ҠАРА ЙЫЛАН ИМЕ
кенә ҡара һыҙаты була). □ Гадюка (лат. Vipera berus). Ҡара йылан сағыу. М Ҡара йыландың ауыҙында ике яҡлап берәр ағыулы теш була. Ә. Харисов. Ҡара йыландың ваҡ төрҙәре уҙенең боҫҡан урынынан тотоласаҡ йәнлеккә һиҙҙермәҫтән яҡынлаша һәм ҡапыл һөжум итә. «Йәшлек», 16 июль 2009. Ҡара йылан туғарланып, кәртә эсенә инеп ятҡан. Ғ. Дәүләтов. • Арбау ын белһәң, ҡара йылан да ҡарышмай. Әйтем.
2. кусм. Бик яуыз, мәкерле кешегә ҡарата әйтелә. □ Злой, коварный человек. Ҡара йылан, яуызлыҡ уйлап йөрөгән. • Яман дуҫ — ҡара йылан. Әйтем.
3. миф. Кире семантикаға эйә булған мифик йылан. □ Гадюка (мифологизированная змея, имеющая отрицательную семантику: по представлениям башкир, шайтан обычно принимает облик гадюки, поэтому её надо убивать; чтобы она не ожила, её голову надо закрыть от солнца — воткнуть в землю). ■ «Ҡара йылан, ҡас, ҡас! Ҡара йылан, ҡас, ҡас!» — тиергә кәрәк һыуға төшөр алдынан. Экспедиция материалдарынан. Зыяратҡа шайтан ҡара йылан булып инә икән. Башҡорт мифологияһынан.
ҠАРА ЙЫЛАН ИМЕ (Р.: способ заговаривания болезней кожи; И.: magical way to treat skin diseases; T.: cilt hastalıklarının büyülü bir şekilde tedavisi) и. миф.
Йыланғараҡты имләү ысулы. □ Способ заговаривания болезней кожи, глаз с помощью гадюки. ■ Йыланғараҡ тигән шешек сыҡһа, миңһеҙ ҡара йыланды бешереп ашағандар, яндырылған йыландың көлөн бәйләгәндәр, тере көйө һыҙырылғанының тиреһен япҡандар. Башҡорттарҙың им-том китабынан.
ҠАРА ЙЫЛАН ҺЫМАҠТАР (Р: гадюки, виперовые; И.: viperids; T.: engerekgiller) и. зоол.
Ағыулы йыландар төрө. □ Гадюки, виперовые (лат. Viperidae). Ҡара йылан һы-маҡтар һөйрәлеусе, кимереусе йәнлектәр, ҡоштар менән туҡлана. Ҡара йылан
һымаҡтар тәуҙә ҡорбанын сағып ағыулай ҙа, ул улгәс, йотоп ебәрә.
ҠАРАЙЫУ (ҡарай-, ҡарая) (Р: чернеть; И.: turn black; T.: kararmak) ҡ.
1. Ҡара төҫкә инеү, ҡара төҫ алыу.
□ Чернеть, делаться чёрным. // Почернение, потемнение. Ҡарайған ҡаштар. Ҡарайған сәстәр. М Ҡар яуҙы. Йылға ҡарайҙы. Баҫтым ҡара һуҡмаҡ юлға. X. Юлдашев.
2. Ҡояш һ. б. тәьҫирендә ҡарағусҡыл төҫ алыу. □ Загореть. Тәне ҡарайған, а Әбузәр һуңғы көндәрҙә һурыға төшкән. Төпкә ултырған куҙҙәре ҙурайып ҡалған. Бите ҡарайған. Я. Хамматов. Ҡояшҡа ҡарайып бөткән аслы-туҡлы балалар көнө буйы эшләргә мәжбур, сөнки «Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә Еңеу өсөн!». «Йәшлек», 13 июль 2010.
3. Ҡара төҫтә булыу, ҡара булып күренеү.
□ Чернеть. // Почернение. Ҡарайып тороу. Ҡарайып куренеу. ■ Алыҫтарҙан ҡарайып, ай, куренгән — Ағиҙелкәй һыуының тирәге. Йырҙан.
4. Кер ҡунып бысрау. □ Грязнеть, загрязняться, пачкаться. // Загрязнение. Ҡе-йеме ҡарайған. Өҫтө ҡарайған. ■ Артыҡ ҡарайған ҡулдарҙы бешкән картуф, лимон һуты һәм һөт ҡатнашмаһы ярҙамында таҙарталар. «Йәшлек», 16 июль 2009.
5. кусм. Кеше теленә эләгеү, хурлыҡҡа ҡалыу. □ Опозориться, быть опозоренным. Ҡарайып бөтөу. • Кем менән ҡарайғанһың, шуның менән ағар. Мәҡәл. Апһын ағарып алдыма сыҡмаһын, ҡарайып артымда ҡалмаһын. Әйтем.
♦ Йән ҡарайыу 1) бик ныҡ асыу килеп үртәнеү. □ Почернеть от гнева. Әле генә булып уткән хәлде уйлап йәнем ҡарая; 2) бик ныҡ үпкәләү. □ Сильно обидеться. Йәнем ҡарайып ҡайтып киттем. Күҙ ҡарайыу эшләй-эшләй эшләп бөтә алмай йәки көтә-көтә көтөп ала алмай аптырап бөтөү. □ Изнуряться от долгой работы или долгого ожидания. Һине көтөп, куҙ ҡарайып бөттө бит.
248