ҠАРА ГРУҺСЫ(ЛАР)
1. Роза сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған сәнскәкле үрмә һабаҡлы туғай үҫемлеге. □ Ежевика. / Ежевичный (лат. Rubus). Ҡара бөрлөгән йылға буйҙарында, туғайҙа уҫә. ■ Өйҙөң артынан таҡалып яланға ҡарай емеш-йәшелсә баҡсалары һуҙыла. Унда крыжовниктар, төрлө төҫтәге ҡарағаттар, ҡыҙыл, ҡара бөрлөгәндәр, ер еләге, сейә, алма .. тулып ултыра. Ғ. Дәүләтшин.
2. Шул үҫемлектең ҡара күк төҫтәге, ҡурай еләгенеке кеүек бүлкәтле еләге. □ Ежевика. / Ежевичный. Н Малайҙар ҡайнатма ла ярата, шуға курә ҡырҙан да еләк-емеш йыйып алып ҡайталар. Ҡара бөрлөгәнгә лә йөрөнөләр, — тип, хужабикә улдарының тормошо, холоҡ-ҡылыҡтары менән таныштыра. «Йәшлек», 10 май 2011.
ҠАРА БУРА (Р.: погреб, подполье; И.: cellar; T.: mahzen) и.
Өйҙөң эске яҡ нигеҙ бураһы. □ Погреб, подполье. Ҡара бура бурау. Ҡара бура бурарға ағас алып ҡайттыҡ. Ҡара буранан ҡоролған нигеҙ.
ҠАРА БУРАН (Р: вихрь; И.: whirlwind; T.: kasırga) и. диал.
1. Өйөрөлөп юғары күтәрелгән саң бураны; ҡойон. □ Вихрь. Ҡара буран сығыу. Ҡара буран кутәрелеу. Көтмәгәндә ҡара буран сыҡты.
2. кусм. Ғауға, янъял, көслө талаш, ыҙғыш. □ Крупная ссора, скандал. Өйҙә ҡара буран сыҡты. Ҡара буран башланды. ■ Ҡулдәк-фәлән алырға булһа, өйҙә ҡара буран сыға. Ғ. Ғүмәр.
ҠАРА БУРАУ и. ҡар. ҡара бура. Ҡара бурау бурап ҡуйыу. Ҡара бурау ағастан буралған. Өйҙөң нигеҙен буйлатып ҡара бурау буралған.
ҠАРА БУТҠА (Р: постная каша; И.: lenten gruel; T.: yağsız lapa) и.
Майһыҙ бутҡа. □ Постная каша. Ҡара бутҡа бешереу. Ҡара бутҡа ашау. Ҡара бутҡаға кусеу.
ҠАРАБӘЖЕЙ (Р: конопля; И.: hemp; Т.: kendir) и. бот. диал.
1. Һабағынан сүс, орлоғонан май алына торған тарбаҡай ботаҡлы бейек үлән; тарма, киндер. □ Конопля (лат. Cannabis). Ҡара-бәжей баҫыуы. Ҡарабәжей орлоғо. Ҡарабә-жей һабағы. Ҡарабәжей майы. Ҡырағай ҡарабәжей.
2. Шул үҫемлектән алынған сүс. □ Пенька. Ҡарабәжей талҡышлау. Ҡарабәжей тәрәшләу. Ҡарабәжей иләу. Ҡарабәжей еп.
ҠАРА ГОРЧИЦА (Р: чёрная горчица; И.: black mustard; T.: hardal) и. бот.
Кәбеҫтә ғаиләһенә ҡараған ваҡ һары сәскәле, ҡыҙғылт-көрән ҡуҙаҡ орлоҡло бер йыллыҡ тәмләткес үлән. □ Чёрная горчица (лат. Brassica nigra). Ҡара горчица япрағы. Ҡара горчица орлоғо. Ҡара горчица тәме. Ҡара горчица еҫе.
ҠАРА ГРИФ (Р: чёрный гриф; И.: Eurasian black vulture; T.: byağı kara akbaba) и. зоол.
Европаның көньяғында һәм Урта Азияла йәшәгән, үләкһә менән туҡлана торған йыртҡыс ҡош. □ Чёрный гриф, гриф бурый (лат. Aegypius monachus). Ҡара гриф киң ҡанатлы була. Ҡара гриф уләкһәгә ябырылды. Ҡара гриф ергә осоп төштө.
ҠАРА ГРУҺ (Р: чёрная сотня; И.: Black Hundred; T.: kötü güç) и. map.
Рәсәйҙә XX быуат башында 1905 йылғы революцияға ҡаршы тороусы реакцион ҡарашлы даирә. □ Чёрная сотня. Ҡара груһтарҙың этлеге. Ҡара груһтар эшмәкәрлеге. М Ҡара груһтар халыҡ араһында. Ғ. Дәүләтшин.
ҠАРА ГРУҺСЫ(ЛАР) (Р: черносотенцы, чёрная сотня; И.: Black Hundreds; T.: karayüzler) и. тар.
Рәсәйҙә XX быуат башында 1905 йылғы революцияға ҡаршы тороусы реакцион ҡарашлы даирә вәкилдәре. □ Черносотенцы. Ҡара груһсылар хәрәкәте. Ҡара груһсылар төркөмө. ■ Ҡара груһсы кешеләр бер эшсене тотоп: «һин кисә байраҡ тотоп бара инең», — тип туҡмай башлайҙар. Р. Солтангәрәев.
237