ҠАРА ЙЫЛАН
лашырға теләмәгәндә ҡуйыла торған функция. □ Чёрный список. Ҡара исемлеккә индереү. Ҡара исемлеккә ҡуйыу. ■ Реклама йәки башҡа мәғлүмәттәр һәр ваҡыт килеп йонсотһа, «ҡара исемлек»те файҙаланығыҙ. «Йәншишмә», 4 ғинуар 2013.
ҠАРА ИҪӘП (иҫәбе) (Р.: простой подсчёт; И.: simple, approximate calculation; T.: adi sayım) и.
Бер ниндәй формулаһыҙ, ябай алымдар менән сығарылған яҡынса иҫәп. □ Грубый, приблизительный подсчёт. Ҡара иҫәп менән иҫәпләү. Ҡара иҫәп менән уйлап ҡарау. И Бөгөн бында [быуала] ҡара иҫәп менән генә лә яҡынса 80 тонна балыҡ йәшәй: һаҙан, табан балығы һәм тағы ла әллә күпме төрлө балыҡтар. «Башҡортостан панорамаһы», № 5, 2008.
ҠАРА ИТ (Р: нежирная мякоть; И.: ramp meat; T.: yağsız et) и.
Майһыҙ ҡалын ит. □ Нежирная мякоть (мясо убойного скота без костей и хрящей). Ҡара иттән аш бешереү. Ҡара ит һатып алыу. Ҡара иттән былау бешереү.
ҠАРАЙ (Р: к; И.: towards; Т.: ...(у)а (doğru) бәйл.
1. Төбәү килештәге һүҙҙәрҙән һуң килеп, хәрәкәттең йүнәлеш яғын белдерә; табан. □ К, по направлению к (послелог с дат. п.). Ауылға ҡарай барыу. ■ Ҡейеҙбай һары толпарға атланып ала ла ҡалаға, батша һарайы алдындағы майҙанға ҡарай сығып китә. Әкиәттән. Турысай ҙа танауын ҡорш тартып, үргә бер-ике тапҡыр ырғыны ла, тышауын өҙөп, ҡойроғон шешкәйтеп, ҡамышлы һыуы буйына ҡарай бәреп сыҡты ла китте. Т. Хәйбуллин. Урам уртаһынан артабан Яңыбайға ҡарай йәшел сирәмле юл үтә. X. Назар.
2. Эш-хәрәкәттең башҡарылышы билдәле бер ваҡыт алдынан буласағын белдерә; табан. □ Под, к (послелог с дат. пад.). Ҡискә ҡарай. Көҙгә ҡарай. Ялға ҡарай. М Шойҡанһыҙ ғына үтеп килгән төн таңға ҡарай башын эйә башлағас та, елбәҙәк ел, ни өсөндөр үҙенең һөйкөмлөлөгөн юғалтып,
көсөн арттырған кеүек булды. Т. Хәйбуллин. Төшкә ҡарай .. ҡымыҙға китәбеҙ, бесәнселәр эргәһенә барабыҙ. А. Ғирфанов.
3. һөйл. ҡар. күрә 2. Заманына ҡарай йәштәре. • Еренә ҡарай йыланы, тауына ҡарай боланы. Мәҡәл. Ағас урынына ҡарай үҫә. Әйтем.
ҠАРАЙТЫЛЫУ (ҡарайтыл-) ҡ. төш. ҡар. ҡарайтыу, страд, от ҡарайтыу. Ҡарайтылған ҡаштар. ■ Асыуын ҡайҙа ҡуйырға белмәйенсә иренен ҡымтып, сөм ҡара буяу менән ҡарайтылған ҡаш аҫтынан ҡарап торған Сәриә ҡапыл төҫөн үҙгәртте. Я. Хамматов.
ҠАРАЙТЫУ (ҡарайт-) (Р: чернить; И.: blacken; T: karartmak) ҡ.
1. Ҡара төҫкә индереү, ҡара итеү. □ Чернить, делать чёрным, красить, окрашивать в чёрный цвет. Сәсте ҡарайтыу. Ҡашты ҡарайтыу. Ҡарайтып буяу. Ҡарайтып ҡуйыу. Ҡарайтып алыу. Ҡарайтып сығарыу.
2. Кер ҡундырып бысратыу. □ Грязнить, загрязнять. Иҙәнде ҡарайтыу. Кейемде ҡарайтыу. Өҫ-башты ҡарайтыу. Ҡарайтып бөтөү.
3. Ҡарайтыу, ялтыр ҡара итеү, ҡара яғыу (металға), оксидлаштырыу (ҡорос йөҙөн). □ Воронить. Ҡоросто ҡарайтыу.
4. күсм. Яҡшы исемгә тап төшөрөү, бысратыу. □ Чернить, очернять, порочить (имя). Беҙҙе ҡарайтып, ни эшләп аҙып йөрөйһөң? Ғаиләбеҙҙең исемен ҡарайтып йөрөмә.
♦ Йөҙ<ҙө> ҡарайтыу хурлыҡҡа ҡалдырыу. □ Очернить. Йөҙөбөҙҙө ҡарайтып, уҡыуыңды ҡалдырып ҡайттың.
ҠАРА ЙҮТӘЛ (Р.: сухой кашель; И.: dry cough; T.: kuru öksürük) и.
Төкөрмәй йүткереү, ҡоро йүткерек; ҡоро йүтәл. □ Сухой кашель. Ҡара йүтәлдән яфаланыу. Ҡара йүтәл һаман үтмәй. Ҡара йүтәлдән дауаланыу.
ҠАРА ЙЫЛАН (Р.: гадюка; И.: viper; Т.: kara yılan) и.
1. зоол. Аршын оҙонлоғондай бик уҫал ағыулы йылан (һырты буйында кәкерсәк
247