ҠАРАҒАЛПАҠ
Ҡыпсаҡ ҡәбиләһенә ҡараған бер ырыуҙың исеме. □ Карагай-кыпсак (название одного из башкирских родов племени кыпсак). Ул ҡарағай-ҡыпсаҡ ырыуынан. Ҡарағай-ҡыпсаҡ тамғаһы. Ҡарағай-ҡыпсаҡ ере.
ҠАРАҒАЙЛЫ (Р.: с соснами; И.: having pines; T.: çamh) с.
Ҡарағай ағастарынан торған. □ С соснами, имеющий сосны. М Ҡалын ҡарағайлы ҡара урман эсенән, ҡояшҡа ҡаршы куҙҙе сағылдырып ялтырап ятҡан ҡарҙы ярып, борғоланып-борғоланып берләм юл сыҡҡан. Ғ. Дәүләтшин. Талҡаҫтың Таналыҡ йылғаһы башланып киткән яғында, Ҡараташ тауының ҡалын ҡарағайлы итәгендә ятҡан ял йортонда ла иртәнге хәрәкәт башланды.
з. Биишева.
ҠАРАҒАЙЛЫҠ (ҡарағайлығы) (Р.: сосняк; И.: pine forest; T.: çamlık) и.
Ҡарағай ағастары күп үҫкән ер; ҡарағай урманы. □ Сосняк, сосновый бор. Ҡарағайлыҡта саф һауа һулап йөрөу. ■ Насир баяр йортонан, уҙен йөҙөнә төкөргәнгә яуап бирә алмаған меҫкен кеуек тойоп, сығып китте, эре ҡарағайлыҡты утеп, Ташлы буйына төшкәс кенә, иҫенә килгәндәй булып, артына әйләнеп ҡарап торҙо. 3. Ураҡсин.
ҠАРАҒАЙ СӘСӘҠ (сәсәге) (Р: горицвет; И.: Adonis vernalis; T.: zehirli keklik otu)
и. бот. диал.
Лютиктар ғаиләһенә ҡараған, иртә яҙҙа сәскә атыусы күп йыллыҡ үҫемлек; һары умырзая. □ Горицвет, адонис весенний (лат. Adonis vernalis). Ҡарағай сәсәк гөлләмәһе. Ҡарағай сәсәк йыйыу. Ҡарағай сәсәк сәскә атҡан.
ҠАРАҒАЙ ТУРҒАЙЫ I (Р: щур; И.: pine grosbeak; T.: pinicola) и. зоол.
Төньяҡ Европаның, Азияның һәм Американың ылыҫлы урмандарында йәшәй, орлоҡтар, еләктәр һәм бәрәләр менән туҡлана торған турғай. □ Щур (лат. Pinicola enucleator). Ҡарағай турғайы һайрау ы. Ҡарағай турғайҙары оса. Ҡарағай турғайы — һайраусы ҡош.
ҠАРАҒАЙ ТУРҒАЙЫ II (Р: клёст-еловик; И.: red crossbill; T.: bayağı çaprazgaga) и. зоол. диал.
Ҡарағай, шыршы тубырсығын ҡауҙап ашай торған ҡаушырма суҡышлы, атаһы ҡыҙғылт, инәһе йәшкелт турғай; шыршы турғайы. □ Клёст-еловик (лат. Loxia curvirostra). Ҡарағай турғайы суҡыштарының осо ҡайсыланып тора. Ҡарағай турғайы ағасҡа ҡунған. Ҡарағай турғайы ҡанаты.
ҠАРАҒАЙ ҮЛӘН (Р: хвощ полевой; И.: field horsetail; T: tarla atkuyruğu) и. бот.
Шыршы үлән. □ Хвощ полевой (лат. Equisetum arvense). Ҡарағай улән йыйыу. Ҡарағай улән ботағы. Ҡарағай улән ботағы медицинала ҡулланыла.
ҠАРАҒАЙҺЫҘ (Р: без сосны; И.: whithout pines; T.: çamsız) c.
Ҡарағайы булмаған. □ Без сосны, без сосен. Ҡарағайһыҙ урман. Ҡарағайһыҙ урын. М Мәғрур имәнһеҙ, зифа ҡайынһыҙ, мәңге йәшел ҡарағайһыҙ, ут ҡыҙыл миләшһеҙ урмандың ни йәме? «Йәшлек», 12 август 2008.
ҠАРАҒАЛПАҠ I (ҡарағалпағы) (Р: каракалпак; И.: Kara-Kalpak; Т: Karakalpak) и. этн.
Үзбәкстандағы Ҡарағалпаҡ Республикаһының төп халҡын тәшкил иткән милләт һәм шул милләттең бер кешеһе (төрки телдәренең береһендә һөйләшә). □ Каракалпак. / Каракалпакский. Ҡарағалпаҡ егете. ■ Йыл һайын уткәрелгән халыҡ-ара Аҡмулла көндәре быйыл да башҡорт, ҡаҙаҡ, татар һәм башҡа әҙәбиәттәр уҫешенә ҙур йоғонто яһаған, исеме һәм ижады төрөкмән, ҡарағалпаҡ һәм башҡа төрки телле халыҡтар араһында киң билдәле булған мәғрифәтсе-шағирҙың тыуған төйәгендә — Миәкә районында «Аҡмулла нәсихәттәре» республика фольклор байрамы менән тамамланды. «Йәшлек», 21 декабрь 2010.
ҠАРАҒАЛПАҠ II (ҡарағалпағы) (Р: название родового подразделения башкир;
239