ҠАРАМА БӘШМӘГЕ
ҠАРАМА БӘШМӘГЕ (Р.: вёшенка; И.: tree mushroom; T.: kavak mantarı) и. биол.
Ҡарама ағасында ҡолаҡ рәүешендәрәк булып үҫә торған аҡ бәшмәк. □ Вёшенка (лат. Pleurotus ostreatus). Ҡарама бәшмәге йыйыу. Ҡарама бәшмәге тоҙлау.
ҠАРАМАҒА р. диал. ҡар. ҡарамаҡҡа I. Ҡарамаға һәйбәт кеше ул. Ҡарамаға матур ғына ҡыҙ. Ҡарамаға тәмле генә еләк.
ҠАРАМАЙ (Р.: несмотря на; И.: in spite of; T.: rağmen) бәйл.
Төбәү килеш формаһындағы исем ҡылымдан һуң килеп, кемгәлер йәки нимәгәлер иғтибар итмәй эш иткәнде белдерә.
□ Несмотря на ..., невзирая на ..., наперекор, вопреки, независимо от ... (послелог с дат. п.). Кем булыуына ҡарамай. Һыуыҡ булыуына ҡарамай. М Тәфтиләуҙәргә, аяу белмәҫ карателдәргә ҡарамай, иркен яҡлаған башҡорт. «Йәшлек», 13 июль 2010.
ҠАРАМА КӨЛӨ ҺИБЕП ҠАЛЫУ (Р: обычай, связанный с выбрасыванием золы вслед уходящему недругу; И.: kind of ma-gicall ceremony; T: bir tür gelenek) и. этн.
Кемдер кире әйләнеп килмәһен (йәки ҡайтмаһын) өсөн эшләнгән ырым. □ Обычай, связанный с выбрасыванием золы вслед уходящему недругу, доел. Развеять золу.
ҠАРА МАЙ и. диал. кар. нефть. Кара майҙы әуәле ошо соҡорҙан алып аяҡ һыҙлауға ҡуллана инек. Ҡара май йылғаға аҡҡан. Ҡара май скважиналары.
ҠАРАМАЙЫНСА бәйл. ҡар. ҡарамай. ■ Ҡаҙаҡ егеттәре, урта йәштәге ирҙәре, сапандары әҫтәнән билдәрен быуып, баштарындағы ҡырпыулы буректәрен арт-ҡараҡ кейеп, иҙеуҙәрен ыскындырған көйө, кәҙҙең аяҙ һалҡынына ҡарамайынса, ҡара тиргә батып, һауаға быу кутәреп эшләйҙәр. һ. Дәүләтшина.
ҠАРАМАҠ (ҡарамағы) (Р: ведомство; И.: administration; area of responsibility; T: bakanlık) и.
1. Кемдеңдер йәки ниндәйҙер ойошма, учреждениеның яуаплылығы, етәкселеге.
□ Ведомство. Хөкумәт ҡарамағындағы
ойошма. Район ҡарамағындағы ерҙәр.
■ Ошо көндәрҙә БР Дәуләт Йыйылышы — Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһына ике йыл тулды һәм ул Рәсәй йәштәр парламентаризмы уҫешенең тәуге ҡарлуғасы булды. «Йәшлек», 14 ноябрь 2009.
2. Кемдеңдер күҙәтеүе, ҡарауы. □ Присмотр. Дәуләт ҡарамағында. Ата-әсә ҡарамағында. ■ Биш йәштән генә атай, әсәйһеҙ ҡалып, әбейем ҡарамағында тәрбиәләндем. «Йәйғор», 5 октябрь 2011.
3. Ниндәйҙер эште хәл итеүгә кемгәлер ҡуйылған ирек, ихтыяр. □ Усмотрение. Һинең ҡарамағыңда. Үҙ ҡарамағың буйынса эш итеу. ■ [Фотоконкурсҡа] тапшырылған бөтә эштәр ойоштороусылар ҡарамағында ҡаласаҡ һәм файҙаланыласаҡ. «Урал», 31 август 2012.
ҠАРАМАҠҠА I (Р: на вид; И.: in appearance; T: görünümünde) р.
Ҡарар күҙгә, ҡарап тороуға. □ На вид, на взгляд. Ҡарамаҡҡа олпат кеше.
■ Шағир [Мостай Кәрим] тәу ҡарамаҡҡа ябай ғына, аңлайышлы ғына куренгән нәмәләр хаҡында һуҙ алып барғанда ла фекер ағышын көтөлмәгәнсә бороп ебәрә лә уҡыусының зиһенен биләп ала. Ә. Хәкимов. Карамаҡҡа олпат ҡына куренгән бынау әҙәм, билбыуарҙан һыуға, бысраҡҡа батып, ҡара таңдан ҡармаҡ кутәреп, кулгә сабыуҙан ни йәм таба икән? Ф. Иҫәнғолов. Карамаҡҡа шулай ауыр кәуҙәле булһа ла, ул [Ярулла] ғәжәп еңел һөйәкле һәм ҡыҙыу ҡанлы. Ш. Насыров.
ҠАРАМАҠҠА II (Р: на взгляд; И.: at first glance; T: görünümünde) инш.
Эйәлек килешендәге беренсе зат алмашынан һуң килеп, кешенең уйын, фекерен белдерә. □ На взгляд. Минең ҡарамаҡҡа. Беҙҙең ҡарамаҡҡа. ■ Беҙҙең ҡарамаҡҡа, куркәм әҫәрҙе төрлө йунәлештә өйрәнергә мөмкин. «Башҡортостан», 5 февраль 2011.
ҠАРАМАЛ и. бот. диал. ҡар. ҡарама I, 1. Ҡарамал туғайҙа уҫә. Ҡарамал ағасы. Ҡарамал япрағы.
258