Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 259


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАРА МИЛӘШ
ҠАРА МАЛ (Р.: скот; И.: cattle; T.: mal) и. диал.
Йылҡынан башҡа мал (һыйыр, дөйә һ. б.). □ Скот (корова, верблюд и т. д. кроме лошади). Ҡара малдан башҡа малым юҡ. Ҡара малға ғына ҡалдырҙыҡ. Ҡара малға етерлек бесән әҙерләнек.
ҠАРАМАЛАНЫУ (ҡарамалан-) ҡ. төш. ҡар. ҡарамалау, страд, от ҡарамалау. Сананың табаны яҡшы ҡарамаланған. М Ҡарамаланып бөткән сананы тышҡа сығарғас, Заһит иҙән уртаһында ятып ҡалған бер ҡосаҡ тапты йыйып сыуалға яҡты ла иҙән һеперҙе. Я. Хамматов.
ҠАРАМАЛАТЫУ (ҡарамалат-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡарамалау, понуд. от ҡарамалау. Сана ҡарамалатырға бирҙем. ■ Ҡарамалы ауылының Ҡарағолона ҡараманан сана ҡарамалатырға биргәйнем: ҡарамаланымы икән, ҡарамаламанымы икән, ҡарамағыры, ҡарамалаһа ла, ҡарамаламаһа ла, ҡарамалау-ҡарамаламауына ҡарамаҫтан, барып ҡына ҡарап алып ҡайт. Тиҙәйткес.
ҠАРАМАЛАУ (ҡарамала-) (Р: приделывать вязки; И.: attach sledge binding; T.: kızak bağı bağlamak) ҡ.
Санаға ҡарама (II) ҡуйыу. □ Приделывать вязки, схватки. Сана ҡарамалау. Ҡарамалап сығыу. Ҡарамалап ҡуйыу. ■ Сурағол кисә урындыҡ аҫтына һалып ҡуйған балтаһын бер аҙ ҡайрап алды ла ҡарамаларға индереп ҡуйған санаһын эшләргә кереште. Т. Хәйбуллин.
ҠАРАМАЛАШЫУ (ҡарамалаш-) ҡ. урт. ҡар. ҡарамалау, взаимн. от ҡарамалау. Сана ҡарамалашыу. Сана ҡарамалашырға килдем. Сана ҡарамалаш әле.
ҠАРАМАЛЫ I (Р: голубика; И.: bog bilberry; T.: bataklık yaban mersini) и. бот. диал.
Йылтыр ваҡ япраҡлы, алһыу сәскәле, ҡыҫҡа һабаҡлы ҡыуаҡ үҫемлек; күк көртмәле. □ Голубика (лат. Vaccinium uliginosum). Ҡарамалы ашау. Ҡарамалы йыйыу. Тәмле ҡарамалы.
ҠАРАМАЛЫ II (Р.: с вязами; И.: with elms; T.: karaağaçlı) с.
Ҡарамаһы булған, ҡарама үҫкән. □ С вязами. Ҡарамалы урман. Ҡарамалы урманға килеп сығыу. Ҡарамалы урын.
ҠАРАМАЛЫҠ I (ҡарамалығы) (Р: вязовая роща; И.: elms grove; T.: karaağaçlık) и.
Ҡарама ағасы күп үҫкән урын. □ Вя-зовник, вязовая роща, вязовый лес. Ҡарамалыҡҡа килеп сығыу. ■ Һуңынан ҡарамалыҡҡа ҡаршы битләүҙе «Һарына янған» тип йөрөтә башлағандар. «Йәшлек», 24 ғинуар 2012.
ҠАРАМАЛЫҠ II (Р: пригодный для санных вязок; И.: fit for making sledge details; T.: kızak bağı için yararlı) с.
Сана ҡарамаһына ярарлыҡ. □ Пригодный, достаточный для санных вязок. Ҡарамалыҡ ағас киптереү. Ҡарамалыҡ ағас әҙерләү. ■ [Алдар]туғайға төшөп, бер-ике ҡарамалыҡ муйыл апҡайтам әле, — ти ҙә балтаһын ҡулына ала. Н. Мусин.
ҠАРАМАҪТАН (Р: несмотря на; И.: in spite of; T.: rağmen) бәйл.
Төбәү килеш формаһындағы исем ҡылымдан һуң килеп, кире һөйләмде баш һөйләмгә бәйләп, ҡапма-ҡаршылыҡ мөнәсәбәтен бирә. □ Несмотря на, невзирая на, независимо от, наперекор, вопреки (послелог с дат. п.). Ҡартлығына ҡарамаҫтан. Ҡыш булыуға ҡарамаҫтан. ■ Иртә булыуға ҡарамаҫтан, Гәрәйҙең ҡатыны аш өлгөрткәйне. Б. Бикбай. Оло йәштә бу лыуыма ҡарамаҫтан, «Йәншишмә» гәзитен һаман алдырам. «Йәншишмә», 12 октябрь 2012.
ҠАРА МИЛӘШ (Р: черноплодная рябина; И.: black chokeberry; T.: rus yaban mersini) и. бот.
1. Рауза сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, ҡара төҫтәге емеш биреүсе ҡыуаҡ. □ Черноплодная рябина, черноплодная арония (лат. Aronia melanocarpa). Ҡара миләш ҡыуағы. Ҡара миләш үҫкән урын. Ҡара миләш сәскә атҡан.
2. Шул ағастың емеше. □ Черноплодная рябина (плоды). Ҡара миләш ҡайнат
259