ҠАРАҒАЛПАҠСА
И.: name of Bashkir clanal subdivision; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Мең, тамъян, эй ҡәбиләләренә ҡараған башҡорт аймаҡтары исеме. □ Карагалпак (название родового подразделения башкир). Ҡарағалпаҡ аймағы башҡорто. Ҡарағалпаҡ аймағына ҡарау. Ҡарағалпаҡ аймағынан сығыу.
ҠАРАҒАЛПАҠСА (Р.: по-каракалпакски; И.: in Kara-Kalpak; T.: Karakalpakça) р.
1. Ҡарағалпаҡ телендә. □ По-каракалпакски, на каракалпакском языке. Ҡарағалпаҡса һөйләшергә өйрәнеу. Ҡарағалпаҡса йырлау. Ҡарағалпаҡса уҡыу.
2. Ҡарағалпаҡ халҡына хас рәүештә. □ По-каракалпакски. Ҡарағалпаҡса кейе-неу. Ҡарағалпаҡса бейеу.
ҠАРАҒАН I (Р.: венозная кровь; И.: venous blood; T: kirli kan) и.
Вена ҡаны. □ Венозная кровь. Ҡараған — ҡан тамырҙары буйлап йөрәккә барыусы ҡан. Ҡарағанын ағыҙыу.
ҠАРАҒАН II (Р: сибирская язва; И.: anthrax; T.: karakabarcık) и. мед. диал.
Малда, кешелә була торған бик йоғошло яман шешек; түләмә. □ Сибирская язва, злокачественный карбункул. Ҡараған инфекцияһы. Ҡараған эпидемияһы. Ҡараған йоҡтороу.
ҠАРАҒАН III (Р: жостер; И.: buckthorn; T.: cehri) и. бот. диал.
1. Сәнскеле, ҡара ҡабыҡлы, ағыулы ҡара емешле туғай ағасы һәм уның емеше; эт муйылы. □ Жостер, крушина слабительная (лат. Rhamnus cathartica). Ҡараған емеше. Ҡараған емеше ашап ағыуланыу. Ҡараған ҡыуағы.
2. Ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған ваҡ япраҡлы, һары сәскәле, ҡуҙаҡ орлоҡло ваҡ ҡыуаҡ йәки ағас; селек. □ Чилига (лат. Cytisus biflorus). Ҡараған йыйыу. Ҡараған япрағы. Ҡараған ҡыуағы.
3. Ҡыяҡлы үләндәр ғаиләһенә ҡараған ялбыр сәскәле, бер йыллыҡ ҡый үләне; һеперткебаш. □ Метлица обыкновенная (лат. Apera spica venti). Ҡараған сәскәһе.
Ҡараған уҫкән урын. Ҡарағанды һепертке итеп бәйләйҙәр.
ҠАРАҒАНАТ I (Р: сорокопут-жулан; И.: red-backed shrike; T.: kızıl sırtlı örümcek kuşu) и. зоол.
Турғай һымаҡтар отрядына ҡараған сыйырсыҡ ҙурлыҡ, ҡанат-ҡойроғо ҡара, башы менән арҡаһы буҙ урман ҡошо (килбәте, ҡылығы һайыҫҡанға оҡшацҡырап тора). □ Сорокопут-жулан (лат. Lantus collurio). Ҡарағанаттар оса. Ҡарағанат ҡауырһыны. К [Ҡарағанат] ваҡ һайыҫҡандан һәм алағанаттан бәләкәй кәуҙәһе, тигеҙ ҡара ҡанаттары менән айырыла.
Э. Ишбирҙин.
ҠАРАҒАНАТ II (Р: лещ, подлещик; И.: (small) bream; T.: çapak balığı) и. зоол.
һаҙандар ғаиләһенә ҡараған йылға балығы; ҡорбан балыҡ. □ Лещ, подлещик (лат. Abramis bramd). Был ятыуҙа ҡарағанат куп. Ҡарағанат тотоу. Ҡарағанат эләктереу.
ҠАРАҒАНДА (Р: судя по; И.: judging by; T: bakılırsa) бәйл.
1. Төбәү килештәге һүҙҙәрҙән һуң килеп, әйтелгән фекерҙең сығанағын күрһәткәндә ҡулланыла. □ Судя по (послелог с дат. пад.). Ҡейеменә ҡарағанда, һөйләуҙәренә ҡарағанда. ■ Һаҡмар буйындағы Тубәнге Яйыҡбай ауылы эргәһендә бер тау, Апай тауы тип атала, һөйләуҙәренә ҡарағанда, батырҙар бына ошо ауылдарҙа тороп киткәндәр. Әкиәттән.
2. Ҡем йәки нимә менәндер сағыштырып күрһәткәндә ҡулланыла. □ В сравнении с ..., по сравнению с ..., сравнительно с .... Үткән йылға ҡарағанда, һиңә ҡарағанда мин купкә йәш. М Был кеше алдында мин уҙемде Сыртланов алдындағыға ҡарағанда иркене-рәк тота инем. С. Агиш.
ҠАРАҒАНДЫ (Р: жестокий; И.: cruel; Т: amansız) с. диал.
Аяуһыҙ, ҡанһыҙ, ҡаты бәғерле. □ Жестокий. Ҡарағанды кеше. Ҡарағанды халыҡ. Ҡарағанды булыу.
240