ҠАРА ЕРӘНСӘЙ
Ҡара ҡабыҡлы, йәбешкәк ҡарағусҡыл япраҡлы ерек. □ Ольха чёрная (лат. Alnus glutinosa). Ҡара ерек япрағы. Ҡара ерек ағасы. Я Ә бында — ереклек, ҡара еректәр үҫә, талдар үтә һирәк. С. Шәрипов.
ҠАРА ЕРӘНСӘЙ и. зоол. диал. кар. ҡыҙыл өйрәк. Ҡара ерәнсәйҙәр күлгә килеп төштө. Инә ҡара ерәнсәй. Ата ҡара ерәнсәй.
ҠАРАЖЫҠ (ҡаражыгы) (Р.: жук-короед; И.: bark beetle; T.: kabuk böceği) и. зоол. диал.
Ҡабыҡ ҡуңыҙы. □ Жук-короед (лат. Scolytinae). Ҡаражыктар ағастарҙы ҡорота. Ҡаражыктар ҡабыҡ кимерә. Ҡаражыктар үрсегән.
ҠАРАЗ [ғәр.] (Р.: злодейство; И.: villainy; T.: yaman kötülük) и. иҫк.
Яуызлыҡ, этлек. □ Злодейство. Ҡараз ҡылыу. Ҡараз эшләү. Миңә ҡараз ҡылдылар.
ҠАРАЗИРӘ (Р.: дурман; И.: jimson weed; T.: tatula) и. бот.
Эт ҡарағаты һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған, аҡ борғаҡ сәскәле, киң киртләс япраҡлы, эре сәнскәкле, көп эсендә була торған ваҡ ҡына ҡара орлоҡло ағыулы үлән. □ Дурман (лат. Datura}. Ҡаразирә орлоғо. ■ Ҡемдәр генә, ер еләге тип, ҡаразирә йәки тилебәрән орлоғо ҡабып, йәндәрен ғүмерлеккә талымһыҙ яһамағандыр. 3. Биишева.
ҠАРА ИКМӘК I (икмәге) (Р: чёрный хлеб; И.: rye bread; T.: çavdar ekmeği) и.
Арыш икмәге. □ Чёрный хлеб. ■ Баяғы йәш батша ҡара икмәк менән картуфты аш итеп һанамаған өсөн батша булып оҙаҡ ултыра алманы, ти. Әкиәттән. Таҙҙың ата-әсәләре, ағалары, башҡа ҡунаҡтар ҙа, ҡара икмәк менән бер ҡаҙан картуфты ашап бөтөрөп, ете ҡат тир сыҡҡансы сәй эстеләр ҙә таралыштылар, ти. Әкиәттән. Көндөҙгө һыуһынға туҡтағас, һыуға бешерелгән тары өйрәһе, .. тары бутҡаһы, баяғы ҡара икмәк ашалды. Ғ. Дәүләтшин
ҠАРА ИКМӘК II (икмәге) (Р: название родового подразделения башкир; И.: name of Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Эй ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Кара икмак (название родового подразделения башкир). Ҡара икмәк аймағы башҡорто. Ҡара икмәк аймағынан булыу. Ҡара икмәк аймағынан сығыу.
ҠАРАИМ (Р.: караим; И.: Karaim; Т.: Ка-raylar) и. этн.
Төрки телдәренең береһендә һөйләшкән халыҡ һәм шул халыҡтың бер кешеһе (Литвала һәм Ҡырымда йәшәй). □ Караим, караимы. / Караимский. Ҡараим халҡы. Караим теле. ■ [Гөллү Йолоғлу :] Йәшмәнән яһал -ған шкатулканы ҡәҙерләп һаҡлайым мин. Уның эсендә караимдарҙың ғалимәһе Галина Кобескайте бүләк иткән гәрәбәне һалып ҡуйғанмын. «Киске Өфө», № 33, 2012.
ҠАРАИМСА (Р: по-караимски; И.: in karaim; T.: Karayca) р.
1. Ҡараим телендә. □ По-караимски, на караимском языке. Ҡараимса һөйләшергә өйрәнеү. Ҡараимса йырлау. Ҡараимса уҡыу.
2. Ҡараим халҡына хас рәүештә. □ По-караимски. Ҡараимса кейенеү. Ҡараимса бейеү. Ҡараимса кейенеп алған егет.
ҠАРА ИСЕМЛЕК (исемлеге) (Р: чёрный список; И.: black list; T.: kara liste) и.
1. Ниҙәндер сикләү өсөн йәшерен төҙөлгән исемлек (кәрәк ваҡытта яза биреү, эштән сығарыу, ҡулға алыу һ. б. өсөн төҙөлә). □ Чёрный список. ■ Революция шауҡымы ҡағылған эшсе комитеты уны [Ашраф-ты] хеҙмәттән бушатырға ҡарар итте. Шунан бирле ул ҡара исемлектә йөрөй ҙә. Ә. Хәкимов.
2. Ниндәйҙер ялған, тыйылған эш менән шөғөлләнеүсе объекттарҙың рәсми исемлеге. □ Чёрный список, һаҡ аҫтындағы фатирҙарҙың ҡара исемлеге. Сайттарҙың ҡара исемлеге. Ҡара исемлеккә ингән туристик фирмалар. Ҡара исемлеккә суицидты һүрәтләүгә, наркотиктарҙы пропагандалауға ҡоролған, балаларға насар йоғонто яһаған сайттар индерелә.
3. Телефонда, электрон почтала, социаль селтәрҙәрҙә кемгәлер шәхси мәғлүмәттәрҙе күрһәтергә, кем менәндер ара
246