Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 261


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАРАНЫУ
Кәбәк осонан яһап ата торған боронғо мылтыҡ. □ Старинное ружье, которое заряжали с казённой части. Ҡара мылтыҡ ҡороу. Ҡара мылтыҡтан атыу. Ҡара мылтыҡ йөрөтөү.
ҠАРАМЫШҠА (Р.: на вид; И.: at first sight; T.: görünümünde) р. диал.
Ҡарамаҡҡа, ҡарап тороуға, ҡарар күҙгә. □ На вид, на взгляд. Ҡарамышҡа бик аҡыллы егет. Ҡарамышҡа матур һүҙҙәр һөйләй. Ҡарамышҡа тәүфиҡлы ғына ҡыҙ.
ҠАРА МӘМӘЙ (Р.: жостер; И.: purging buckthorn; T.: cehri) и. бот. диал.
Сәнскеле, ҡара ҡабыҡлы, ағыулы ҡара емешле туғай ағасы; эт муйылы. □ Жостер, крушина слабительная (лат. Rhamnus cat-hartica). Ҡара мәмәй ашап ҡуймағыҙ. Ҡара мәмәйҙән ағыуланыу. Ҡара мәмәй бешеп ултыра, яңылыш муйыл менән бутап ҡуймағыҙ.
ҠАРАН [төрки] (Р: незамерзающий родник; И.: non-freezing spring; T: buz tutmayan kaynak) и.
1. Туңмай ағып ята торған шишмә йәки бәләкәй йылға. □ Незамерзающий родник, речка. М Ҡешенең алдында ғына, һылыу ҡыҙҙың майлап үргән сәс толомо кеүек, ише-леп-сылтырап, өс-дүрт ҡарыш киңлектәге ҡаран ағып ята. Н. Мусин. Ҡараныбыҙ бар, көмөш кеүек, йәй көнө һыуыҡ, ҡыш — йылы була. Экспедиция материалдарынан.
2. һыуҙың йылылап туңмай ятҡан ере; йылыу. □ Полынья. Ҡарандан һыу алыу. Я [Сынтимер:] һиҙмәй ҡалғанбыҙҙыр инде, килә торғас, ҡапыл икебеҙ бер юлы яр буйындағы ҡаранға төшөп киттек. Д. Бүләков.
3. миф. Урта һәм аҫҡы донъяны тоташтырыусы туңмай торған шишмә. □ Незамерзающий родник (по представлениям башкир, связывает средний и нижний миры).
ҠАРАНАЙ (Р: название родовых подразделений башкир; И.: name of Bashkir clanal subdivision; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Бошман-ҡыпсаҡ, бөрйән ырыуҙарына ҡараған башҡорт аймаҡтарының исеме.
□ Каранай (название родовых подразделений башкир). Ҡаранай аймағы башҡорто. Ҡаранай аймағынан булыу. Ҡаранай аймағынан сығыу.
ҠАРАНҒОЛАҠ (ҡаранғолағы) (Р.: ши-рокоушка; И.: western barbastelle; T: akallı yarasa) и. зоол.
Европала, Азияла һәм Төньяҡ Афри-кала йәшәй торған ҙур ҡолаҡлы ярғанат. □ Широкоушка (лат. Barbastelld). Ҡаранғолаҡтар төндә оса. Ҡаран-ғолаҡтарҙың ишетеү ағзаһы бик яҡшы формалашҡан.
ҠАРАНҒЫЛАУ (ҡаранғыла-) ҡ. ҡар. ҡараныу. Тирә-яҡҡа ҡаранғылау. ■ Мин шулай, тирә-яҡҡа ҡаранғылап, һөҙәгерәк урын һайлап торған арала, ҡапыл ярлау аҫтынан бер имәнес ҡанатлы ғифрит атылып сыҡмаһынмы. «Алдар менән Зөһрә».
ҠАРАНЛАУ (ҡаранла-) (Р.: не замерзать; И.: not to freeze over; T: buz tutmamak) ҡ.
Туңмай ятыу (шишмәгә ҡарата)', йылыулау. □ Не замерзать (о роднике). Ҡаранлап ятҡан шишмә. Ҡаранлап ятҡан һыу. ■ «Айыу сыҡҡан» тамағы йылдың йылы шулай ҡаранлап, туңмай ята. Экспедиция материалдарынан.
ҠАРАН СЫБЫҒЫ (Р: чилига; И.: field grass species; T: bezelye çalısı) и. бот. диал.
Ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған ваҡ япраҡлы, һары сәскәле, ҡуҙаҡ орлоҡло ваҡ ҡыуаҡ йәки ағас; селек. □ Чилига (лат. Cytisus biflorus). Ҡаран сыбығы алып ҡайтыу. Ҡаран сыбығынан һепертке эшләү. Ҡаран сыбығы ҡырҡыу.
ҠАРАНЫУ (ҡаран-) (Р: озираться; И.: look back; look / gaze round; T: etrafına bakınmak) ҡ.
Тирә-яҡҡа күҙ йөрөтөү, ҡараш ташлап күҙәтеү. □ Озираться, оглядываться. Тирә-яҡҡа ҡараныу. К Дейеү алан-йолан ҡаранырға ла өлгөрмәне, Урал уны ҡапыл элеп алып, йән асыуы менән шул хәшле атып бәрҙе, ти. Әкиәттән. • Түрә бойороғона таяныр, төлкө ҡойроғона ҡараныр. Әйтем.
261