ҠАРАМА
Йөҙөнөң ҡаралығы. ■ Ҡара кумер... Никтер ҡаралығы аҡ төҫ булып кусә сәсемә. Р. Түләк.
2. кусм. Томана булған хәл, наҙанлыҡ. □ Невежество, темнота. Тормош ҡаралығы. Ҡаралыҡты бөтөрөу. ■ Бөгөн ҡара тормош ҡаралығы бер минутҡа китһен куҙемдән. Д. Юлтый.
3. кусм. Оятлыҡ, хурлыҡ. □ Тень, чёрное пятно, позор. Ҡаралыҡ килтереу. Ҡаралыҡ яғыу. ■ Пар ҡара ат Габдрахман мулланың йөҙөнә ҡаралыҡ килтермәне. И. Насыри. Ҡеше уҙ эске донъяһын аңлап бөтөрә алмай. Аңлап бөтөрһә, ул атлаған һайын фани донъя йөҙөнә ҡаралыҡ яғып йөрөмәҫ ине. С. Поварисов.
ҠАРАЛЫМ (Р.: тёмный; И.: darkish; Т: karamsı) с. диал.
Ҡараһыу, ҡарағусҡыл. □ Тёмный, смуглый. Ҡаралым ҡыҙ. Ҡаралым бала. Ҡаралым егет.
ҠАРАЛЫУ I (ҡарал-) ҡ.
1. төш. ҡар. ҡарау 4—8,15,16. страд, от ҡарау 4—8, 15,16. ■ Тик ҡараласаҡ мәсьәлә бик куңелһеҙ ине. С. Агиш.
2. Табипҡа йәки им-томсоға күренеү. □ Показываться (врачу или знахарю). Табипҡа ҡаралырға барҙым. Әсәйем бағымсынан ҡаралып ҡайтты. Ауырып торам, ҡаралырға барып килергә кәрәк.
3. Хәрби хеҙмәт йәшенә еткәс, комиссия үтеү. □ Пройти медицинское освидетельствование на военную службу. Хеҙмәткә ҡаралыу. ■ Яҙға табан миңә һалдатҡа ҡаралырға барырға тура килде. Т. Йәнәби. Иртәгә армияға ҡарала китәсәк улы Барый .. беренсе әтәстәр ҡысҡырған ваҡытта ғына өйгә ҡайтып керҙе. Б. Бикбай.
ҠАРАЛЫУ II (ҡарал-) (Р: чернеть; И.: appear black; T: kararmak) ҡ. диал.
Ҡарайыу, ҡараңғыланыу. □ Чернеть, темнеть. ■ Йоҡа аҡ ҡар өҫтөндә ҡаралып курен-гән нарат ағастарының япраҡтары иртәнге ҡар шәуләһе менән кукһел ҡара булып куренәләр. Д. Юлтый. Алыҫта ғына ерҙән ҡаралып куренгән ялан ғына ерҙең өлпө талы икән. Халыҡ йырынан. Әммә халҡымдың
намыҫы һис ҡасан ҡаралмаған. А. Игебаев. Хан, болоттай, ҡапыл ҡаралды, куҙҙәрендә йәшен яралды. М. Кәрим.
ҠАРАМА I (Р: вяз; И.: elm; T: karaağaç) и. бот.
1. Йылалар ғаиләһенә ҡараған оҙонсараҡ япраҡлы, йәйенке ботаҡлы, ҡубып тора торған ҡытыршы ҡабыҡлы, эре ҡайышҡаҡ ағас. □ Вяз. / Вязовый (лат. Ulmus). Йәш ҡарама. Ҡарама ҡабығы. М Иртәнсәк тә барҙым мин урманға, ҡарама ла киҫтем, тал юҡҡа. Йырҙан. Урал эргәләге бер ҡарама ботағына бау менән ат башы хәтле бер таш аҫып ҡуйҙы ла уҙе, ҡасып-боҫоп ҡына, дейеу йәшәгән мәмерйә алдына утеп китте, ти. Әкиәттән. Ишек алдында, тәҙрә төбөндә генә бер ҡарама уҫеп ултыра. Р. Солтангәрәев. • Ишле ише менән, ҡарама ҡыуышы менән. Әйтем.
2. этн. Ҡыпсаҡ башҡорттарының ырыу ағасы. □ Вяз (родовое дерево башкир -кыпсаков). М Унда [Туғай Кинйәһе (Беренсе Кинйәабыҙ) ауылы тарихи-мәҙәни ҡурсаулығына] шулай уҡ легендар ҡойо, бошман ҡыпсаҡтарҙың изге ағасы иҫәпләнгән бер нисә быуатҡа тиң ғумерле ҡарама ағасы ла ингән. Интернет селтәренән,,
3. миф. Үлем төшөнсәһен кәүҙәләндереүсе ағас. □ Вяз (мифологизированное дерево, связанное с понятием смерти: вслед человеку, которому желают смерти, развеивают золу вяза). Ҡарама колон әуәле ләхеткә һалғандар.
♦ Артыңа ҡарама көлө ҡабат килеп күренмә тигән мәғәнәлә әйтелә. □ соотв. Скатертью дорога. Китһәң ни кит әйҙә, артыңа ҡарама көлө.
ҠАРАМА II (Р: вязки, схватки санные; И.: sled gear detail; T.: kızak bağı) и.
Сана табанының ҡара-ҡаршы тырнаҡтарын тоташтырған бөгәзе. □ Вязки, схватки (санные). Сана ҡарамаһы. Ҡарама бөгөп ултырыу. ■ [Шәһит ҡарт] һалабаш сығарып, ҡарама бөгөп урманда ята ине хәҙер. 3. Биишева.
257