләкәйерәк күсмә ҡош; башлыса ҡойроғон өҙлөкһөҙ бәүелтеп, бейек үлән һабағында йәки ҡыуаҡ өҫтөндә ултыра. □ Черноголовый чекан (лат. Saxicola torquata). Ҡарабаш шаҡылдаҡтар
235