Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 256


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАРАЛЙЫМ
ра, дворовых построек, хлева. Ҡаралды эйәһе аҙбарҙа йәшәй. ■ Ҡаралды эйәһе бәғзе саҡта күҙгә күренеп йөрөгән. Башҡорт мифологияһынан.
ҠАРАЛЙЫМ (Р.: черноватый, темноватый; И.: blackish; T.: karamsı) с.
Ҡарағусҡыл, ҡараһыу. □ Черноватый, темноватый. Ҡаралйым күлдәк. Ҡаралйым йөҙ. Ҡаралйым тәнле кеше.
ҠАРАЛТЫ (Р.: надворные постройки; И.: outbuildings; T.: yapı) и.
1. Ишек алдындағы кәртә-ҡура һәм башҡа ҡоролмалар; йорт ҡаралтыһы. □ Надворные постройки. Ишек алдында ҡаралтыһы күп. М Иртә уянған тәүге күбәләктәр «йәлп-йөлп» итеп ҡаралты баштарында ҡыуышып осалар. Р. Ғабдрахманов. Ҡаралтылар ҡарҙан шәл ябынған. Ғ. Мәсғүт.
2. Өйҙәге, хужалыҡтағы бөтә булған мөлкәт (аяҡлы малдан башҡа); донъя ҡаралтыһы. □ Домашнее имущество. Ҡаралты йыйыу. Ҡаралты туплау. Өр-яңы ҡаралты. М Шунан ҡыҙ бер күкәй алып тәгәрәткән икән, бөтөн йорт менән ҡаралтылар алтын күкәйгә әйләнгән дә ҡуйған. Әкиәттән.
ҠАРАЛТЫ-ҠУРА (Р: надворные постройки и имущество; И.: outbuildings and belongings; T.: yapı ve mülk) и. йыйн.
Ишек алдындағы кәртә-ҡура һәм башҡа ҡоролмалар; йорт ҡаралтыһы. □ Надворные постройки и имущество. Ҡаралты-ҡураны рәткә килтереү. Ҡаралты-ҡураһы төҙөк. ■ Ҡәйнәмдең балалары кесе йәштән үк үҙ аллы тормошҡа өйрәнеп үҫкән. Икмәген дә һалғандар, өйҙө лә, ҡаралты-ҡураны ла тәртиптә тотҡандар. «Йәшлек», 13 ғинуар 2009.
ҠАРАЛТЫМ (Р: тёмный; И.: darkish; Т.: karamsı) с. диал.
Ҡараһыу, ҡарағусҡыл. □ Тёмный, смуглый. Ҡаралтым ғына күлдәк кейгән. Ҡаралтым кейем. Ҡаралтым йөҙлө бала.
ҠАРАЛТЫУ (ҡаралт-) ҡ. диал. ҡар. ҡарайтыу. ■ Берсә көндәр бәхет булып балҡыр, берсә күңел күген ҡаралтыр.
А. Игебаев. Яман әҙәм шул булыр, алдыңда һине ағартыр, артыңда һине ҡаралтыр. Ҡобайырҙан.
ҠАРАЛТЫ ЭЙӘҺЕ и. миф. ҡаралды эйәһе. Ҡаралты эйәһен күреү. Ҡаралты эйәһе йорт-ҡураны һаҡлап тороусы зат тип һанала.
ҠАРАЛТЫ ЭЙӘҺЕ ЮЛЫ (Р.: мифиче ская тропинка дворового; И.: border between two houses; T.: Ağıl iyesinin yolu) и. миф.
Ике йорт араһындағы сик; ышаныуҙар буйынса, ул ҡаралты эйәһенең йөрөгән юлы. □ Мифическая тропинка дворового. Ҡаралты эйәһе юлына әйбер ҡуйырға ярамай. ■ Ҡаралты эйәһе юлына өй, мал аҙбары һалһаң, ҡотһоҙ, тынысһыҙ була. Башҡорт мифологияһынан.
ҠАРАЛЫ (Р: с узором чёрного цвета; И.: with a black pattern; T.: kara bezekli) c.
Ҡара биҙәкле. □ С узором чёрного цвета. Ҡаралы кейем. М Аҡлы ситса күлдәк кейҙем, ҡаралыһын кеймәнем. Халыҡ йырынан.
ҠАРАЛЫҠ I (ҡаралығы) (Р: косоплёт-ка; И.: kind of Bashkir national coronet; T.: saç örgüsü süsü) и. этн.
Йөндән йәки ҡара таҫманан үреп, осона суҡлап тәңкәләр, сулпылар тағып эшләнгән сәс үрмесе; сәсбау. □ Косоплётка (с кистями или монетами из шерсти или чёрной ленты). Н Оло йәштәге ҡатындар һәм килендәр толомдарына суҡлы ҡаралыҡ таға, әбейҙәр — ҡара суҡлы, ҡыҙҙар — төрлө төҫтәге. М. Бураҡаева.
2. диал. Сәсбауҙың осона тағылған тәңкә. □ Монета, подвешенная к косоплёт-ке. Ҡаралыҡ тағыу. Ҡаралыҡ ҡушып үреү. Сәсбауға ҡаралыҡ тағыу.
3. диал. Тәңкәһеҙ генә ҡара йөндән үрелгән сәсбау. □ Косоплётка из чёрной шерсти. Алты армытлы ҡаралыҡ. Ҡаралыҡ тағыу. Үрелгән ҡаралыҡ.
ҠАРАЛЫҠ II (ҡаралығы) (Р: чернота;
И.: blackness; T.: karalık) и.
1. Ҡара төҫ, ҡара төҫтә булғанлыҡ. □ Чернота. Сәсенең ҡаралығына иҫ китер.
256