Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 255


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАРАЛДЫ ЭЙӘҺЕ
clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Меркет мең, күбәләк, сураш ырыуҙарына ҡараған башҡорт аймаҡтары исеме. □ Каралар (название родовых подразделений башкир). Ҡаралар аймағы башҡорто. Ҡаралар аймағынан булыу. Ҡаралар аймағынан сығыу.
ҠАРАЛАУ (ҡарала-) (Р.: окрашивать в чёрный цвет; И.: paint black; T.: karaya boyamak) ҡ.
1. Ҡара төҫкә буяу. □ Окрашивать в чёрный цвет. Ҡашын ҡаралай. Ҡаралап ҡуйыу. Ҡаралап алыу. Ҡаралап сығыу. М Бөҙрә-бөҙрә сәстәремде ә ниңә ҡараларға ? Г. Юнысова.
2. кусм. Төрлө ғәйеп тағып, кешене яман күрһәтеү; хурлау, насарлау. □ Чернить, пятнать, порочить. Исемемде ҡараланылар. ■ Теге ваҡыт кем уларҙың [Батыр менән Гузәлдең] йөрәген яралаған булһа, хәҙер килеп шул әҙәм уларҙың юлдарын да ҡаралай. И. Ғиззәтуллин.
ҠАРАЛДЫ (Р.: постельные принадлежности; И.: bedding; T.: yatak (çarşaf) takımı) u.
1. Аҫҡа һала, түшәй торған нәмәләр; урын ҡаралдыһы. □ Постельные принадлежности. Урын-ер ҡаралдыһын йыйыштырыу. Ҡаралды туплау. ■ Өҫтөндәге ҡаралдыны алып бөткәс яланғас ҡалған һандыҡ ҙур һәм шәфҡәтле януар шикелле аяҡ особоҙҙа тороп ҡала. «Шоңҡар», № 9, 2011.
2. Өй эсендә булған бөтә кәрәк-яраҡ; өй ҡаралдыһы. □ Утварь, принадлежности домашнего обихода. Ҡаралдылары таҙа һәм йыйыштырылған. М [Ағайым] ҡаралдыларҙы сығарып, өйҙөң башын емерә башланы. «Осҡон», 11 сентябрь 2012.
3. диал. Ишек алдындағы кәртә-ҡура һәм башҡа ҡоролмалар; ҡаралты. □ Надворные постройки. Ҡаралдылары куп. Ҡаралдыларын төҙөкләндерә. ■ Иртәнсәккәй тороп тышҡа сыҡһам, ҡаралдымдың алдын ҡар баҫҡан. Халыҡ йырынан.
4. диал. Өҫкә кейем. □ Одежда. Сисенеп, ҡаралдымды кутәреп, һыу кисеп
сыҡтым. Ҡаралдымды йыуырға һалдым. Ҡаралдымды рәткә килтерәм.
5. диал. Кейәүгә сыҡҡан ҡыҙҙың үҙе менән алып килгән мал-мөлкәте, йыһаздары; бирнә. □ Приданое. Ҡаралдыһын арбаға тейәгәндәр. Ҡаралдыһын алып китеу. Ҡаралдыһын биреп ебәреу.
ҠАРАЛДЫ БАУЫ (Р: широкая вышитая лента с кистями для перетягивания сложенных постельных принадлежностей; И.: wide embroidered ribbon; T.: yatak takımının bağı) и. этн.
Урын ҡаралдыһын йыйып, аумаһын өсөн тарттырып ҡуйырға эшләнгән суҡлы-биҙәкле яҫы бау. □ Широкая вышитая лента с кистями для перетягивания сложенных постельных принадлежностей. Ҡаралды бауы сигеу. Бирнәгә ҡаралды бауы әҙерләу. Ҡаралды бауындағы әйберҙәр.
ҠАРАЛДЫМ (Р: лебеда чёрная; И.: saltbush; T.: adi karapazı) и. бот. диал.
Баҫыуҙарҙа, картуф, сөгөлдөр араһында үҫеүсе, һабағы ботаҡланып торған, ҡараһыу көрән орлоҡло сүп үләне; ҡара алабута. □ Лебеда чёрная, лебеда раскидистая (лат. Atriplex patuld). Ҡаралдым япрағы. Тутәлде ҡаралдым баҫҡан. Ҡаралдым йолҡоу.
ҠАРАЛДЫ ТАРТМАҺЫ и. диал. ҡар. ҡаралды бауы. Ҡаралды тартмаһын сисеу. Ҡаралды тартмаһы әҙерләу. Ҡаралды тартмаһындағы әйберҙәр.
ҠАРАЛДЫ ТАЯУЫ (Р: украшенная резьбой деревянная плоская подпорка для постельных принадлежностей; И.: bedding prop; T.: yatak perranesi) и. этн. диал.
Йыйылған яҫтыҡ-түшәкте терәп ҡуйыу өсөн семәрләп эшләнгән ялпаҡ ағас. □ Украшенная резьбой деревянная плоская подпорка для постельных принадлежностей. Ҡаралды таяуы эшләу. Ҡаралды таяуы терәп ҡуйыу. Ҡаралды таяуы биҙәп эшләнгән.
ҠАРАЛДЫ ЭЙӘҺЕ (Р.: дух двора; И.: spirit living in one’s yard; T.: Ağıl iyesi) и. миф.
Йорт ҡаралдыһын, аҙбарҙы һаҡлаусы, күренмәй йәшәүсе мифик зат. □ Дух дво-
255