ҠАРАҒАШ
ҠАРАҒАПТАЛ (Р.: название болезни половых органов; И.: kind of venereal desease; T.: üreme organları hastalığı) и. мед.
Енси ағзалар ауырыуы. □ Название болезни половых органов. Ҡарағаптал менән ауырыу. Ҡарағаптал йоғоу. Ҡарағапталдан дауаланыу.
ҠАРАҒАС (Р.: лиственница; И.: larch; Т.: karaağaç) и. бот.
1. Көҙ көнө ылыҫын ҡоя торған, йомшаҡ ылыҫлы, затлы ҡаты ағас. □ Лиственница (лат. Larix). / Лиственничный. Ҡарағас сайыры йыйыу. Ҡарағас урманы. М Ҡарағас һағыҙы бында ҡыҙ-ҡырҡын араһында иң ҡиммәтле сәйнәү әйбере иҫәпләнә. 3. Биишева. Бында инде Урмансы батыр эшкә керешкән. Ҡуҙ күреме еткән хәтле ергә ул ҡарағай, имән, ҡайын, шыршы, ҡарағас, йыла, саған, тағы әллә ниндәй ағастар ултыртып ебәргән. Әкиәттән. Ҡибеп барған күлгә моңһоу ҡарап текә ярҙа ойой ҡарағас. X. Ғиләжев. Ауылдан дүрт-биш саҡрым самаһында дүрт кешенең дә ҡоласы етмәҫлек асалы ҡарағас бар. «Йәшлек», 19 сентябрь 2009.
2. этн. Табын башҡорттарының ырыу ағасы. □ Лиственница (мифологизированное растение, родовое дерево башкир-та-бынцев). Табындарҙың ағасы — ҡарағас, ҡошо — ҡарағош.
3. диал. Солоҡ ағасы. □ Бортевое дерево. Ҡарағасҡа ҡорт ҡунған. Ҡарағасҡа менеү. Ҡарағастан төшөү.
ҠАРАҒАСЛЫҠ (ҡарағаслығы) (Р: лиственничник; И.: larch grove; T.: karaağaçlık) и.
Ҡарағас күп үҫкән урын. □ Лиственничник (роща или часть леса, заросшая лиственницей). Урмандың был урыны ҡарағаслыҡ. Ҡарағаслыҡта саф һауа һулап йөрөү. М Урман хужалығы министрлығы ҡушыуы менән, ҡарағаслыҡты уратып, ике йыл һайын янғындан һаҡлау бураҙналары яралар икән. Г. Яҡупова.
ҠАРАҒАС ОРОҺО (Р: трутовик лиственничный; И.: larch tree fungus; T.: kav-mantan) u.
Ҡарағаста үҫә торған ҡаты аҡ бәшмәк; ағала. □ Трутовик лиственничный, лиственничная губка. Ҡарағас ороһо медицинала ҡулланыла. Ҡарағас ороһо йыйыу. Ҡарағас ороһонан дарыу эшләү.
ҠАРАҒАТ (Р.: смородина; И.: currant; Т: frenküzümü) и.
1. бот. Һыу буйҙарында һәм баҡсала үҫә торған ваҡ ҡына әскелтем емешле ҡыуаҡ төрө. □ Смородина. / Смородинный, смородиновый (лат. Ribes). Ҡарағат япрағы. Ҡарағат ҡыуағы. ■ Суғылйым суҡ ҡарағат тәлгәшен түбән эйгән. А. Игебаев.
2. Шул ҡыуаҡтың емеше. □ Смородина. / Смородинный, смородиновый. Аҡ ҡарағат. Ҡыҙыл ҡарағат. Ҡара ҡарағат. Ҡарағат ҡайнатмаһы. Ҡарағат ҡағы эшләү. ■ Асияның өләсәһе беҙгә ҡарағат ҡағы алып килгән. Ә. Бикчәнтәев. Сейә бешә баҡсала балланып, ҡарағаттар тулып өлгөрә. М. Хәй.
3. Халыҡ медицинаһында ҡулланылған емеш. □ Смородина (используется в народной медицине). Ауырыуға ҡара ҡарағат төнәтмәһе эсереү. Ҡара ҡарағат ҡайнатмаһы һыуыҡ тейгәндән файҙалы.
ҠАРАҒАТЛЫҠ (ҡарағатлығы) (Р: смородинник; И.: currant growth; T.: frenküzümü) и.
Ҡарағат күп үҫкән урын. □ Смородинник. Ҡарағатлыҡҡа килеп сығыу. Ҡарағатлыҡта ҡарағат йыйыу. ■ [Лилиә:] Ҡарағатлыҡҡа барып сыҡтым. Ох, күп! Йыйып ҡына өлгөр. Ш. Бикҡол.
ҠАРАҒАШ I (Р: четырёхугольный пирожок; И.: rectangular patty; T: börek türü) и. кул.
Дүрт мөйөшлө ваҡ йәймәнең уртаһына тартҡан муйыл, еләк һалып, ике мөйөшөн йәбештереп бешергән бәлеш төрө. □ Четырёхугольный пирожок (с черёмуховой или ягодной начинкой). Ҡарағаш бешереү. Ҡарағаш ашау. Тәмле ҡарағаш.
ҠАРАҒАШ II и. ҡар. ҡарағош II. Ҡарағаш һалыу. Салғыма ҡарағаш һалдым әле. Салғының ҡарағашы һынып сыҡты.
241