ҠАРАҒУСҠЫЛ ҠЫҘЫЛ
кугендә йондоҙҙар һалҡын сатҡыларын һибешеп ҡуҙ ҡыҫышалар. И. Абдуллин.
ҠАРАҒУСҠЫЛ ҠЫҘЫЛ (Р.: пурпур ный; И.: purple; T.: erguvani) с.
Ҡуйы ҡыҙыл; күк ҡатыш ҡыҙыл. □ Пурпурный. Ҡарағусҡыл ҡыҙыл төҫтәге сәскә. Ҡарағусҡыл ҡыҙыл кулдәк. ■ Башҡаларҙан эрерәк, ҡарағусҡыл ҡыҙыл төҫтәге япраҡ селәусенен һалам, япраҡ аҫтынан табырға мөмкин. «Йәшлек», 10 июль 2010.
ҠАРАҒУСҠЫЛ ҠЫҘЫЛ УЙМАҠ СӘСКӘ (Р: наперстянка пурпуровая; И.: purple foxglove; T.: yüksük otu) и. бот.
Таждары уймаҡты хәтерләткән, оҙаҡ сәскә атып ултырыусы ике йыллыҡ үлән. □ Наперстянка пурпуровая (лат. Digitalis purpurea). Ҡарағусҡыл ҡыҙыл уймаҡ сәскәләр ур.
ҠАРАҒУСҠЫЛЛАНЫУ (ҡарағусҡыллан-) (Р: чернеть, темнеть; И.: go dark, blacken; T: kararmak) ҡ.
Ҡарағусҡыл төҫ алыу, ҡарағусҡыл төҫкә инеү. □ Чернеть, темнеть. Ҡарағусҡыллана башлау. Ҡарағусҡылланып тороу. Ҡарағусҡылланып китеу. ■ Алыҫтан ҡарағусҡылланып торған ҡуйы ҡарағайлыҡ кукшелләнеп китте. К. Мәргән. Сәғиҙә тау битендә ҡояшҡа буртенешеп, ҡарағусҡылланып бешкән көртмәлеләрҙе йыйырға тотондо. М. Тажи. Шыршы менән ҡарағай ғына яҙ көнөн-дәге кеуек ук йәшел, ләкин аҙ ғына ҡарағусҡылланып, нурланып ултыралар. Ғ. Дәүләтшин. Төрлө-төрлө гөлдәр эңер төшөу менән .. ҡарағусҡылланып ятҡан тотош диңгеҙ кеуек тулҡынлана. Р. Назаров.
ҠАРАҒУСҠЫЛЛАТЫУ (ҡарағусҡыл-лат-) (Р: чернить; И.: blacken; T: karartmak) ҡ.
Ҡарағусҡыл төҫ биреү, ҡарағусҡыл төҫкә индереү. □ Чернить, придавать чёрный оттенок. Ҡарағусҡыллата төшөу. Ҡара болоттар кук йөҙөн ҡарағусҡыллата. Яҙғы ҡояш егеттең ҡуңыр йөҙөн тағы ла ҡарағусҡыллата төшкән.
ҠАРАҒУСҠЫЛЛЫҠ (ҡарағусҡыллы-ғы) (Р: темнота, чернота; И.: darkness; T: siyahlık) и.
Ҡарағусҡыл төҫтә булғанлыҡ. □ Темнота, чернота. Кук йөҙөнөң ҡарағусҡыллығы. Төтөндөң ҡарағусҡыллығы. М Ҡарағайҙар, йәйге ҡарағусҡыллығын юғалтып, асыҡ йәшел төҫкә ингән. Н. Мусин.
ҠАРАҒҮБӘК (ҡарағүбәге) (Р: название родового подразделения башкир; И.: name of Bashkir clanal subdivision; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Бөрйән ырыуына ҡараған башҡорт аймағының исеме. □ Карагубэк (название родового подразделения башкир). Ҡарағубәк аймағы башҡорто. Ҡарағубәк аймағынан булыу. Ҡарағубәк аймағынан сығыу.
ҠАРАҒЫЛТ (Р: черноватый, темноватый; И.: darkish; blackish; T: karamsı) с. диал.
Ҡарағусҡыл, ҡараһыу. □ Черноватый, темноватый. Ҡарағылт төтөн. Ҡарағылт томан. ■ [Ҡарағайҙарҙың] ҡойолмай торған йәшкелт ылыҫтары, ҡарағылт төҫкә инеп, елһеҙ һауала тын һәм тәрән уйҙарға батып ултыралар. Д. Юлтый.
ҠАРА ДАРЫ (Р: чёрный порох; И.: black gunpowder; T: karabarut) u.
Төтөнлө дары. □ Чёрный порох. Ҡара дары мылтыҡта ҡулланыла. Ҡара дары төтөнө. Гильзаға ҡара дары һалыу.
ҠАРА ДЕЛЬФИН (Р: чёрный дельфин; И.: long-finned pilot whale; T: siyah yunusbahğı) и. зоол.
Тешле киттар төркөмөнә ҡараған ҡара төҫтәге һөтимәр диңгеҙ хайуаны. □ Чёрный дельфин, гринда (лат. Globicephala). Ҡара дельфин балаһы. Ҡара дельфин һыуға сумды. Ҡара дельфиндарҙың эйәгендә аҡ тап була.
ҠАРА ДОҒА (Р: доисламская языческая молитва; И.: spell(s); T: sihir sözü) и. һөйл.
Исламға тиклемге мәжүси доға, әпсен-төпсөн. □ Доисламская языческая молитва, заклинание, заговор. Ҡара доға әйтеу. Ҡара доға менән имләу. ■ Осоҡ булһа, ошо ҡара доға менән имләйҙәр: ер инәһе — ерән ат, һыу инәһе — һылыу ҡыҙ, мине ашама, мине эсмә, минән — яулыҡ, һинән — һаулыҡ. Башҡорт мифологияһынан.
244