ҠАРАҒАШҠА
ҠАРАҒАШҠАм. зоол. диал.
1. ҡар. ҡашҡабаш. Ҡарағашҡа, ел булғанда, шәп оса, ел булмаһа, бик оса алмай. Ҡарағашҡа ҡанаты. Ҡарағашҡа йомортҡаһы.
2. ҡар. ҡашҡалаҡ. Ҡарағашҡа ҡанаты. Ҡарағашҡалар оса. Ҡарағашҡалар кулгә тошто.
ҠАРАҒОЙРОҠ I (ҡарағойроғо) (Р.: мелкий голавль; И.: small chub; T.: tatlı su kefali) и. зоол. һөйл.
Ажау балаһы, бәләкәй ажау балығы.
□ Мелкий голавль. ■ Ҡалҡыуыслы ҡармаҡ менән балыҡ тотоу бик ҡулайлы. Уға сабаҡ, ажау, ҡарағойроҡ, шулай уҡ ағарсаҡ та тотола. «Йәшлек», 30 апрель 2009.
ҠАРАҒОЙРОҠ II (ҡарағойроғо) (Р.: горностай; И.: ermine; Т.: as) и. зоол. диал.
һыуһарҙар төркөмөнә ҡараған затлы тиреле, йәйен һоро, ҡышын аҡ төҫтәге йыртҡыс йәнлек; аҫ. □ Горностай (лат. Mustela erminea). Ҡарағойроҡ тиреһе. Ҡарағойроҡ тотоу. Ҡарағойроҡҡа ҡапҡан һалыу.
ҠАРАҒОЛ (Р.: название родового подразделения башкир; И.: name of Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Эй ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Карагул (название родового подразделения башкир). Ҡарағол аймағы башҡорто. Ҡарағол аймағынан булыу. Ҡарағол аймағынан сығыу.
ҠАРАҒОЛАҠ (ҡарағолағы) (Р.: бродяга; И.: tramp; T.: serseri) и.
1. Оҙаҡ ҡырҙа йөрөүсе кеше; аҙман.
□ Бродяга. Ул ҡарағолаҡҡа әйләнеп бөткән инде. Ҡарағолак булып ил ҡыҙырып йөрөу. Ҡарағолаҡ илдән илгә йөрөй.
2. Ауылсы, һәптән. □ Человек, праздношатающийся по деревне. Аҙман, ҡарағолаҡ, ҡайҙа йөрөнөң? Ҡарағолаҡ булып йөрөу. Ҡарағолаҡ ауыл араһынан ҡайтып инмәй.
ҠАРАҒОМҒАН (Р: чугунный чайник; И.: cast iron teapot; T.: dökme demir çaydanlık) и. диал.
Бесәндә, ҡырҙа эшләгәндә утта сәй ҡайната торған суйын сәйгүн. □ Чугунный чайник. Ҡарағомғанда сәй ҡайнатыу. Ҡара-ғомғандан сәй яһау. Ҡарағомғанды йышып йыуып алыу.
ҠАРАҒОРТ I (Р.: каракурт; И.: large spider species; T.: karadul) и. зоол.
Урта Азияла һәм Ҡырым сүллегендә йәшәүсе сылт ҡара төҫө өҫтөндә асыҡ ҡыҙыл төрткөләре булған бик ағыулы эре ҡара үрмәксе. □ Каракурт (лат. Latrodectus tredecimguttatus). Ҡарағорт сағыу. Ҡарағорт ағыуы. Ҡарағорт ауы.
ҠАРАҒОРТ II и. зоол. диал. ҡар. асағойроҡ. Ҡарағорт төрҙәре. Иҙән аҫтынан ҡарағорттар сыға. Ҡарағорттар еуеш ерҙә урсей.
ҠАРАҒОШ I (Р.: большой подорлик; И.: greater spotted eagle; T.: büyük orman kartalı) u.
1. зоол. Ҡарсығалар ғаиләһенә ҡараған, бөркөттән бәләкәйерәк ҡара йыртҡыс ҡош (ағас башына оялай). □ Большой подорлик (лат. Aquila danga). Ҡарағош балаһы. Ҡарағоштар оса. ■ Ҡилдекәй заманында тиңһеҙ атҡыс булған, ул осоп барған ҡарағошто бер уҡ менән атып алған. Әкиәттән.
2. этн. Табын ырыуы башҡорттарының тотем ҡошо. □ Большой подорлик (мифологизированная тотемная птица, покровительница башкир-табынцев). Табындар ҡарағошҡа табына.
3. миф. Батырға ер өҫтөнә сығырға ярҙам итеүсе ер аҫты донъяһы ҡошо. □ Самруг (мифическая птица подземного мира, помогающая батыру выбраться на землю в благодарность за спасение птенцов от змеи).
ҠАРАҒОШ II (Р.: помост; И.: scythe fastening; T.: tırpanın halkası) и.
Салғыны һапҡа нығытыу өсөн арҡыры ҡуйылған тимер ҡулса. □ Помост, крепление (у косы). Салғы ҡарағошо. Ҡарағош ҡуйыу. Салғы ҡарағошо һынып сыҡты.
ҠАРАҒОШ III (Р.: название родовых подразделений башкир; И.: name of Bashkir
242