ҠАРА КӨС
ҠАРАЙЫШЫУ (ҡарайыш-) ҡ. урт. ҡар. ҡарайыу 1, 2. взаимн. от ҡарайыу 1,
2. Ҡарайышып бөтөу. Ҡояшҡа ҡарайышып бөткәндәр. ■ [Ҡырау төшкәс] зәғәфрәндәр ҡарайышып һығылдылар. С. Ҡудаш.
ҠАРА ЙӘШНИК (йәшниге) (Р.: чёрный ящик; И.: flight data recorder; T.: kara kutu, uçuş kayıtçısı) и. махс.
1. авиа. Осоу аппаратының төп параметрҙарын һәм экипаждың һөйләшеүҙәрен теркәүсе яйланма. □ Чёрный ящик. Само-лёттың ҡара йәшниге. Ҡара йәшниктәрҙе эҙләу. Ҡара йәшниктәрҙе табыу.
2. Ниндәйҙер билдәһеҙ нәмәне эсендә һаҡлаған ҡара тышлы ҡумта. □ Чёрный ящик. Ҡара йәшниктә һаҡлау. Ҡара йәшниктәге әйберҙәр.
ҠАРА КЕСЕРТКӘН (Р.: пустырник; И.: herb species; T.: aslan otu) и. бот. диал.
Ирен сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, йылға буйҙарында үҫә торған, күп йыллыҡ баллы үҫемлек; арыҫлан ҡойроғо. □ Пустырник (лат. Leonurus). Ҡара кесерткән уҫкән урын. Ҡара кесерткән япрағы. Ҡара кесерткән төнәтмәһе.
ҠАРА КИҘЕҮ (Р: холера; И.: cholera; Т.: heyza) и. мед.
Ваба вибрионы барлыҡҡа килтергән эсәк ауырыуҙары төркөмөнән булған үтә йоғошло киҫкен хәүефле ауырыу; бысраҡ ҡул, аш-һыу аша йоға, эс китеү, ҡоҫоу менән үтә, организмды һыуһыҙландыра, киптерә. □ Холера. Ҡара киҙеу эләктереу. Ҡара киҙеу йоғоу. Ҡара киҙеу эпидемияһы. ■ Иҙел кисеп, Ҡәрәлеккә етеугә, Ырғыҙға етеугә иҫән ҡалғандарҙы ҡара киҙеу тигән йот харап иткән. Ырыуҙан тик Йәноҙаҡ менән Уралбикә генә ҡалған, ти. «Уҙаҡ-Туҙаҡ — балабәшнәк ярсығы».
ҠАРА КИР (Р: тёмно-гнедой; И.: roan; Т.: doru) с. диал.
Ҡарағусҡыл ерән. □ Тёмно-гнедой (о масти лошади). Ҡара кир ат. М Мыҡты кәуҙәле, сысҡан һыртлы Ирәмәл исемле ярһыу ҡара кир аты яу ҡырында Муса Мортазиндың иң
ышаныслы хәрби яуҙашы, ярҙамсыһы булған. «Һаҡмар», 21 декабрь 2011.
ҠАРА КИТАП (китабы) (Р.: книга судьбы, чернокнижие; И.: fortune telling manual; T.: fal kitabı) и. миф.
Яҙмыш китабы. □ Книга судьбы, чернокнижие. доел. Чёрная книга. ■ Баҡсылар ҡара китаптан кешенең уткәнен, киләсәген әйтеп биргән. Башҡорт мифологияһынан.
ҠАРА КИТАПСЫ (Р: колдун; И.: voodoo; T.: büyücü) и. миф.
Сихырсы, күрәҙәсе. □ Колдун. Я Борон башҡорттарҙа ҡара китапсылар, баҡсылар, курәҙәселәр булған. Башҡорт мифологияһынан.
ҠАРА КӨЙӨЛДӨ и. зоол. ҡар. ҡара сәп-сәү. Ҡара көйөлдө ҡанаты. Ҡара көйөлдө ҡауырһыны. Ҡара көйөлдөләр оса.
ҠАРА КӨРТМӘЛЕ (Р: черника; И.: bilberry; T.: yabanmersini) и. бот.
1. Йылтыр ваҡ япраҡлы, алһыу сәскәле, ҡыҫҡа һабаҡлы ҡыуаҡ үҫемлек (ылыҫлы йәки ҡатнаш урмандарҙа, дымлы ерҙә уҫә). □ Черника. / Черничный (лат. Vacci-nium myrtillus). Ҡара көртмәле уҫкән урын. И Ҡуҙе насар кургэндәргә ҡара көртмәле һабағынан яһалған төнәтмә ярҙам итер. «Башҡортостан», 31 август 2012.
2. Шул үҫемлектең муйыл ҙурлығындағы күгелйем ҡара емеше. □ Черника. / Черничный. Ҡара көртмәле йыйыу. Ҡара көртмәле ашау. Ҡара көртмәле ҡайнатмаһы. М Уның [солоҡтоң] төбөндә ҡара көртмәле була торған, бешкәнен ҡарауыллап йөрөгөҙ. Д. Шәрәфетдинов. Ҡара көртмәлеһен ашап ҡараныҡ инде, ҡыҙыл көртмәлене лә тәмләһәк, был яҡтарҙың барлыҡ емеш-еләктәренән ауыҙ иттек, тип әйтә алырбыҙ. Экспедиция материалдарынан.
ҠАРА КӨС (Р: физическая сила; И.: physical force; T.: beden kuvveti) и.
1. Ҡул көсө. □ Физическая сила. Ҡара көс ҡулланыу. Ҡара көс менән еңеу. ■ «Ҡара көс курһәтеп кенә башлыҡ булыу замандары уткән инде», — тигән өсөн Вәзирҙең саҡ-саҡ ҡына яңағына эләкмәне.
249