ҠАРА ЕРЕК
ҠАРА ЕЛ (Р.: резкий осенний ветер; И.: sharp autumn wind; T.: sert sonbahar rüzgârı) и.
1. Көҙгө әсе ел. □ Резкий осенний ветер. Ҡара ел иҫеп ебәрҙе. Үҙәктәргә уткес ҡара ел. М Үҙәктәргә утеп, ҡара төндә ҡара елдәр выжлап уйнаны. Т. Йәнәби.
2. миф. Ауырыу еле. □ Дух болезни. Ҡара ел һуҡҡан. Ҡара ел тейгән. Ҡара ел ҡағылған.
ҠАРА ЕЛКӘ (Р: название родового подразделения башкир; И.: name of Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Табын ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Кара елкә (название родового подразделения башкир). Ҡара елкә аймағынан булыу. Ҡара елкә аймағынан сығыу. Ҡара елкә аймағы башҡорто.
ҠАРА ЕЛӘГЕ (Р: жостер; И.: common buckthorn; T.: cehri) и. бот. диал.
Сәнскеле, ҡара ҡабыҡлы, ағыулы ҡара емешле туғай ағасы; эт муйылы. □ Жостер, крушина слабительная (лат. Rhamnus cat-hartica). Ҡара еләге ашап ағыуланыу. Ҡара еләге ҡыуағы. Ҡара еләге ашап ҡуймағыҙ.
ҠАРА ЕЛӘК (еләге) (Р.: ежевика; И.: blackberry; T: böğürtlen) и. бот. диал.
1. Роза сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған сәнскәкле үрмә һабаҡлы туғай үҫемлеге һәм уның емеше; ҡара бөрлөгән. □ Ежевика (лат. Rubus). Ҡара еләк йыйыу. Ҡара еләк япрағы. Ҡара еләк ашау.
2. Йылтыр ваҡ япраҡлы, алһыу сәскәле, ҡыҫҡа һабаҡлы ҡыуаҡ үҫемлек һәм уның емеше; ҡара көртмәле. □ Черника (лат. Vaccimum myrtillus). Тәмле ҡара еләк. Ҡара еләк ҡайнатмаһы. Ҡара еләк уҫкән ергә килеп сыҡтыҡ.
ҠАРА ЕМЕШ (Р: чернослив; И.: common plum; T: kuru erik) и. бот.
1. Ябай япраҡлы, аҡ сәскәле, ҡарағусҡыл күк емешле ағас. □ Чернослив, сливовое дерево (лат. Prunus domesticd). Ҡара емеш уҫтереу. Ҡара емеш ағасы. Баҡсала ҡара емеш уҫә.
2. Шул ағастың кипкән емеше. □ Чернослив. Ҡара емеш ҡайнатмаһы. Ҡара емеш һатып алыу. Ҡара емеш ашау. Я Өләсәйем сәхәр эсә, мин дә бергә уянам, бигерәк тәмле сәхәр сәйе. .. Баллы сәксәк, татлы йөҙөм, ҡара емеш, курәгә... Сәхәр тәме уҙе башҡа — кемгә әле эләгә! Г. Ситдикова.
ҠАРА ЕП (ебе) (Р: чёрная нитка; И.: magical black thread; T: kara ip) и. миф.
Сөйәл имендә ҡулланылған ҡара төҫтәге
еп. □ Чёрная нитка (мифологизированный предмет, участвующий в выведении бородавок). Я Сөйәл булһа, өс, биш, ете мәртәбә ҡара еп менән төйөп йыуынды менән тышҡа тугәләр. Башҡорт мифологияһынан.
ҠАРА ЕР (Р: земля; И.: black soil; T.: kara toprak) и.
1. Ер, тупраҡ. □ Земля, почва. Ҡара ерҙән барыу. Ҡара ергә сәсеу. Я Хәҙер инде купселек баҡсаһында .. ерҙә соҡона. Был да уҙенсә куңелле сара, сөнки тәбиғәттә булыуҙан, ҡара ергә баҫыуҙан, уҙеңде уның бер өлөшө итеп тойоуҙан ҙур ҡәнәғәтлек алаһың. «Башҡортостан», 28 апрель 2012. • Хан ҡашында ғәйебең булһа, ҡара ерҙән ҡайыҡ тарттырыр. Мәҡәл.
2. Яҙ еткәс, ҡары иреп асылған
ер. □ Земля, почва, освободившаяся от снега весной. Ҡара ер асылыу. Ҡара ергә аяҡ баҫыу. Я Ҡуп кенә колхоздарҙа бесән бөттө. Малды нисек ҡара ергә баҫтырырбыҙ инде? Я. Хамматов. • Ҡара ерҙең ҡарыны киң. Мәҡәл.
3. кусм. ҡар. ҡәбер.
♦ Ҡара ер аҫтына инеү ҡар. ҡара ергә инеү. Я Әлдә докторға рәхмәт, мин әйтәм, ул булмаһа, ҡара ер аҫтына инер инем бит әле, тим. Н. Ҡәрип. Ҡара ергә баҫыу шул уҡ ҡараға аяҡ баҫыу (ҡар. ҡара III). Ҡара ергә инеү үлеү, ҡәбергә күмелеү. □ Умереть. соотв. Ложиться в гроб (в землю, могилу). V Ғумер буйы рәхәт курмәй, инермен мин ҡара ергә. М. Ғафури.
ҠАРА ЕРЕК (ереге) (Р.: чёрная ольха; И.: common alder; T.: adi kızılağaç) и. бот.
245